Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары10.08.2018
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары
2018 йыл, 6 август № 57/2 – 6
Өфө
Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берекмәләренең атамаларын һәм эмблемаларын урынлаштырыу өсөн йәрәбә һалыу һөҙөмтәләре тураһында
Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се статьяһындағы 9-сы өлөшкә, 98.2-се статьяһына ярашлы һәм 2018 йылдың 2 авгусындағы Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берекмәләренең атамаларын һәм эмблемаларын урынлаштырыу өсөн йәрәбә һалыу һөҙөмтәләре тураһындағы протокол нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берекмәләренең атамаларын һәм эмблемаларын урынлаштырыуҙың түбәндәге тәртибен раҫларға:
1. “БЕРҘӘМ РӘСӘЙ” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
2. ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе.
3. “РӘСӘЙ ПАТРИОТТАРЫ” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
4. “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
5. ЛДПР – Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
6. “РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ” сәйәси партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе.
2.Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа һайлау берекмәләренең тиңлеген тәьмин итеү һәм уларҙың атамаларын бер төрлө файҙаланыу маҡсатында берҙәм республика округы буйынса тауыш биреү өсөн һайлау бюллетендәрен әҙерләгәндә ошо ҡарарҙың 1-се пунктында күрһәтелгән һайлау берекмәләре атамаларын ҡалын шрифт менән яҙырға.
3. Ошо ҡарарҙы территориаль һайлау комиссияларына ебәрергә.
4. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.