Михаил Бабич Рәсәйҙең Белоруссиялағы махсус вәкиле һәм илсеһе итеп тәғәйенләнде.
Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин тейешле указдарға ҡул ҡуйҙы. Ике документ та йома, 24 августа, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Быға тиклем Белоруссиялағы илсе вазифаһын Александр Суриков биләне.
Михаил Бабич яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы вәкиле булды.
Михаил Бабичты ошо вазифанан бушатҡандан һуң Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Паньшин тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр тулы хоҡуҡлы вәкиллектең матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1201119-mikhail-babich-naznachen-torgovym-predstavitelem-i-poslom-rossii-v-belorussii-/