Илебеҙ сәскә атһын өсөн01.06.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар инициативаһы комитеты ағзаһы Юлий Гусман менән осрашты.
Осрашыу барышында яҡтар республиканың ижтимағи-сәйәси үҫеше, мәҙәни проекттарға, йәмәғәтселек башланғыстарына булышлыҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Граждандар инициативаһы — илде яңыртыу һәм демократик институттарҙы нығытыу идеяһы юҫығында берләшкән эксперттар берләшмәһе ул. 2012 йылда Алексей Кудрин етәкселегендәге Рәсәй сәйәсмәндәре, иҡтисадсылары, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең инициатива төркөмө уны ойоштороу идеяһын тәҡдим иткән.
Былтырҙан Граждандар инициативаһын үҫтереү буйынса Кудрин фонды комитет эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә. Фонд шулай уҡ комитеттың ғилми-тикшеренеү, мәғлүмәт-аналитика һәм консультатив эшен ойоштороусы булып тора.
* * *
Өфөлә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Граждандар инициативаһы” милли премияһының төбәк этабында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
Награда 2013 йылда Граждандар инициативаһы комитеты һәм Кудрин фонды тарафынан булдырылған. Ул гражданлыҡ лидерҙарын, заманса Рәсәй йәмғиәтендә өр-яңы шәхестәрҙе асыҡлауға, уларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Премия йыл һайын 13 номинация буйынса тапшырыла. Конкурс төбәк һәм федераль этаптарҙа уҙғарыла. Быйыл тапшырылған ғаризалар күләме буйынса (120 проект) Башҡортостан тәүге өс төбәк иҫәбенә инде.
Премия лауреаттарын бүләкләүҙә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар инициативаһы комитеты ағзаһы Юлий Гусман ҡатнашты. Конкурсанттарға комитет рәйесе Алексей Кудрин видеосәләм ебәрҙе.
— Әлеге проект Читанан Калининградҡа тиклем 20 төбәкте үтеп, үҙенең популярлығын иҫбатланы. Бөгөн ул Башҡортостанға килеп етте, — тине Алексей Кудрин. — Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән дәртле кешеләр бар бында, тип ҡыйыу әйтә алабыҙ. Шуға күрә бөгөн еңелгәндәр булмаясаҡ.