Украина: ситтән бер ҡараш07.06.2018
Мин-минлеккә таянған — бейек тауҙан йығылған

Украина: ситтән бер ҡарашУкраина тураһында гел генә уйланып йөрөүҙең сәбәбе ябайҙыр: был республиканы, уның мөстәҡиллек алып, суверенлы дәүләт булып китеүенә утыҙ йыл самаһы ваҡыт уҙһа ла, сит дәүләт, украиндарҙы ят халыҡ тип иҫәпләргә аҡыл да етмәй, күңел дә тартмай. Ҡыҙыуыраҡ ҡанлы бәғзе славян политологтары һәм хатта филологтары ла: “Рустар, украиндар, белорустар бер халыҡ бит инде. Бер ҡәүем эсендә лә һөйләштәрҙең айырылыуы ғәжәп түгел”, — тип тә ебәрә.

Бәхәслерәк тезис булһа ла, рустар, украиндар, белорустарҙың хәлен дә аңларға кәрәктер. Бер яралғынан хасил булған ҡәүемдәр, тарихи процестар йоғонтоһо менән айырымланһа ла, тел, мәҙәниәт, дин, ғөрөф-ғәҙәттәр яҡынлығын — тамыр берлеген һаҡлап ҡалған. Мәғлүмдер, был берлекте, дөрөҫөрәге — туғанлыҡты, дәүләт сиктәре лә, иҡтисадтарҙың айырымланыуы ла, ҡапыл ғына хакимлыҡ дилбегәһен ҡулдарына алған сәйәсмәндәрҙең ҡылыҡтары ла һүрелтә лә, оноттора ла алмай. Славян халыҡтарына, шул иҫәптән украиндарға ла, ошо ҡағиҙәгә буйһонмау мөмкин түгел.
1991 йылдың авгусында күпселек халыҡ аңлай алмай ҡалған түңкәрелеш аҙабы (уны дәүләт ҡоролошон үҙгәртеү өсөн авантюристик ғәмәл — путч тип тә атанылар), ойоштороусылар маҡсатына өлгәшә алмаһа ла, СССР-ҙың тарҡалыуына сәбәпсе булды. Латвия, Литва һәм Эстония СССР-ҙан айырылып сығыуҙары тураһында иғлан итте. Горбачев инде тейешле указды имзалап та ҡуйҙы, ләкин Союзға иң етди, дөрөҫөрәге — үлемесле яраны, украин властары һалды. 24 августа, әлеге путчты инде баҫтырғас, Украинаның Юғары Советы (хәҙер ул Рада тип йөрөтөлә) ҡарар ҡабул итте. Унда былай тип яҙылғайны: “СССР-ҙа 1991 йылдың 19 авгусындағы дәүләт түңкәрелешенә бәйле Украина өҫтөндә хасил булған үлемесле ҡурҡыныстан сығып, Украиналағы мең йыллыҡ дәүләт ҡоролошо традицияһын дауам итеп, үҙбилдәләнешкә БМО уставында һәм бүтән халыҡ-ара хоҡуҡи документтарҙа билдәләнгән форсатҡа таянып, Украинаның дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны бойомға ашыра барып, Украина Совет Социалистик Республикаһының Юғары Советы Украинаның бойондороҡһоҙлоғон һәм үҙаллы дәүләт — Украинаны булдырыу тураһында тантаналы рәүештә иғлан итә”.
Горбачев, Генераль секретарь вазифаһынан баш тартып, Совет конфедерацияһын төҙөргә ниәтләнгәйне. Әммә уны Ельцин хупламаны, ә иң мөһиме — Киевтың оторо ҡаршы тороуына осраны. Украинаһыҙ Союздың булмаясағы һәр кемгә мәғлүм ине. Америка Ҡушма Штаттары президентының милли именлек буйынса ярҙамсыһы Генри Киссинджер аҙағыраҡ: “Украинаһыҙ СССР ғына түгел, уның вариҫы — Рәсәй Федерацияһы ла бөйөк держава була алмаясаҡ”, — тип белдерҙе. Вәссәләм.
