Беҙҙең рухи күпер күптән һалынған03.05.2012
Беҙҙең рухи күпер күптән һалынғанМәскәүҙә Башҡортостан көндәре Рәсәйҙең иң ҡеүәтлеләр иҫәбендәге ике төбәге араһында быуаттар дауамында һыналған дуҫлыҡты, үҙ-ара ышанысты, сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлекте бермә-бер нығытты. Был сара баш ҡала менән республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илдең үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Тамырҙар тәрән, емештәр тос

Башта уҡ шуны билдәләп үтергә кәрәктер: Мәскәү менән Башҡортостандың дуҫлығы бай тарихҡа эйә. Беҙҙе бер бөтөн иткән хоҡуҡи нигеҙ дүрт ярым быуат элек барлыҡҡа килгән булһа, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең тамыры тағы ла тәрәнерәк. Шулай ҙа Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуын Мәскәү менән арабыҙҙы яҡынайтҡан төп ваҡиға тип баһалау һис тә яҙыҡ түгелдер. Унан һуң башҡорт халҡының уртаҡ Ватаныбыҙ именлеген һаҡлап тиҫтәләрсә оло яуҙа ҡатнашҡаны, һуғышта ла, тыныс тормошта ла фиҙаҡәрлек һәм тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткәне, бик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең Рәсәйҙең донъя кимәлендәге абруйын билдәләүе хаҡында барыбыҙ ҙа белә. Мәскәү ҙә, һис шикһеҙ, Башҡортостан тарихында бик етди урын биләй.
Республикабыҙ менән илдең баш ҡалаһы араһындағы эшлекле һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек бөгөн дә уңышлы дауам итә. Иҡтисади бәйләнешкә килгәндә, Мәскәүҙең Башҡортостан тауарҙарын иң күп ҡулланыусы төбәктәр рәтендә булыуын билдәләргә кәрәк. Анығыраҡ әйтһәк, беҙҙән унда аҙыҡ-түлек, синтетик каучук, полистирол һәм стирол сополимерҙары, полиэтилен, полипропилен, ҡорос арҡан, дизель яғыулығы, автомобиль бензины, яһалма күн, автобустар оҙатыла. Баш ҡаланан иһә ауыр сәнәғәт өсөн кәрәкле продукция, еңел машиналар, айыртылмаған һөт ризыҡтары, алкоголле эсемлектәр, тәмәке һәм башҡаһын алабыҙ. Һөҙөмтәлә ике аралағы тауар әйләнеше күләме йылына егерме миллиард һумдан ашып китә.
Гуманитар бәйләнештәр тураһында һүҙ барғанда ике төбәк араһында ныҡлы рухи күпер һалынғанлығын оло ҡаҙаныш тип баһаларға нигеҙ бар. Һуңғы йылдарҙа илдең баш ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың, шул иҫәптән тиҫтә меңгә яҡын башҡорттоң мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн төрлө сара күрелә. Мәҫәлән, Мәскәү Хөкүмәтенең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан яҡташтар берлеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе, шулай уҡ йыл да баш ҡалала һабантуй ойошторолоуы, унда тиҫтәләрсә мең кеше йыйылыуы хаҡында әйтеп үтергә кәрәк. Мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә лә бәйләнеш үҫә. Миҫал өсөн Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында Башҡортостандан меңдән ашыу кешенең белем алыуын, йыл һайын ике мең самаһы яҡташыбыҙҙың илдең баш ҡалаһында дауаланыуын, ике төбәктең ғилми, етештереү һәм сәнәғәт ойошмалары тарафынан үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында төрлө сара үткәрелеүен билдәләргә була.

Төп маҡсат – лайыҡлы алмаш

Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре 26 апрелдә Президент Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең Ҙур театры етәксеһе Анатолий (Таһир) Иҡсановтың осрашыуынан башланды. Сара барышында республика менән илдең киң билдәле мәҙәниәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Биш йылға иҫәпләнгән был документ Рәсәйҙә музыка һәм театр сәнғәтен үҫтереү маҡсатына нигеҙләнгән. Башҡортостан Ҙур театр менән төрлө йүнәлештә, шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы проекттар эшләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, гастроль эшмәкәрлеге буйынса тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк.
Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына барҙы һәм уҡыу йортоноң ректоры Виктор Садовничий менән осрашты, студенттар өсөн лекция уҡыны. Шуныһын билдәләү урынлы булыр: былтыр декабрҙә республика менән МДУ араһында уртаҡ ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыу, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса фәнни-ғәмәли проекттар һәм программалар төҙөү, уларҙы бойомға ашырыу йәһәтенән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Ошо нигеҙҙә университетта Башҡортостан өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, ике яҡтың да инновациялар өсөн мөмкинлеген арттырыу, төбәк-ара һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу күҙаллана.

