Ә һин һайлауға бараһыңмы?10.08.2018
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге Башҡортостан халҡының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ҡатнашырға әҙерлеге тураһындағы тикшеренеү мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы.
“2018 йылдың сентябрендә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашаһығыҙмы, әллә юҡмы?” тигән һорауға респонденттарҙың яртыһы ыңғай яуап бирҙе, шул уҡ ваҡытта уларҙың 29 проценты – “мотлаҡ ҡатнашам”, 21 проценты иһә “моғайын ҡатнашырмын” тигән вариантты һайланы. Һорау бирелгәндәрҙең сирек өлөшө әлегә пландары менән уртаҡлашмаҫҡа булды.
“Күҙ алдына килтерегеҙ: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау киләһе йәкшәмбе үткәрелә. Ниндәй партия өсөн тауыш бирер инегеҙ?” тигән һорау бирелде. Фекерҙәр түбәндәгесә булды: тауыштарҙың 45 процентын – “Берҙәм Рәсәй”, 15 процентын – КПРФ, 8 процентын – ЛДПР, 6 процентын “Ғәҙел Рәсәй” алыр ине. Ҡалған партиялар респонденттарҙың өс проценттан кәмерәк тауышын йыйҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары быйыл 9 сентябрҙә һайлана. ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй патриоттары”, КПРФ, “Йәшелдәр” кеүек алты партиянан 736 кандидат – партия исемлектәре буйынса, бер мандатлы округтар буйынса иһә 290 кандидат теркәлде.
Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү сараһы Башҡортостанда “Берҙәмлек биләмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы заказы буйынса 22 – 26 июндә үткәрелде. Унда 18 йәштән өлкәнерәк респонденттар ҡатнашты.