Украина — Рәсәй өсөн айырыуса мөһим ил. Ул киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ. Ике дәүләтте яҡынайтҡан уртаҡ нәмәләрҙе юғарыла телгә алғайным инде. Иҡтисадтың төп элементтары буйынса Украина Союз йылдарында ла РСФСР менән тиң булыуға дәғүә иткән республика ине. Тимәк, хәҙерге Рәсәйҙә лә, Украинала ла бер-береһен юғалтыуҙың нимә менән баһаланғанын һәм ни менән бөтөү ихтималын яҡшы аңлайҙар. Мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон һаҡлаған хәлдә, суверенлы ике дәүләт тә бер ҡатарҙан тороп эшләй һәм йәшәй ала ине. Әммә Украиналағы сәйәси элита Рәсәйҙән айырымланыуҙы, донъя ғаиләһенә үҙ мин-минлеге менән барып инеүҙе өҫтөн күрҙе. Шуға күрә ике илдең бер-береһенә бәйләнгәнлеге 2004 йылдан алып йылдам кәмей бара. Рәсәйҙең юғары сәйәси даирәләрендә Киевтағы беҙгә дошман булған режим оҙаҡ һаҡланасаҡ, тигән фекер нығынды.
Ил алдында ниндәй генә маҡсаттар тормаһын, ундағы эске сәйәси хәлдәр нисек кенә булмаһын, Мәскәү өсөн Украиналағы тотороҡлолоҡ һәм уның биләмәләренең бөтөнлөгө мөһим. Әүәлге республикалар, бөгөнгө мөстәҡил дәүләттәр, тотошлайы менән дә был йәһәттән бер Украинаны алмаштыра алмай. Ҡырымдағы референдумға ҡәҙәр Мәскәү өсөн иң мөһиме Ҡара диңгеҙ флотының ярымутрауҙа ҡалыуы булғандыр. Әлбиттә, Украинаның хәрби нейтралитеты, уның биләмәләре аша энергия ресурстарын ҡыуыу, шулай уҡ ошонда йәшәгән ун миллиондан күберәк рус халҡының именлеге лә бик мөһим. Был кешеләрҙең байтағы Рәсәйҙе үҙҙәренең хоҡуғын яҡлаусы тип иҫәпләй.
Украина предприятиеларында Рәсәй капиталы ҙур күләм менән билдәләнә. Рәсәйгә йөрөп эшләгән кешеләр һаны йыл һайын алты миллион кешегә етә ине. Ошо яҙ президент Петр Порошенко Украинаның Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берекмәһе (СНГ) һәм уның һәммә структураларынан да сығыуы тураһында иғлан итте. Тимәк, Рәсәйгә килергә теләгән украиндар өсөн виза индерелә, байтаҡ халыҡҡа беҙҙә эшләү, ғаиләһен аҫрау мөмкинлеге ябыла. Был — Украина хакимдарының дыуамал һәм ут менән шаярған аҙымы, сөнки күндәм тигән халыҡтың да бер мәл сабырлығы юйылыуы ихтимал.
Рәсәй газ өсөн хаҡтарға ташлама, займ­дар, заказдар урынлаштырыу аша Украина иҡтисадына йыл һайын 10-12 миллиард доллар биреп торҙо. Беҙҙең ил уның предприятиеларына космос ракеталары, караптар, самолеттар, вертолеттар, турбиналар эшләү өсөн заказдар ебәрә килде. Әгәр ике дәүләт араһында виза режимы индерелһә, күршеләр йыл һайын кәм тигәндә 11-13 миллиард доллар юғалтасаҡ.
Хәҙер, төрлө факторҙарҙы иҫәпкә алып, Рәсәй Киевтан, дошмансыл режимдан, ситләшеү йүнәлешен алды. Мәскәүҙә Киевтағы бөгөнгө сәйәси синыф менән һүҙ беркетеп, именлектә йәшәү мөмкин түгел, тигән фекер нығынды.
Бойондороҡһоҙлоҡ йылдарында Украинала тотороҡло һәм ойошҡан ғына сәйәси синыф барлыҡҡа килмәне. Ил сәйәсәтендә шәхси мәнфәғәттәр дәүләт ихтыяждарынан өҫтөн тора. Милли һайлауҙар, ғәҙәттә, көрсөккә алып бара, сөнки һайлауҙа еңеүсе бөтәһен дә үҙенә йома. Шуғалыр һайлау һайын Киевтағы юғары хакимдар ғына түгел, тотош 24 өлкәнең дә етәкселәре алмашына тора. Эске тотороҡһоҙлоҡта бер-береһе менән көрәш өсөн бөтөн мөмкинлектәр генә түгел, бәлки тышҡы көстәрҙе лә йәлеп итеү кәрәк. Ә инде популизм һәм милләтселек ғәҙәти күренешкә әйләнде. Бындай шарттарҙа милли мәнфәғәттәрҙе яҡлау өсөн килешеүгә өлгәшеү ауыр, ә илдең үҫеш стратегияһын эшләү, уны яҡлау сараларын эҙләү онотола. Ваҡыт үтә килә Киев үҙен халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә тиң уҙаҡташ тип һанамай, бәлки бүтәндәр ҡабул иткән ҡарарҙарҙы үтәүсе булыу менән генә хушһына.