Заманса эшләүселәр ота

Кискә ҡарай Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Башҡортостанда һәм Мәскәүҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре: властың һәм бизнестың фекере” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ике төбәктән дә эшлекле даирә вәкилдәре йыйылғайны.
Президент Рөстәм Хәмитов һүҙҙе республикала көндөң аяҙ тороуынан башланы һәм ошондай уҡ мөхиттең ижтимағи тормошта ла, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә күҙәтелеүен билдәләне.
– Һуңғы йыл ярым ваҡыт эсендә күпкә өлгәштек: заманса ҡануниәт, хоҡуҡи документтар булдырҙыҡ, төрлө ассоциацияларға индек, юғары кимәлдә форумдар үткәрәбеҙ, ситтән ҡунаҡ саҡырабыҙ. Ҡәҙимгесә эшлекле тормош бара, – тине ул. – Бөгөнгө шарттарҙа идара теҙгене бизнес, эшҡыуарҙар ҡулына күсергә тейеш. Быны бойомға ашырыуы ҡыйын, әлбиттә. Сәбәбе беҙҙең теләккә генә бәйле түгел – илдең дә, республиканың да халҡы иҡтисади әүҙемлеккә күсергә ынтылмай. Тимәк, ваҡыт кәрәк.
Сарала ҡатнашыусылар бизнестың йылдан-йыл баҙар иҡтисадында киңерәк урын биләй барыуын, төрлө тармаҡтарҙың эш күрһәткестәренә нығыраҡ йоғонто яһауын иғтибар үҙәгенә алды. Күпселектең фекеренсә, бәләкәй һәм уртаса предприятиелар инновация проекттарын ғәмәлгә индереүҙә яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшә, баҙарҙағы үҙгәрештәргә тиҙерәк яраҡлаша, ҙур компаниялар “күҙгә лә элмәгән”, әммә халыҡ өсөн мөһим йүнәлештәрҙе үҙләштерә ала.
Бизнестың үҫешен тотҡарлаусы кәртәләр хаҡында ла һөйләшеү булды. Тәү сиратта, әлбиттә, административ ҡаршылыҡтарҙың күплеге тәнҡитләнде. Шулай уҡ бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡ субъекттарының дәүләт заказдарын үтәүҙә һүлпән ҡатнашыуы, кредит проценттарының юғарылығы һәм финанс йәлеп итеү шарттарының ҡатмарлылығы, яңы эш башлаған предприятиеларҙың залог сифатында файҙаланырлыҡ милке булмауы аяҡ сала, тине “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар.
Эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән ниндәй сара күреү отошлораҡ икәнлеген дә асыҡларға тырыштылар. Мәскәү вәкилдәре әйтеүенсә, тауар етештереү, хеҙмәт күрһәтеү һәм инновациялар менән шөғөлләнеүсе ваҡ ойошмаларға дәүләт иҫәбенән субсидия бүлеү, кредит буйынса процент ставкаһын ҡаплау, махсус курстар уҙғарыу, хоҡуҡи консультация биреү яйға һалынған. Инновациялар, юғары технологиялар менән бәйле фирмалар хаҡында айырыуса хәстәрлек күрәләр, сөнки бындай бизнес һәйбәт табыш бирә, һәләтле һәм аҡыллы йәштәрҙе юғары эш хаҡы менән тәьмин итә. Заманса предприятиеларҙың ишәйеүе баш ҡалала квалификациялы белгестәргә ихтыяжды арттырасаҡ, тип ышана мәскәүҙәр.
Президент Рөстәм Хәмитов IT-технологияларҙы заманса ҡарашлы, әүҙем, аҡыллы кешеләр өсөн ҡулай бизнес тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда юғары технологияларҙы экспортҡа сығарыусы предприятиеларға ярҙам ҙур буласаҡ.
Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров уҡыуын тамамлап килеүсе студенттар өсөн ойошторолған «Стартҡа хоҡуҡ» проекты менән таныштырҙы. “Былтыр 100 кешене алдыҡ, унан һуң Сауҙа-сәнәғәт палатаһының штатын ун процентҡа ҡыҫҡартырға тура килде, сөнки йәштәр һөҙөмтәлерәк эшләй, хеҙмәт хаҡын да күп талап итмәй, – тине ул. – Проектта ҡатнашҡан белгестәрҙең күбеһе, беҙҙән һәйбәт баһалама алып, үҙенә лайыҡлы эш тапты ла инде”.
Юрий Пустовгаров шулай уҡ яңы башланып торған “Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре” проекты хаҡында һөйләне. Унда ҡатнашыусы йәштәр республикала иғтибарҙан ситтә ҡалған үҫеш мөмкинлектәрен табыу һәм файҙаланыуға индереү менән шөғөлләнәсәк. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президентының әйтеүенсә, әле Башҡортостанда ике миллион самаһы квадрат метр майҙан буш тора.

