Элеүле торған мылтыҡ бер атмаһа ярай ҙа...04.05.2012
Пакистандың ядро ҡоралы һынауы үткәреүе, КХДР-ҙың быға әҙерлек эштәре алып барыуы, Николя Саркозиға сәйәси яла яғыу, Юлия Тимошенконы яҡлаусыларҙың арта төшөүе, Дмитрий Медведевтың үҙ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауы мөһим сәйәси ваҡиғалар булғандыр.

Азия буйлап шәүлә йөрөй

19 апрелдә Һиндостан алыҫ араға осоусы “Агни-5” баллистик ракетаһына һынау үткәргәйне. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, үткән аҙнала Пакистан да үҙенең “Шахин-1А” ракетаһын уңышлы һынауы хаҡында йәмәғәтселеккә еткерҙе. Һиндостандың ракетаһы 5 мең километр араға иҫәпләнһә, Пакистандыҡы 500 километрға ҡалыша. Бер-бер артлы һынауҙар үткәреү был ике илдең ярышып ҡоралланыуы хаҡында һөйләй. Белгестәр әйтеүенсә, хәҙер Һиндостан менән Пакистандың алыҫ араға осоусы ракеталары Рәсәй, АҠШ, Ҡытай, Бөйөк Британия һәм Франция ракеталары менән йыраҡлыҡҡа атыу буйынса ярыша ала. Был ике илдең ҡоралланыуы бының менән бөтмәйәсәк әле. Һиндостандың Оборона министрлығы вәкиле белдереүенсә, әле 6 мең километр араға осоусы “Агни-6” ракетаһын йыйыу буйынса эш алып барыла. Йәй айҙарында был ҡоралды ла һынап ҡарамаҡсы итәләр. Унан килеп Һиндостан үҙенең баш ҡалаһы Нью-Делиҙы ракета “ямғырынан” һаҡлау өсөн махсус ПРО урынлаштырыу буйынса эш алып бара. Был система АҠШ-тың “Пэтриот-3” ПРО-һына тартым, ти белгестәр. Йәғни Һиндостандың хәрби ҡоралы алдынғы илдәрҙекенән бер ҙә ҡалышмай. Тағы ла бер Азия иле — КХДР ҙа 13 апрелдәге уңышһыҙ һынауҙан һуң йәнә ядро ҡоралын һынап ҡарамаҡсы итә. 25 апрелдә Корея халыҡ армияһы ойошторолоуҙың 80 йыллығы айҡанлы сарала маршал Ри Юн Хо үҙ иленең хәрби ҡеүәте менән маһайып: “АҠШ-ты бер һелтәүҙә юҡ итерлек ҡоралыбыҙ бар”, — тип шапырынды һәм ер аҫты ядро ҡоралы һынауы үткөреүгә әҙерлек эштәренең тамамланыуы хаҡында белдерҙе. БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун КХДР-ҙы был ниәттән баш тартырға саҡырҙы. Уның белдереүенсә, Төньяҡ Кореяның бындай ҡыланышы төбәккә генә хәүеф менән янап ҡалмай, ә бөтөн донъяла тыныслыҡты юғалтыуға килтерә. Шул уҡ ваҡытта КХДР халҡының аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ кисереүе билдәле. Үткән аҙнала Иран уға гуманитар ярҙам йөҙөнән 60 мең тонна йөк оҙатҡан. КХДР быға яуап итеп Иранға уран байытып бирә икән тигән имеш-мимеш тә йөрөй.

Эт саба тип бет сабамы?


Азияла ғына түгел, диңгеҙ аръяғында — Латин Америкаһында ла ҡоралланыуҙы хуп күрәләр. Мәҫәлән, Венесуэла Рәсәй хәрби техникаһын һатып алыу буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Яҡын арала ғына Рәсәй был илгә “Т-72Б-1” маркалы 92 танк, байтаҡ бронетранспортер, үҙйөрөшлө гаубица, миномет һәм башҡа төр ҡорал һатҡан. Бынан тыш, Венесуэла Иран менән Ҡытайҙан да ҡорал һатып алған. АҠШ-тың оборона министры Леон Панетта, Венесуэланың ҡыҙыу ҡоралланыуын тиктәҫкә түгел, тип бара. Әлбиттә, Венесуэла президенты Уго Чавес АҠШ-ҡа йоҙроҡ төйнәп, күпме генә ҡоралланһа ла, был илгә ҙур хәүеф сығанағы була алмай. Ә бына АҠШ икенсе бер Латин Америкаһы иле — Колумбияға хәрби ярҙам күрһәтә. Мексиканы ла ярҙамынан ташламай. Уго Чавесҡа килгәндә инде, уның һаулығы бик шәптән түгел. Ул яман шеш ауырыуынан дауаланыу өсөн йәнә Кубаға килгән.

