“Ауыртҡан урын”ды таба белеү зарур04.05.2012
Республиканың башҡарма власть органдары менән Башҡортостанстаттың хеҙмәттәшлеге тейешле кимәлдә түгел, тигән фекерҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Кисә Хөкүмәт йортондағы кәңәшмәлә тап ошо турала һөйләшеү булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, республиканың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты.
— Беҙгә берҙәм эшмәкәрлектең ҡулай моделен һайлау кәрәк. Башҡортостанстат эшкәрткән барлыҡ аналитик мәғлүмәт башҡарма власть органдары, иҡтисад һәм социаль өлкә эшмәкәрлеген яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнарға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов. — Идара итеү ҡарарҙарының уңышлы булыуы, төрлө тармаҡтағы хәлдәргә контроль статистика мәғлүмәте менән дөрөҫ эшләүҙән, уны аныҡ баһалау һәм анализлауҙан тора.
Президент фекеренсә, төп мәсьәлә шунда: министрлыҡтар был мәғлүмәт менән артабан нисек эшләй? Ҡайһы бер идара итеү ҡарарҙарының һөҙөмтә бирмәүе, кәңәшмәләрҙең төплө әҙерләнмәү сәбәбен Президент тармаҡтағы хәл-торош тураһында тулы мәғлүмәт булмауында күрә.
— Мәғлүмәтһеҙ чиновниктар “ауыртҡан урын”ды таба һәм билдәләнгән проблема буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмай. Үҙ хужалығығыҙҙы белмәү сәбәпле идеялар һәм инициативалар ҡытлығы барлыҡҡа килә, — тине төбәк башлығы.
Президент министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың үҙҙәре өсөн уңайлы булмаған һандарҙы йәшереүе, тикшерелмәгән мәғлүмәттәр менән эшләүе һәм уларҙы республика етәкселегенә шул килеш тапшырыуы менән ҡәнәғәт түгел.
Президент Башҡортостанстат мәғлүмәттәре менән ныҡлап һәм төплө эшләргә, уларҙан файҙа ала белергә, башҡа төбәктәрҙә был йәһәттән эштең нисек ҡуйылыуын өйрәнергә ҡушты.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад