Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында нимәләр беләбеҙ?21.08.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында нимәләр беләбеҙ?Нимә ул Ҡоролтай?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – ул республика дәүләт власының юғары закондар сығарыу органы. Ҡоролтайға Башҡортостан халҡы тарафынан һайланған 110 депутат инә.
2013 йылдың сентябрендә алты партия депутат мандатын алды. Республика халҡы берҙәм округ буйынса ике партияға – “Берҙәм Рәсәй”гә (тауыштарҙың 76 процентын йыйҙы) һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһына (11,7 %) өҫтөнлөк бирҙе. Бер мандатлы округтар буйынса закондар сығарыу йыйылышына тағы ла дүрт партия – ЛДПР, “Рәсәй патриоттары”, “Йәшелдәр альянсы”, “Рәсәйҙең социаль теләктәшлек партияһы” вәкилдәре үтте.
Ҡоролтай депутаттары закондар төҙөй һәм ҡабул итә. Ошо закондар буйынса беҙ йәшәйбеҙ. Шулай уҡ бындай хоҡуҡҡа Башҡортостан Башлығы, Хөкүмәт, Конституция суды, Үҙәк һайлау комиссияһы, Профсоюздар федерацияһы, Башҡортостан Прокуроры һәм урындағы депутаттар эйә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай
депутаттарының вәкәләттәре


Ҡоролтай депутаттары Конституцияны ҡабул итә, уға үҙгәрештәр индерә, закондарға аңлатма бирә һәм уларҙың үтәлешенә контроллек итә ала. Ул шулай уҡ төп финанс документы – Башҡортостан бюджетын, Башҡортостан Республикаһы договорҙарын төҙөүҙе һәм тарҡатыуҙы раҫлай, ҡала, райондарҙың сиктәрен билдәләй, яңы һалымдарҙы һәм йыйымдарҙы ғәмәлгә индерә ала, дәүләт милкен файҙаланыуҙы контролдә тота. Ҡоролтай тарафынан референдумдар, депутаттар һайлау билдәләнә. Халыҡ вәкилдәре мөһим кадрҙар мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнаша. Улар республика Прокурорын һәм Конституция суды рәйесен хуплай. Депутаттар парламент тикшереүҙәре һәм тыңлауҙары ойоштора ала.

Биш йылда нисә закон ҡабул ителгән?

Бишенсе саҡырылыш закондар сығарыу йыйылышы тарафынан 651 закон һәм 1 614 ҡарар ҡабул ителгән. Шуларҙың иң мөһимдәре – Башҡортостан Республикаһы Башлығы, граждандарҙың закон сығарыу башланғысы тураһында, шулай уҡ административ-территориаль ҡоролошто үҙгәртеү буйынса закондар.
Депутаттар бюджет һәм һалым сәйәсәте буйынса яңы закондар төҙөнө, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ташламалар бирҙе. Яңылыҡтар иҫәбенә шулай уҡ сәнәғәт сәйәсәте, инвестиция проекттары, дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарында республиканың ҡатнашыуы тураһындағы закондарҙы ла индерергә кәрәк.

Һайлаусыларҙың наказы нисек үтәлде?


Биш йылда депутаттар граждандарҙан һәм ойошмаларҙан килгән 44 меңдән ашыу мөрәжәғәтте ҡараны, 31 меңдән ашыу кешене ҡабул итте, 14 меңгә яҡын депутат һорауы ебәрҙе.

Бишенсе саҡырылыш парламентының
иң әһәмиәтле закондары:


-Иртә никахҡа инеүселәр тураһындағы закон
16 йәше тулмаған Башҡортостан граждандары никахҡа инә алмай. Ошондай никахты теркәү мөмкинлеген биргән закон нормаһын депутаттар 2017 йылдың 14 июнендә ғәмәлдән сығарҙы. Башҡортостанда 16 йәше тулғандарға никахлашыу 1996 йылдан рөхсәт ителә ине. Йылына ошондай 10-20 никах теркәлә торғайны. Республика Прокуроры бәлиғ булмағандарҙың никахын теркәү йәшен билдәләргә тәҡдим итте. Иртә никахтарҙың махсус шарттары иҫәбенә йөклөлөктө йәки сабый тыуыуын индереү тураһында ла фекер булды.
Депутаттар, йәмәғәтселек фекеренә ҡолаҡ һалып, закон проектын ҡарауҙы кисектерә килде. Һөҙөмтәлә 16 йәшкә тиклем никахҡа инеү мөмкинлеген ғәмәлдән сығарып, төбәк Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерҙе.

-Һуңғы ҡыңғырау көнөндә “ҡоро закон”
Ике йыл инде Башҡортостандағы сауҙа селтәрҙәренә Һуңғы ҡыңғырау көнөндә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла. “Ҡоро закон” Ҡоролтай депутаттары тарафынан 2016 йылдың декабрендә ҡабул ителде. Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бындай сикләүгә ыңғай ҡарашта. Ул мәктәп менән хушлашыу көнөндә балаларҙың именлеген тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.

- Һыра етештереүселәргә ташламалар
Башҡортостан закон сығарыусылары һыраны күпләп етештереүселәрҙе мөлкәткә һалым түләүҙән ике йылға азат итте. Бындай ташлама һырасыларға 2016 йылдың 1 ғинуарынан бирелде. Быйыл 1 ғинуарҙан иһә депутаттар ошо льготаны һөҙөмтәһеҙ тип ғәмәлдән сығарҙы. Өҫтөнлөккә эйә булыу өсөн компаниялар йыл йомғаҡтары буйынса кәмендә 10 миллион декалитр һыра етештерергә тейеш ине. Уны ни бары ике ойошма – “Мәскәү-Эфес” һәм “Heineken” – алды.
Был сара ярҙамында депутаттар предприятиеларҙы ябылыуҙан һаҡлап ҡалырға, бюджет керемдәрен арттырырға теләгәйне.

-Донорлыҡ тураһындағы закон
Башҡортостан парламентарийҙары донорлыҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә мөһим аҙым яһаны. Улар “Граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында”ғы республика законына төҙәтмәләр индереп, дауаханаларҙың вәкәләттәрен арттырҙы.
Ағзалар трансплантацияһына сират арта бара, кешеләр йылдар буйы операция көтә. Әүәлерәк квота буйынса бындай юғары технологиялы ярҙам төбәк халҡына федераль үҙәктәрҙә генә күрһәтелә ине. Хәҙер иһә трансплантацияны республикала яһай башланылар.

-Беренсе класс уҡыусыларына кәрәк-яраҡ – бушлай
Республикала ишле ғаиләләрҙәге беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-ярағы хәҙер бушлай тапшырыла. Депутаттар ғаиләләрҙең ошондай хоҡуғын закон менән нығытты. Һуңғы өс йылда мәктәп тауарҙары республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы бүленә ине. Хәҙер иһә мәсьәлә тулыһынса хәл ителде. Былтыр мәктәп кәрәк-ярағын 8 меңдән ашыу бала алған.
Ғәлиә НӘБИЕВА.


Вернуться назад