Рәсәйҙә был хәлгә тарымаған кеше юҡтыр. Һүҙ — коррупция, ришүәтселек хаҡында. Ғәҙәти генә мәсьәләңде хәл итеү өсөн “төртөргә” кәрәк. Ғәмәлдәге ил Президенты Дмитрий Медведев фекеренсә, был проблема — Рәсәйҙе артҡа һөйрәп, уның үҫешен тотҡарланған сәбәптәрҙең береһе. Дмитрий Анатольевич коррупцияға ҡаршы көрәш хаҡында бер нисә көн элек Дәүләт Советы ултырышында ла үҙ ҡарашын белдергәйне, биш федераль каналға биргән интервьюһында был хаҡта тағы ла ҡабатланы.
— Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәләре аҙмы-күпме бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә: чиновниктар — ҙур бер корпорация, әммә был уларҙың енәйәтселәр икәнлеген дә аңлатмай, — тине ул. — Беҙ дәүләт аппаратын уңға ла, һулға ла борғоланыу мөмкинлеге бирмәгән шарттарға ҡуйырға, эшмәкәрлегенә ҡәтғи ҡағиҙәләр индерергә тейешбеҙ. Чиновниктарҙы мәҙәнилеккә өйрәтергә кәрәк.
Дмитрий Медведев фекеренсә, коррупция менән көрәш дәүләт тарафынан алып барылырға, ә граждандар был эштә булышлыҡ итергә тейеш.
Дәүләт Советы ултырышындағы сығышында Президент, ошо мәсьәләгә ҡағылып, был эштә суд системаһы менән хоҡуҡ һаҡлау органдарынан күп нәмә тороуын билдәләгәйне.
— Улар өсөн бер генә йүнәлеш бар — закон. Ә закон алдында барыһы ла тиң. Һуңғы йылдарҙа бойондороҡһоҙ суд системаһын нығытыу буйынса саралар күрелде, яңыраҡ эске эштәр органдарын реформалау буйынса ла тәүге аҙым яһалды. Уларҙың эшмәкәрлеге асыҡ, йәмғиәт тарафынан контролдә тотолорға тейеш, ә ситтән власть органдарының ҡыҫылыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк, — тине ул.
Дмитрий Анатольевич әйтеүенсә, губернаторҙар менән ҙур чиновниктарҙың күбеһе тап ошо сәбәпле вазифаһынан бушатылған. Хатта ҡайһы берҙәренә ҡарата енәйәт эше лә ҡуҙғатылған. Дөйөм алғанда, чиновниктар ғәйепле булған 17 мең тирәһе енәйәт эше теркәлгән һәм тикшерелә. Президент фекеренсә, беҙгә чиновниктар ғына түгел, ә “көнкүреш коррупцияһы” менән дә ныҡлап көрәшергә кәрәк. Бында һүҙ врачтар һәм уҡытыусылар хаҡында бара.
Вазифалы кешеләрҙең сығымдарын контролдә тотоу системаһын индереү, коррупция енәйәте өсөн өҫтәмә санкциялар, чиновниктар эшмәкәрлегенә баһа биреү һәм йәмәғәт контроле булдырыу өсөн махсус структура ойоштороу һәм башҡа был йәһәттән күрелгән саралар булып тора.
Ә. ИЛДУСОВА.