Еңел таксиҙы теркәү тәртибе раҫланды03.12.2011
Башҡортостан Хөкүмәтенең 433-сө ҡарары менән Башҡортостан Республикаһында еңел таксиҙа пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу буйынса саралар раҫланды, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Ҡарар “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға ярашлы ҡабул ителде.
Документ менән рөхсәт биреү һәм уны ҡайтанан рәсмиләштереү, рөхсәттәр реестрын алып барыу тәртибе раҫланды. Рөхсәт ҡағыҙы өсөн түләү 800 һум тәшкил итә.
Республикала бирелгән рөхсәттәр биш йыл ғәмәлдә буласаҡ. Документ 2011 йылдың 1 сентябренән барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.
Ҡарарҙың үтәлешенә контроль Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонинға йөкмәтелде.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад