Беҙҙең бурыс – һайлауҙы лайыҡлы үткәреү29.06.2018
Беҙҙең бурыс –  һайлауҙы лайыҡлы үткәреүБашҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы ВӘЛИЕВ менән мартта үткән ил Президентын һайлау йомғаҡтары һәм тиҙҙән буласаҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Хәйҙәр Арыҫлан улы, быйыл мартта Рәсәй Президентын һайланыҡ. Республикала һайлау системаһының үҫеш күҙлегенән уның төп йомғаҡтарына ниндәй баһа бирер инегеҙ?
– Өс ай элек тамамланған һайлау кампанияһы йомғаҡта­рына килгәндә, иң элек һайлау­ҙың сифат йәһәтенән өр-яңы кимәлдә ойошторолоуын билдә­ләргә кәрәк. Ил буйынса тәүге тапҡыр файҙаланылған “Мобиль һайлаусы” механизмы һөҙөм­тәһендә республикабыҙҙан 130 меңдән ашыу, тотош ил буйынса 5,5 миллиондан ашыу кеше был көндә үҙҙәре булған ерҙә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлап, ирекле ихтыяр белдерҙе. Үткән һайлауҙың икенсе яңылығы – участка һайлау комиссияла­рының йомғаҡлау протоколдарына QR коды ҡуйыу техноло­гияһын ҡулланыу. Тауыш биреү­ҙең ғәҙеллеген бик күп күҙә­теүселәр ҡарап барҙы. Башҡорт­остандың Йәмәғәт палатаһы ғына – 10 мең самаһы, ил буйынса ошондай уҡ ойошмалар иһә 150 мең күҙәтеүсе ебәрҙе. Ҡыҙыҡ­һынған партиялар һәм кандидаттар ҙа байтаҡ күҙәтеүсене йәлеп итте. Бынан тыш, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары һәм эшҡы­уарлыҡ берләшмәләре ҡатнаш­лығында күләмле мәғлүмәт кампанияһы йәйелдерелде. Бы­ларҙың барыһы ла граждан­дарҙың һайлау системаһына һәм һайлау һөҙөмтәләренә ышанысын арттырыу мөмкинлеген бирҙе.

– Һайлауға әҙерлек осорон­да һәм тауыш биреү көнөндә килгән мөрәжәғәттәрҙе ана­лиз­лау йәһәтенән дә ниндәй­ҙер һығымта яһалғандыр бит?
– Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау кампанияһы барышында Үҙәк һайлау комис­сияһына 178 мөрәжәғәт килгәйне. 2016 йылда Дәүләт Думаһына һайлау менән сағыштырғанда, уларҙың һаны ярайһы уҡ кәмегән – ул саҡта 461 мөрәжәғәт бул­ғайны. Күпселек һайлау ҡануниә­тендәге теге йәки был яңылыҡ­тарҙы, атап әйткәндә, ошо көндә үҙең булған ерҙә тауыш биреү тәртибен аңлатыуҙы һораны. Мөрәжәғәт иткәндәрҙең бер өлөшө законһыҙ агитация материалдарын таратыуға, һайлау комиссияларындағы кәңәш биреү тауышы хоҡуғына эйә булған ағзалар, күҙәтеүселәр хоҡуҡтары­ның боҙолоуына, тауыш биреү һәм тауыштарҙы иҫәпләү ғәмә­лендәге етешһеҙлектәргә ялыу итте.
Бөтә мөрәжәғәттәрҙе беҙ закон менән билдәләнгән тәртиптә тикшерҙек, алты осраҡта ялыуҙар нигеҙһеҙ тип танылды. Мәҫәлән, участка комиссияларының бере­һендә боҙолған ике бюллетень – ғәмәлдән сығарылғандар иҫәбенә, икенсеһендә иһә формаһы билдәләнмәгән бюллетень ғәмәлгә яраҡһыҙҙарға индерелгән булып сыҡты. Бынан тыш, тауыш биреү бюллетен­дәрен законһыҙ тапшырыу һәм алыу, һайлау көнөндә булған ерҙә тауыш биреү өсөн ғариза яҙырға рөхсәт итмәү, тауыш биреү йомғаҡтары тураһында протокол төҙөгәндә техник хаталарға бәйле осраҡтар асыҡланды. Беҙ ошо хаталарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе ентекле анализланыҡ, һөҙөмтәләр эш кәңәшмәләрендә һәм һайлауҙы ойоштороусылар өсөн уҡыу семинарҙарында тикшерелде.

– Тәртип боҙғандарға ҡарата ниндәй сара күрелде?
– Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләргә 500-ҙән 30 мең һумға тиклем штраф һалыу рәүешендә административ яза бирелде. Участка һайлау комис­сияларындағы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған биш ағза вәкәләттәрен һалды һәм яңы ойошторолған комиссияға инмә­не. Әйткәндәй, республика билә­мәһендә өс меңдән ашыу һайлау комиссияһы Президент һайлауҙы ойоштороу менән шөғөлләнде. Был комиссияларҙа хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған 28 меңдән ашыу ағза иҫәпләнде. Шуға күрә тауыш биреү көнөндә эштең көсөргә­нешлегенә бәйле ҡайһы бер етешһеҙлектәр уларҙың дөйөм эшмәкәрлек һөҙөмтәһенә йоғонто яһаманы. Уңайҙан файҙаланып, республика Үҙәк һайлау комиссияһы исеменән бөтә кимәлдәге һайлау комиссиялары ағзаларына Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү осоронда фиҙакәр хеҙ­мәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәм.

– Быйыл май аҙағында республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һайлау тураһын­дағы төбәк ҡануниәтенә үҙгә­рештәр индерҙе. Был нимәгә бәйле?
– Башҡортостан Республика­һының Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү уның положениеларын федераль ҡануниәт менән яраштырыу зарурлығына бәйле. Мәҫәлән, уңайлыҡтарҙы арттырыу маҡса­тында Кодекста һайлау участкалары исемлеген һәм сиктәрен ҡайтанан ҡарау мөмкинлеге (шул иҫәптән участкалағы һайлаусы­ларҙың максималь һанын 1500-гә тиклем кәметеү) нығытылды. Шулай уҡ республика кимә­лендәге һайлау­ҙа тауыш биреү көнөндә йәшәгән урынынан ситтә булған граждандар өсөн һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу­ҙың яңы тәртибе ғәмәлгә индерелде. Ошоға бәйле һайлау комиссиялары ағзаларының вәкә­ләттәре тулыландырылды – уларға теркәл­гән ерҙән ситтә булған һайлаусылар исемлегенә инде­реүҙе һорап ғариза яҙған граждандар тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу хоҡуғы бирелде. Ҡултамға ҡағыҙҙарында канди­дат­тарҙы, кандидаттар исемлеген хупла­ғанда граждандың йәшәү адресын күрһәтеүгә талап ябайлаштырылды. Үҙҙәренең һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашыр­ғанда граждандарға уңайлыраҡ шарттар тәьмин итеүгә йүнәл­телгән башҡа үҙгәрештәр ҙә бар.

– Башҡортостан Респуб­лика­һының алтынсы саҡы­рылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай нисек форма­лашасаҡ?
– Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат инә. Тауыш биреү көнөнә 21 йәшкә еткән һәм пассив һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы республика парламенты депутаты итеп һайлана ала. Депутат­тарҙың яртыһы мажоритар сағыштырма күпселек системаһы нигеҙендә бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайлана – еңеүсе кандидат, башҡалар менән сағыштырғанда, иң күп тауыш йыйырға тейеш. Ҡалған 55 депутат партия исемлектәре өсөн бирелгән тауыш һанына пропорциональ берҙәм республика һайлау округы буйынса һайлана. Ниндәй ҙә булһа партия тарафынан тәҡдим ителгән кандидаттар исемлеге өсөн тауыш биргәндә һайлаусы ошо партия өсөн тауышын бирә. Һайлау йомғаҡтары буйынса мандат­тарҙы бүлеүгә килгәндә, уның нигеҙен түбәндәге принцип тәшкил итә – тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусылар тауы­шы­ның биш һәм унан күберәк процентын алған партия исем­лектәре генә депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта бындай партия исем­лектәре кәмендә икәү булырға һәм тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусылар тауы­шының 50 проценттан ашыуы уларға тура килергә тейеш.

