Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары19.06.2018
Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса округ һайлау комиссиялары вәкәләттәрен территориаль һайлау комиссияларына йөкмәтеү тураһында

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө статьяһындағы 10-сы пунктҡа, 25-се статьяһындағы 1-се пунктҡа, Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се статьяһындағы 9-сы өлөшкә, 24-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2012 йылдың 29 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау өсөн бер мандатлы һайлау округтары схемаһы тураһында”ғы 2699-сы, 2018 йылдың 31 майындағы “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау өсөн бер мандатлы һайлау округтары схемаһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 2877-се ҡарарын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса округ һайлау комиссияһы вәкәләттәрен түбәндәге һайлау комиссияларына йөкмәтергә:
1-се Шайморатов һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Дим районы территориаль һайлау комиссияһына;
2-се Инорс һайлау округындағы, 3-сө Беренсе Май һайлау округындағы, 4-се Черниковка һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районы территориаль һайлау комиссияһына;
5-се Ағиҙел һайлау округындағы, 6-сы Пушкин һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы территориаль һайлау комиссияһына;
7-се Ленин һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Ленин районы территориаль һайлау комиссияһына;
8-се Сипайлово һайлау округындағы, 9-сы Ҡояшлы һайлау округындағы, 10-сы Үҙәк һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы территориаль һайлау комиссияһына;
11-се ВАЗ һайлау округындағы, 12-се Студенттар һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы территориаль һайлау комиссияһына;
13-сө Вокзал һайлау округындағы, 14-се Новиковка һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Баш­ҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы территориаль һайлау комиссияһына;
15-се Күмертау һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Күмертау ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына;
16-сы Комсомол һайлау округындағы, 17-се Юбилей һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына;
18-се Девон һайлау округындағы, 19-сы Нарыш һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына;
20-се сәнәғәт һайлау округындағы, 21-се Быяла заводы һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына;
22-се Сибай һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына;
23-сө Нахимов һайлау округындағы, 24-се Ольховка һайлау округындағы, 25-се Отрада һайлау округындағы, 27-се Шихан һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссияһына;
26-сы Стәрлетамаҡ һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Баш­ҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
28-се Ҡыҙыл һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
29-сы Талбазы һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
30-сы Һаҡмар һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
31-се Төньяҡ һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
32-се Асылыкүл һайлау округындағы, 33-сө Бәләбәй һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Баш­ҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
34-се Белорет һайлау округындағы, 35-се Металлург һайлау округындағы округ һайлау комиссияларыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
36-сы Предуралье һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
37-се Баженов һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
38-се Прибельский һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
39-сы Төньяҡ-көнсығыш һайлау округындағы округ һайлау комиссия­һыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
40-сы Чеверев һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
41-се Иҫәнғол һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
42-се Ишембай һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
43-сө Красный Холм һайлау округындағы округ һайлау комиссия­һыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
44-се Йүрүҙән һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
45-се Бельский һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
46-сы Сәрмәсән һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
47-се Ермолаевка һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
48-се Нөгөш һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
49-сы Ҡыҙылъяр һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
50-се Туймазы һайлау округындағы, 51-се Өсән һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
52-се Ирәмәл һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
53-сө Шишмә һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
54-се Рәжәп һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына;
55-се Бөй һайлау округындағы округ һайлау комиссияһыныҡын – Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһына.
2. Ошо ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының территориаль һайлау комиссияларына ебәрергә.
3. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары
М.Б. ДОЛМАТОВА.

2018 йыл, 8 июнь № 41/5 – 6
Өфө.


Вернуться назад