Украина менән эшлекле хеҙмәттәш­лектең мөмкин түгеллегенә ышанғас, Рәсәй етәкселеге уны ЕАЭС (Европа-Азия иҡтисади хеҙмәттәшлеге) составына йәлеп итергә тырышыуын ташланы. Көнбайыш илдәре иһә Украинаны Рәсәйҙең Көн­байыш менән сәкәләшеүендә бер таяныс итеп файҙаланыу яғында. Көнбайыштың Украинаның эске эштәренә әүҙем ҡыҫылыуы, һуңғы нәүбәттә, НАТО-ны Украинаға индереүгә, Рәсәй флотын Ҡырымдан ҡыҫырыҡлап сығарыуға йүнәлтелгән. Украинала илде был альянсҡа ҡарай этәргән йоғонтоло көстәр бар. Ләкин НАТО-ла ағза булыу һәм Украинала АҠШ базаһын булдырыу (ошо көндәрҙә Америкаға ошондай тәҡдим менән Польша етәкселәре лә мөрәжәғәт итте) “ҡыҙыл һыҙат” үткәреү менән бер. Рәсәй Президенты В. Путин ошо айҡанлы етди хәүефләнеүен белдереп, ҡәтғи киҫәтеү ҙә яһаны. НАТО мәсьәләһендә Украиналағы этник рустар ҡәтғи ризаһыҙ­лыҡ белдерә. Әгәр был процесс дауам итһә, илдең бүлгеләнеүе, хатта граждандар һуғышына юлығыуы бар. Бындай хәлдә Рәсәй алдына ваҡиғаларға ҡыҫы­лыу-ҡыҫылмау мәсьәләһе килеп баҫыуы мөмкин. Беҙҙең ил былай ҙа аҡрынлап Украиналағы низағ эсенә инә бара, тимәк, Рәсәй иҡтисадын хәлһеҙләндерәсәк хәүефле тартышҡа йәлеп ителеүе ихтимал. Сүриәләге һуғыштан башы сыҡмаған, Афғанстан яғынан бандиттарҙың һөжүмен көткән дәүләткә был кәрәкме ни?..
Үткән замандарҙа Украина иҡтиса­дының үҫеүе өсөн стратегик шарттарҙы Евросоюз түгел, нәҡ Рәсәй тәьмин итте. Беҙҙең ил менән ирекле сауҙа итеү зонаһынан киткәс һәм ике яҡтан да мөнәсәбәттәр киҫкенләшкәс, ундағы тотороҡлолоҡто Мәскәү яңғыҙы ғына гарантиялауҙы туҡтатты. Киев үҙе лә быға ынтылмай. Низағты туҡтатыу, Украинаны тотороҡландырыу һәм уның киләсәктәге үҫеше өсөн Рәсәй менән Европа Союзының бергәләп тырышлыҡ һалыуы зарур. Украиналағы көрсөктән ул үҙе лә, Рәсәй ҙә, Европа ла зыян күрә. “Төньяҡ ағымы”, “Төрөк ағымы” магистралдәре әле төҙөлә генә, уларҙың да яҙмышы билдәһеҙ. Ошо шарттарҙа Украинаның газ-транспорт системаһы ла эшләүҙән туҡтаһа йә етештереүсәнлеген кәметһә, Евросоюзды энергетикала фалиж көтә.
Украина көрсөгөн хәл итеү юлдары әлегә күренмәй. Рәсәй хәстәрлегенән яҙған саҡта уға йыл һайын күпме ярҙам кәрәк буласағын Евросоюз сама менән дә белмәй, ә Америка бындағы хәлдәрҙе ситтән генә күҙәтеп тороуҙы йә олигархик, милләтсел көстәрҙе бер-береһенә һөсләтеүҙе генә хәйерле күрә. Ғөмүмән, Украина, уның яфа күргән халҡының яҙмышы Рәсәйҙе генә ғафил ҡалдырмай.
...Француз әҙибәһе Анна-Луиза Сталь әйтмешләй, тәкәбберлек шул ҡәҙәре осоноп китә, нигеҙе лә шул тиклем бушаҡ, бер мәл көтмәгәндә тәкмәсләһә лә ғәжәп түгел.


Вернуться назад