– Яҡын арала һайлау кам­па­нияһында ниндәй ваҡи­ғалар көтөлә?
– Һайлау кампанияһы бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Ошо этаптарҙың һәр береһендә сәйәси партиялар, кандидаттар һәм һайлау комиссиялары һайлауҙы уңышлы үткәреү өсөн ҡануниәттә билдәләнгән ғәмәлдәрҙе тормош­ҡа ашыра. Мәҫәлән, партиялар өсөн һайлау кампанияһы кандидаттар исемлектәрен күрһәтеүгә бәйле конференциялар, йыйылыштар менән башланасаҡ. Һайлау кампанияһының был этабы 30 көн дауам итә һәм кандидаттарҙың партия исемлек­тәрен республика Үҙәк һайлау комиссияһына раҫлауға тәҡдим итеү менән тамамлана. Бер мандатлы округтарҙа үҙ-үҙен күрһәткән һәм партияларҙан кандидаттар өсөн дә ҡануниәттә ошо тиклем үк ваҡыт бүленә.

– Һәр һайлау кампанияһы, кандидаттар исемлеген, бер мандатлы округтар буйынса кандидаттарҙы хуплап ҡул­тамғалар йыйыу менән оҙа­ты­ла. Республика пар­ла­ментына һайлауҙа ла ошондай уҡ эш башҡарыу күҙалланамы?
– Ҡануниәткә ярашлы, айырым партиялар ҡултамғалар йыйыу­ҙан азат ителә, уларҙың исемлеге республика Үҙәк һайлау комис­сияһы сайтында урынлашты­рылған. Тәү сиратта ундайҙарға бөгөн Дәүләт Думаһындағы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙағы партиялар, бынан тыш, урындағы үҙидараның вәкил­лекле органдарына күптән түгел үткән һайлау һөҙөмтәһе буйынса кандидаттар исемлеге Башҡорт­остан Республикаһының кәмендә бер муниципаль берә­мегендә депутат мандаттарын бүлеүҙә ҡатнашҡан партиялар инә. Бындай партиялар үҙ кандидатын бер мандатлы һайлау округы буйынса ла ҡултамғалар йыймайынса тәҡдим итә ала. Исемлектәр раҫлан­ғандан һуң улар һайлау алды агитацияһы үткәреүгә иғтибарын йүнәлтә ала.
Ҡалған партияларға закон үҙ кандидаттарын һәм партия исемлеген хуплап һайлаусыларҙың ҡултамғаларын йыйыу бурысын йөкмәтә. Үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттарға ла ҡануниәт ошондай уҡ талап ҡуя.

– Һайлау кампанияһының конкурентлыҡ ҡеүәһе күп йә­һәттән сәйәси партиялар­ҙың ҡатнашыуы менән билдә­ләнә. Киләһе һайлауҙа һайлау бе­рек­мәләренән ниндәй әүҙем­лек көтәһегеҙ?
– Һуңғы йылдарҙа төбәк һайлауҙарында әүҙем ҡатнашҡан партиялар исемлеге әллә ни ҙур түгел – 10-12 самаһы ғына. 2013 йылда Башҡортостан Республи­каһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа улар байтаҡ булғайны. Ул осорҙағы һайлау кампанияһында кандидат­тарҙы тәҡдим итеү һәм теркәү стадияһында 19 партия ҡатнаш­ты. Шуларҙың 12-һе – партия исемлектәрен, 18-е бер мандатлы һайлау округтары буйынса кандидаттарын теркәй алды.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса алты партия вәкилдәре депутат мандатын алды. Пропорциональ система буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ике партия үтте, тағы ла дүрт партия вәкилдәре бер мандатлы округ буйынса депутат булды. Быйылғы һайлауҙа партияларҙың әүҙемлеге кәмемәҫ тип ыша­набыҙ.

– 2018 йылдың 9 сен­тябрен­дәге һайлауҙы ойоштороусылар алдында ниндәй бу­рыс­тар ҡуйыла?
– Стратегик бурысыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡала. Һайлау ту­лыһынса ҡануниәткә һәм демократия принциптарына ярашлы үтергә, уның һөҙөмтәһенә ҡарата шик тыумаҫҡа тейеш. Башҡа бурыстарға килгәндә, легитим һайлауҙың төп шарттары­ның береһе – һайлау комиссиялары ағзаларын әҙерләү сифаты һәм уларҙың профессионаллеге. Быға беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ һәм бөгөн уларҙы уҡытыу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ.
Июндә округ комиссиялары ағзалары өсөн тәүге семинарҙар ойошторолдо. Шулай уҡ бөтә кимәлдәге комиссиялар граждан­дарға һайлау тураһында мәғлү­мәт еткереү йәһәтенән ҙур тырышлыҡ һалыр, граждандар иһә 2018 йылдың 9 сентябрендә дөрөҫ ҡарар ҡабул итер тигән ниәттәбеҙ.


Вернуться назад