Тимошенконы яҡлаусылар ишәйә

Украинаның экс-премьеры Юлия Тимошенконы былтыр көҙ ете йылға иркенән мәхрүм иткәйнеләр. Билдәле булыуынса, ул 2009 йылда Рәсәй менән газ килешеүе төҙөгән ваҡытта үҙ вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнеп хөкөм ителгәйне. Декабрь айынан башлап ул Харьков төрмәһендә тотола. Һуңғы арала сәләмәтлегенә зарланғандан һуң уны Киев төрмәһенә күсерергә булалар. Әммә ул быға ҡаршылыҡ күрһәтәме, әллә башҡа сәбәптәнме, төрмәлә уны туҡмағандар тигән һүҙ сыға. Ошонан һуң башлана ла инде Тимошенконы төрлө яҡтан ҡурсалап сығыусылар. Башта Украинаның Юғары Радаһы депутаты Нина Карпачева уның эргәһендә булып, ысынлап та тәнендә күгәргән урындар барлығын раҫлай. Украина оппозицияһы менән Юлия Тимошенко яҡлылар уны иреккә сығарыуҙы даулап парламент алдын блокадалай. Европа союзы ла Тимошенконы эҙәрлекләүҙе, уны мыҫҡыллауҙы туҡтатыуҙы талап итә. Германия канцлеры Ангела Меркель уны иреккә сығармаған осраҡта быйыл йәй Украинала үтәсәк футбол буйынса Европа чемпионатына килеүҙән баш тартасағын белдерә. Үткән аҙнала Чехия президенты Вацлав Клаус та Тимошенконы яҡлап теләктәшлек белдерҙе һәм Үҙәк Европа илдәре етәкселәренең 11-12 майҙа Ялтала үтәсәк саммитында ҡатнашыуҙан баш тартты. Германия президенты Йоахим Гауком да тап ошо сәбәпле Ялтаға килмәйәсәген белдергәйне. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Украина етәкселегенең Юлия Тимошенкоға ҡарата мөнәсәбәтен “бысраҡ сәйәси алым” тип атаны һәм уны мыҫҡыллауҙы туҡтатырға саҡырҙы. Украина президенты Виктор Янукович бындай ҡыҫымға сыҙамаҫ, Тимошенкоға ҡарашын йомшартыр, моғайын. Үткән аҙнала Днепропетровскиҙа булған терактты ла Тимошенко мәсьәләһенә бәйләйҙәр. 27 апрелдә унда бер-бер артлы дүрт шартлау яңғырап, өс тиҫтә самаһы кеше ҡаза күргәйне.

Саркозиға ғәйеп тағалар

Францияла президент һайлауҙарының икенсе турына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тәүге тур һөҙөмтәләре буйынса ғәмәлдәге президент Николя Сарказиҙы бер аҙ артта ҡалдырып, Француа Олланд еңеп сыҡҡайны. Әле Интернет селтәрендә 2006 йылдағы президент һайлауы мәлендә Саркози Ливия диктаторы Муаммар Каддафиҙан һайлау алды агитацияһы үткәреү өсөн 50 миллион доллар аҡса алған икән, тигән мәғлүмәт донъя күрҙе.
Олландтың һайлау штабы Саркозиҙы бының өсөн судҡа бирергә йыйына. Саркози иһә үҙ сиратында бының ялған мәғлүмәт булыуын, сәйәси уйын икәнлеген иҫбатларға тырыша. Саркозиҙың ғәйебе барлығы асыҡланған осраҡта уны президент креслоһы түгел, ә хөкөм эскәмйәһе көтә.

Рокировкаға күп ҡалманы

Владимир Путин менән Дмитрий Мадведевтың үҙ урындарын алмашыуына күп ҡалманы. Үткән аҙнала Д. Медведев Дәүләт Советы үткәреп, үҙенең дүрт йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. 7 майҙа Путиндың инаугурацияһы булһа, 8 майҙа Дәүләт Думаһы депутаттары Дмитрий Медведевты Хөкүмәт рәйесе итеп раҫларға тейеш. 26 майҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының сираттан тыш съезында фирҡә дилбегәһен дә Дмитрий Анатольевичҡа тоттормаҡсылар.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад