Илештәр проектты ғәмәлгә ашыра10.08.2018
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” төбәк проекты дүртенсе йыл инде Илеш районы халҡының көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итә. Быйыл ғына проектты тормошҡа ашырыуға 2,365 миллион һум йүнәлтелгән.

Әйткәндәй, был аҡса граждандарҙың, предприя­тие­ларҙың, ойошмаларҙың ирекле иғәнәләре иҫәбенә арта бара.
Уҙған осорҙағы кеүек быйыл да программаға һәр ауыл биләмәһенән берәр объект (йәмғеһе 22) инде. Бүленгән аҡса ете ауыл мәҙәниәт йортон, дүрт һәйкәлде, мәҙәниәт һәм ял парктарын, ике белем усағын, туғыҙ һыу тәьминәте ҡоролмаһын төҙөклән­дереүгә йүнәлтелде.
Әле 13 объект буйынса эш тамамланған, ҡалған туғыҙында тамамланып килә.


Вернуться назад