Алдан күҙаллау зарур08.05.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Еңеү байрамы алдынан Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй һәм Миәкә райондарында яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышты.
Шишмә районында Рөстәм Хәмитов “Нерал-Шишмә” ауыл хужалығы предприятиеһындағы эштәргә баһа бирҙе. Башҡортостан Президенты ноҡот борсағы сәселгән баҫыуҙы ҡарап сыҡты. Был культураға Азия илдәрендә — Пакистан, Һиндостан, Иран һәм Үзбәкстанда — ихтыяж ҙур. Беҙҙә үҫтерелгән ошо борсаҡтың төп өлөшө экспортҡа сығарыла. Рөстәм Хәмитов предприятиеның иҡтисади күрһәткестәре һәм һатыу баҙары менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, былтыр 200 гектар майҙанда үҫтерелгән ноҡот борсағы яҡшы табыш биргән, шуға күрә быйыл был ҡуҙаҡлы культураны сәсеү майҙаны өс тапҡырға арттырылған.
Район үҙәге Шишмәлә Рөстәм Хәмитов физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөн ҡараны. Подрядсылар объектты йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Комплекстың хаҡы 170 миллион һум тәшкил итә. Башҡортостан Президенты ошондай объекттар төҙөүҙә донъя тәжрибәһен өйрәнергә, заманса технологиялар ҡулланыу иҫәбенә сығымдарҙы кәметергә тәҡдим итте.
Дәүләкән районында Рөстәм Хәмитов “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуында булды. Президент тупраҡтағы дым күләме менән ҡыҙыҡһынды. Агрономдар әйтеүенсә, ямғырҙан һуң баҫыуҙа дымға ҡытлыҡ юҡ.
Әлшәй районында республика Президенты “Колос-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарын ҡарап сыҡты. Фермерҙар менән аралашыу барышында билдәләнеүенсә, районда шәкәр сөгөлдөрө күпләп сәселә.
Раевкала Рөстәм Хәмитов икешәр ғаиләгә иҫәпләнгән өс йорт төҙөлөшөндә булды. Торлаҡ етем балалар өсөн тәғәйенләнә. Эш махсус технология буйынса башҡарыла. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — ни бары ике-өс көндә йорт һалыу мөмкинлеген бирә. Подрядсылар май аҙағына тиклем төҙөлөштө тамамлап, тейешле инженерлыҡ коммуникацияларын үткәрергә ниәтләй.
Миәкә районында республика башлығы ике ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы — “Маяҡ” һәм “Ҡаран” йәмғиәттәрендә сәсеү барышы менән танышты. Әле бында сәсеү тамамланып килә. Фермерҙар ит һәм һөт етештереүгә ҙур иғтибар бирә, сөнки уларҙың табышы ла мулыраҡ. Рөстәм Хәмитов республиканың Ауыл хужалығы министрлығына иген, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү, ит һәм һөт етештереү буйынса хужалыҡтарҙың иҡтисади моделен эшләргә ҡушты.
“Беҙҙә ауыл хужалығында матди ағымдарҙың ниндәй булыуын аныҡ белергә кәрәк, — тине Президент. — Эште алдан уҡ күҙаллаһаҡ, уның һөҙөмтәһен көйләп, тармаҡта иҡтисади тотороҡлолоҡҡа нигеҙ һаласаҡбыҙ. Әле күп кенә хужалыҡтар рентабеллелек сигендә эшләй, продукцияның үҙҡиммәте лә юғары. Бындай хәлдә аҙыҡ-түлек баҙарындағы конкуренция шарттарында еңеп сығыу икеле”.
Миәкә районында республика башлығы “Хыял” балалар һауыҡтырыу учреждениеһы эше менән танышты. Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы өсөн күтәргес ҡуйырға йәки тюбинг трассаһы һалырға, шулай уҡ уҡыу осоронда комплекстың буш биналарын файҙаланыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Балалар лагерында спорт йыйындары, съездар, конференциялар үткәрергә мөмкин.
Миәкәтамаҡ ауылында Башҡортостан Президенты дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлөшөн тикшерҙе. 1941 йылда төҙөлгән иҫке мәктәп ябылған. Әле балалар ауыл клубында уҡый. Яңы мәктәп быйыл 1 сентябрҙә ишектәрен асасаҡ.