“Һаҡсыл хөкүмәт” үҫеш юлында27.07.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендә республикала “Һаҡсыл хөкүмәт” пилот проектын тормошҡа ашырыу буйынса Координация советының икенсе ултырышы булып үтте. Ул ошо проекттың ярты йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһен тикшереүгә һәм асыҡланған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләүгә арналғайны.

– Бөгөнгө идара итеү эше тиҫтәләрсә йыл дауамында барлыҡҡа килгән, “тыңҡысланған”, ләкин уны үҙгәртеп була. Беҙ шул маҡсатты ҡуйып эш итергә тейешбеҙ ҙә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Үҙеңде һәм эшмәкәрлегеңде камиллаштырыуҙың иң ауыр процесс икәнлеген барыһы ла белә. Власть – ул бөтәһенән элек бюрократия. Яҡшы мәғәнәһендә әйткәндә лә, насарында ла. Күне­гелгән эшкә тәнҡит күҙлегенән ҡарауы еңел түгел. Шулай ҙа проект уңышлы ғына башланып китте тип әйтә алам.
“Росатом” дәүләт корпорация­һының етештереү системаһын үҫ­тереү буйынса директоры Сергей Обозов: “Фәҡәт процестар ҡулай­лаштырылған ойошмаларға ғына инвестиция һалырға мөмкин. Был алдынғы илдәрҙә күптән ҡулланыла”, – тине һәм бындай коллективтар менән эшләү үҙенсәлектәренә туҡта­лып үтте.
Республика Башлығы эштә­ренә идара итеүсе Ринат Шәғәлиндең сығышы иһә тикшерелгән проектты тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы йомғаҡтарына арнал­ғайны. Проект әле 14 министрлыҡ һәм ведомствола тормошҡа ашырыла һәм 43 эш йүнәлешенән тора икән. Уның ошо этап барышында ҡуйылған маҡсат­тары: 1) ҡаҙна сығымдарын һаҡсыл тотоноу; 2) хеҙмәтләндереү ваҡытын ҡыҫҡартыу; 3) был эштә ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү; 4) ҡулланыусыларҙың ҡәнәғәт булыу кимәлен күтәреү.
Хөкүмәт Премьер-министры урын­баҫары Илшат Тажетдиновтың тел­мәре, нигеҙҙә, республиканың дәүләт власы органдарында ҡулайлаш­тырырға тәҡдим ителгән эшмәкәрлек төрҙәренән һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу юлдарынан торҙо. Илшат Азамат улы һәр ведомство буйынса миҫал­дар килтерҙе. Мәҫә­лән, проект Ер һәм мөлкәт мөнәсә­бәттәре министр­лығында шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер биләмәләре бүлеп биреү ваҡытын 30 көндән 25-кә ҡалдырыу, йорт һалыусыларҙың был дәүләт хеҙмәтләндереүе эшенән ҡәнәғәт булыу кимәлен әлеге 80-90 проценттан 100 процентҡа еткереү мөмкинлеген бирә икән.
Теләһә ниндәй проектты тормошҡа ашырыу өсөн, тәбиғи, кадрҙар һәм уларҙың белдеклелеге талап ителә. Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Илгиз Ҡәҙерғоловтың сығышы ошо уҡыу йорто нигеҙендә һаҡсыл етештереү алымдарына һәм эш ҡоралдарын ҡулланырға өйрәтеү тураһында булды. Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев тик­шерелгән проектты урындағы үҙидара органдарында ҡулланыу үҙенсәлек­тәре хаҡында һөйләне.


Вернуться назад