Владимир Путин Дональд Трамп менән осрашты18.07.2018
Финляндияның баш ҡалаһы Хельсинкиҙа Дональд Трамп АҠШ президенты итеп һайланғандан алып тәүгә махсус Рәсәй-Америка саммиты үтте. Әлегә тиклем Владимир Путин менән Дональд Трамп халыҡ-ара саралар барышында ике тапҡыр күрешкәйне.
Ике сәғәттән ашыу дауам иткән осрашыуҙа энергетика, АҠШ-тағы һайлауға Рәсәйҙең ҡыҫылышы булыу-булмау, Корея ярымутрауында ядро ҡоралынан ирекле зона төҙөү өлкәһендәге мәсьәләләр, Сүриәләге хәл һәм башҡалар тикшерелде. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, Америка лидеры менән һөйләшеү ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу теләген сағылдырҙы. Мәскәү Вашингтонға уртаҡ йүнәлеш табыу һәм киләсәккә ҡарап берлектә эш итеү өсөн эксперт советын төҙөргә тәҡдим итте. Дәүләт лидерҙары сауҙаны һәм инвестицияларҙы үҫтереү йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләү бурысы йөкмәтелгән ике ил бизнесы вәкилдәре төркөмөн ойошторорға килеште.
Саммит йомғаҡтары буйынса, Владимир Путин Дональд Трамп менән осрашыуҙың файҙалы булыуын, эшлекле, ихлас шарттарҙа үтеүен билдәләне.