Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ — иғтибар үҙәгендә03.12.2011
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев бойороғо менән республика парламентында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға контролде тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө булдырылды.
Документҡа ярашлы, яңы ойошторолған төркөм рәйесе, парламент Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров ай һайын Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумына башҡарылған эш һөҙөмтәләре һәм парламент яғынан тәҡдим ителгән саралар тураһында мәғлүмәт бирәсәк.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.


Вернуться назад