Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы03.05.2012
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының 80 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһында
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының төркиәтте, шәрҡиәтте һәм башҡорт милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшөн иғтибарға алып, ҡарар итәм:
1. 2012 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының 80 йыллығына арналған юбилей саралары үткәрергә.
2. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының 80 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының (артабан — ойоштороу комитеты) теркәлгән составын раҫларға.
3. Ойоштороу комитетына Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының 80 йыллығына арналған саралар исемлеген эшләргә һәм раҫларға.
4. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты федераль дәүләт бюджет учреждениеһының 80 йыллығына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса сығымдарҙы учреждениеның шәхси средстволары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырырға.
5. Ошо Указдың үтәлешенә контролде Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтергә.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р. ХӘМИТОВ.
Өфө, Республика йорто.
2012 йыл, 28 апрель.
№ УП-207.


Вернуться назад