Эшлекле бәйләнеш үҫәсәк

Икенсе көндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәү мэры урынбаҫары Александр Горбенко, Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәк министрҙары, ветерандар, йәмәғәт берекмәләре һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән берлектә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Артабан республика башлығының Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин менән эш осрашыуы булды.
Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһында ойошторолған эшлекле форум барышында республиканың сәнәғәт ҡеүәте һәм инвестиция йәлеп итеү һәләте, Башҡортостан ғалимдарының фәнни ҡаҙаныштары, шулай уҡ ике төбәктең туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәре күрһәтелде. Ошонда уҡ уҙған “түңәрәк өҫтәл”дә йәмәғәт берекмәләре һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре Федерация субъекттарында бәләкәй һәм уртаса эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Башлыса эшҡыуарлыҡты дәртләндереү йәһәтенән яҡшы һөҙөмтә бирерҙәй саралар, яңы проекттар, бизнесҡа йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү зарурлығы хаҡында һүҙ барҙы.
– Башҡортостан – Рәсәйҙең иң бай һәм көслө төбәктәренең береһе. Уның продукция етештереү, социаль инфраструктура йәһәтенән ҡеүәте бик ҙур, – тине Сергей Катырин, йыйылыусыларҙы сәләмләп. – Иң мөһиме: артабанғы үҫешкә этәргес бар, бәләкәй бизнестан халыҡ-ара кимәлдәге эшмәкәрлеккә тиклем төрлө ҡыҙыҡлы проекттар ғәмәлдә. Был сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһына ҙур ышаныс бағланыуы өсөн ысын күңелдән шатбыҙ.
Президент Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселегенә үҙ ҡаҙаныштарыбыҙҙы күрһәтеү, кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү, эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте, нефть тармағының, машиналар эшләү сәнәғәтенең уңыштары донъяла киң билдәле, киләсәктә юғары технологиялар үҫештең төп йүнәлешенә әйләнәсәк.
– Бөгөн беҙ “Бизнесҡа – йәшел юл” тигән девизды алға һөрәбеҙ. Был эшҡыуарлыҡтың барлыҡ формаларына ла – бәләкәйме ул, уртасамы, ҙурмы – ҡағыла, йүнселдәргә беҙҙең төбәктә кәсеп итеүҙе уңайлаштырыуҙы күҙ уңында тота. Ғөмүмән, республикала власть халыҡ мәнфәғәтендә эшләй, тормош өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыуҙы төп бурысы тип һанай, – тине Рөстәм Зәки улы.
Эшлекле форумда сығыш яһап, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Юрий Пустовгаров төбәктең сәнәғәт ҡеүәте һәм инвестиция йәлеп итеү һәләте хаҡында мәғлүмәт бирҙе; иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар, мөмкинлектәр менән таныштырҙы; Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов баш ҡалабыҙҙың үҫеш проектын тәҡдим итте; Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов спорттағы ҡаҙаныштарыбыҙ, быйыл һәм алдағы йылдарҙа беҙҙә үтәсәк халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар хаҡында һөйләне; Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев туризм өлкәһен үҫтереү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Һуңынан Рәсәйҙең Медицина берләшмәһе менән Башҡортостандың Медицина лигаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Академик Евгений Чазов менән БДМУ профессоры Шамил Ганцев ҡул ҡуйған документ һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу, заманса технологияларҙы ҡулланыу, медицина кадрҙары әҙерләү кеүек байтаҡ өлкәлә берлектә эшләүҙе күҙ уңында тота.

