Стәрлетамаҡта – төбәк форумы22.08.2018
Стәрлетамаҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың төбәк форумы булды. Унда аудит эшенә йомғаҡ яһанылар, киләсәккә үҫеш йүнәлештәрен билдәләнеләр.

Сарала 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Фекер алышыу майҙансыҡтарында программа йүнәлештәре буйынса партия проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен тикшерҙеләр, эште яҡшыртыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерҙеләр. Партия яҡлыларҙың Төбәк координация советы рәйесе Константин Канунников әйтеүенсә, форумдың маҡсаты – “Берҙәм Рәсәй” фракцияһынан алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының эш программаһына тәҡдимдәр әҙерләү.


Вернуться назад