30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “2012 йылда Өфө ҡалаһында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Республика башлығы 15 декабргә тиклем чемпионатҡа әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составын раҫларға һәм тейешле саралар планын эшләргә ҡушты.
Указдың үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде. Ярыштар 2012 йылдың август-сентябрендә Өфөлә уҙғарыласаҡ.
Л. ФӘРИТОВА.