Беренсе урын һаҡлана14.08.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев июль йомғаҡтары буйынса киң мәғлүмәт сараларында Волга буйы федераль округындағы закондар сығарыу йыйылышы етәкселәрен телгә алыу йәһәтенән беренсе урынды һаҡлап ҡалды.

Рейтинг “Медиалогия” компанияһы тарафынан 45 700-гә яҡын сығанаҡты үҙ эсенә алған киң мәғлүмәт саралары базаһы нигеҙендә төҙөлгән. Улар иҫәбенә телевидение, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет селтәрендәге киң мәғлүмәт саралары инә. Закондар сығарыу йыйылышы рәйестәренең дөйөм Рәсәй рейтингында иһә Константин Толкачев бишенсе урында бара. Тәүге дүрт позицияла – Иркутск өлкәһенән Сергей Брилка, Мәскәүҙән Алексей Шапошников, Мәскәү өлкәһенән Игорь Брынцалов, Санкт-Петербургтан Вячеслав Макаров.


Вернуться назад