Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Евгений Маврин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Евгений Викторович Маврин 1964 йылда Өфөлә тыуған. 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 2003 йылда Мәскәү иҡтисад, статистика һәм информатика институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетындағы ВЛКСМ комитетында секретарь булып башлай. Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында ойоштороусы, мөдир, Башҡортостан Студенттар союзы рәйесе, Өфө финанс-иҡтисад колледжы директоры урынбаҫары, “УралСиб” банкының башҡарма директоры, “ОЗНА-Менеджмент” йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй. 2010 – 2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, беренсе урынбаҫары, министр. 2012 – 2015 йылдарҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2015 йылда Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы була. 2016 йылдан 2018 йылға тиклем “Арт-Өфө” мәҙәни-белем биреү үҙәге директоры булып эшләй. 2018 йылдың майынан – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.