Мәғариф объекттарына – 1 миллиард һум10.08.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, мәғариф объекттарының матди-техник базаһын нығытыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Әйткәндәй, был аҡса республика ҡаҙнаһына өҫтәмә килем иҫәбенә индерелгән. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов оператив кәңәшмәлә ошо турала хәбәр итте.
– Республика мәғариф учреждениеларын капиталь төҙөкләндереүгә – 300 миллион һум самаһы, муниципаль учреждениеларҙы ремонтлауға иһә 360 миллион һумға яҡын аҡса бүленә, – тине ул. – Был объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеген көсәйтеү, террорсылыҡтан һаҡлауҙы тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Белем усаҡтарын аккредитациялау өсөн WorldSkills стандарттарына ярашлы хәлгә килтереүгә 85 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ республикала Һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән белем биреүсе технопарктар нигеҙендә балаларҙы уҡытыуға, бәләкәй ҡалаларҙа технопарктар ойоштороуға аҡса бүленә. Балалар баҡсаларын төҙөкләндереүгә иһә 100 миллион һумдан ашыу аҡса файҙаланыу күҙаллана.


Вернуться назад