Бөрө районында Рөстәм Хәмитов “Бөрө орлоҡтары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә яҙғы баҫыу эштәренең барышы менән танышты.
Предприятие иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо етештерә. Ул республикала, шулай уҡ күрше төбәктәрҙә һатыла.
Хужалыҡта 290 гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән. План 49 процентҡа үтәлгән. Эштә 11 берәмек техника ҡатнаша. Башҡортостан Президенты сәсеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Хужалыҡ льготалы хаҡ буйынса яғыулыҡ һатып алған, орлоҡ етерлек, ашлама бар, ошо көндәрҙә яуған ямғыр ҙа файҙалы буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов сәсеүҙе тамамлау ваҡыты хаҡында һораны. “Көндәр аяҙ торһа, эште бер аҙна эсендә тамамларға мөмкин”, — тип белдерҙе механизаторҙар.
Борай районында Рөстәм Хәмитов Алдар ауылы эргәһендәге “Башаҡ” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуында сәсеү барышын ҡараны. Хужалыҡ нигеҙҙә ит һәм һөт, иген, техник культуралар етештереү менән шөғөлләнә. Бында 800 гектар майҙанда иген сәселгән. 2500 гектар ерҙә дым ҡаплатылған, 120 гектарҙа күп йыллыҡ үлән, 650 гектарҙа ужым культураһы өҫтәмә туҡландырылған.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.