Ике яҡ өсөн дә файҙа

Мәскәү менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөү тантанаһы көндөң икенсе яртыһында булды. Уға ҡала мэры Сергей Собянин менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов имза ҡуйҙы.
Баш ҡала етәксеһенең һүҙҙәренсә, әлеге документ ике төбәктең дә үҫешенә етди йоғонто яһаясаҡ.
– Мәскәүҙә уҙған Башҡортостан көндәре – ҡәҙимге сара, күҙ буяу өсөн башҡарылған эш түгел, ә ҡыҙыҡлы, ҙур, сағыу ваҡиға, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бында меңләп кеше ҡатнаша, әүҙем һөйләшеүҙәр бара, беҙ инвесторҙар эҙләйбеҙ, иҡтисади ҡеүәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ, бынан тыш, төбәгебеҙҙә ял итеү, сәләмәтлекте нығытыу өсөн яҡшы шарттар булдырылыуы хаҡында бәйән итәбеҙ. Башҡортостанда шифахана-курорт селтәре һәйбәт үҫешкән, мәскәүҙәр электән беҙгә ял итеү маҡсатында күпләп килә, һәр саҡ ҡәнәғәт ҡайта. Иҡтисади хеҙмәттәшлеккә килгәндә, ике төбәк компанияларының кооперацияларға берләшеүе күҙәтелә. Бөгөн Башҡортостанда Мәскәү кешеләренең фирмаларын күреү йәки, киреһенсә, илдең баш ҡалаһындағы предприятие хужаһының Өфөлә, беҙҙең республикала йәшәүе берәүҙе лә ғәжәпләндермәй. Шулай булырға тейеш тә. Мөнәсәбәттәр тағы ла яҡынайыуын теләйбеҙ.
Республика Президенты хәҙер беҙгә сират етеүен, йәғни Башҡортостанда Мәскәү көндәре уҙғарыу кәрәклеген, билдәләне.

Рухи аҙыҡ бында танһыҡ


Кис Мәскәүҙәге Халыҡ-ара музыка йортона Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концертын ҡарарға килгән халыҡты тышта ҡуйылған башҡорт тирмәләре, үҙенсәлекле милли ихата ҡаршыланы. Был күргәҙмәне Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары халҡы ойошторған икән. Мәскәүҙәр башҡорт балынан, ҡымыҙҙан, сәк-сәк менән ҡаҙынан ауыҙ итте, милли кейемебеҙ, боронғо көнкүреш әйберҙәре, йолалар менән танышты. Мәҙәниәт һарайының тирә-яғына башҡорт көйҙәре, йырҙары яңғырап торҙо.
Бина эсендә лә бер нисә экспозиция ҡуйылғайны. Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре кеүек ойошмаларҙың продукцияһы бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.
Концерт башланыр алдынан тамашасыларҙы баш ҡала мэры Сергей Собянин менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Улар ике төбәктең артабан да бер-береһен тулыландырып, дуҫ йәшәргә ынтылыуы, Рәсәйҙең ҡеүәте тап ошондай көслө субъекттарҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлегендә булыуы тураһында бәйән итте.
Мәскәү тамашасыһы был көндө төрлө сәнғәт коллективтарының, билдәле башҡорт, урыҫ һәм татар йырсыларының сығышынан ифрат ҡәнәғәт ҡалды.
Һуңғы көндә баш ҡаланың “35 мм” кинотеатрында Башҡорт киноһы көнө булды, ошо айҡанлы “Башҡортостан” киностудияһының “Еңмеш”, “Ел ҡыуыусы”, “Ун өсөнсө раунд” кеүек нәфис фильмдары һәм башҡа эштәре күрһәтелде. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры “Мәскәү – Васютки” спектаклен тәҡдим итте.
Даян МӘЖИТОВ

Өфө — Мәскәү — Өфө.


Вернуться назад