Йәрәбә һалынды08.08.2018
Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса һайлау алды агитацияһын үткәреү өсөн төбәк дәүләт киң мәғлүмәт сараларында түләүһеҙ эфир ваҡыты һәм баҫма майҙан тәҡдим итеү уңайынан йәрәбә үткәрҙе.
Законға ярашлы, кандидаттарға һәм кандидаттар исемлеген тәҡдим иткән сәйәси партияларға “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телевизион каналы, “Юлдаш”, “СпутникФМ”, “Радио России”, “Маяк”, “Вести ФМ” радиоканалдары, “Россия (Россия-1)”, “Россия-24” Рәсәй мәғлүмәт каналдары — түләүһеҙ эфир ваҡыты, “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң”, “Йәшлек”, “Өмет”, “Истоки”, “Урал сасси”, “Чолман”, “Ошмес” гәзиттәре бушлай баҫма майҙан бирә.
Сара башланыр алдынан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Гадилов ҡатнашыусыларҙы түләүһеҙ эфир ваҡыты һәм баҫма майҙан бүлеү шарттары, йәрәбә үткәреү тәртибе менән таныштырҙы. Йәрәбә үткәреүҙә партия вәкилдәре, кандидаттар, кандидаттарҙың ышаныслы кешеләре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
“Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күрәсәк агитация материалдарының сығыу тәртибе
Кандидаттар исемлеген тәҡдим иткән сәйәси партиялар:
14 августа — “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе,
21 августа — “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе,
24 августа — “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе,
28 августа — “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе,
4 сентябрҙә — “Рәсәй либераль-демократик партияһы” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе,
5 сентябрҙә — “Рәсәй патриоттары” партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе.
1-се Шайморатов, 2-се Инорс, 3-сө Беренсе Май, 4-се Черниковка, 5-се Ағиҙел, 6-сы Пушкин, 7-се Ленин, 8-се Сипайлово, 9-сы Солнечный, 10-сы Үҙәк, 11-се ВАЗ, 12-се Студенттар, 13-сө Вокзал, 14-се Новиков һайлау округтарында теркәлгән кандидаттар:
14 август — Минһажев Т.Д., Насретдинов Р.К., Елизарьев Д.Ю., Апаев И.А., Ғәйнисламова Е.Р., Гаврилов Е.В., Голубь И.О., Сыртланова Э.Р., Юлыева Л.К., Сәфәров Я.Р., Динеев Б.Д., Смирнов Д.Е., Шаһапова Р.А., Сухарев К.К., Лукьянова Д.Р., Чернейкин А.Л., Рәжәпов Ә.Ғ., Белов Я.А.;
21 август — Яковлев В.В., Кузнецов Т.М., Байрамов Ю.Б., Николаева Л.Р., Филиппов О.И., Зәйнуллин Р.Ф., Нагорный В.А., Әхмәтйәнов Р.С., Родина Е.А., Фәйзуллин А.А., Фараджев Р.З., Мясоедов И.А., Ғималетдинов С.Х., Шәйәхмәтова Г.Х., Санкин К.Ю., Зәйнуллин Р.Ф., Дегтев А.А., Вәлиев Р.Ф.;
28 август — Семивеличенко Е.А., Чаплиц И.М., Хафизов Р.Ф., Шаронова Э.М., Бондаренко А.В., Баязитова Е.Н., Ғәзизов А.И., Лебедьков В.И., Залилов М.А., Уфимцева Д.Э., Мостафин А.И., Рапиев Р.А., Головачев Д.М., Хәмиҙуллин И.М., Харрасов Р.Р., Абкаиров К.И., Фәйзуллина Г.Ә., Зайцев А.В., Лобов Е.А., Хәмитов Ф.Ә., Бажин Н.С., Ишкилдина Д.А., Рәхмәтуллин А.Ө., Вәлиев Р.А.;
4 сентябрь — Рябов В.В., Хәсәнов О.Р., Зөбәйеров Л.М., Белкина М.Ф., Герасимов Д.А., Кәримов И.Ғ., Патрикеев В.Ю., Шәрипов В.А., Мөхәмәтйәнов Т.М., Романчиков Е.И., Мөсифуллин А.Р., Шевнина О.В., Шәрәфетдинов З.Ғ., Сәйфиғәлиев В.М., Ниғмәтуллин И.Ғ., Фәхретдинов И.Ф., Аллағужин Р.Х., Иҫәнғолов И.Х.