9 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлайбыҙ. Республика Конституцияһына ярашлы, алтынсы саҡырылыш парламенты һайланғандан һуң утыҙынсы көнгә тәүге пленар ултырышҡа йыйылырға тейеш.
Республика Башлығы ултырышты алдараҡ та саҡырыуы мөмкин. Яңы депутаттарҙың эше, ҡағиҙә булараҡ, һайланғас та башлана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев яңы саҡырылыш парламентының беренсе пленар ултырышына әҙерлектең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
– Яңы парламенттың тәүге эш көндәре менән бәйле ғәмәлдәр “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”ғы Законда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламентында һәм башҡа норматив документтарҙа билдәләнә, – тине ул. – Тәүге пленар ултырышҡа әҙерләнеү – иң мөһим сараларҙың береһе. Ул бөтә саҡырылыш эшенә этәргес бирәсәк. Әҙерлек депутаттарҙың йыйылыштарынан, депутат мандаты алған сәйәси партиялар лидерҙары менән осрашыуҙарҙан башлана. Йыйылыштарҙа парламент фракциялары, депутат төркөмдәре төҙөлә, тәүге ултырышты үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ағзалығына кандидатуралар тикшерелә.
Беренсе тапҡыр депутаттар кәңәшмәгә тулы составта йыйыласаҡ. Унда тәүге пленар ултырышҡа әҙерләнеү йәһәтенән ойоштороу комитеты төҙөлә. Уның составына 11 кеше, шул иҫәптән рәйес инә. Ойоштороу комитетында парламентҡа үткән барлыҡ сәйәси партиялар депутат мандаттары һанына ярашлы урын аласаҡ.