Эшҡыуарлыҡ — киләсәк нигеҙе28.04.2012
Мәскәүҙәге Башҡортостан көндәрендә власть һәм бизнес вәкилдәре эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Фекер алышыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. “Түңәрәк өҫтәл”гә ике төбәктең эшлекле даирә вәкилдәре йыйылғайны. Сара Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үтте.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәктең инвестиция өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.
— Һуңғы йыл ярымда беҙ байтаҡ эш башҡарҙыҡ: заманса ҡануниәт, норматив документтар булдырҙыҡ, төрлө ассоциацияларға индек, форумдар үткәрә башланыҡ, — тине ул.
Осрашыуҙа, әле бәләкәй бизнес баҙар иҡтисадының айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә башланы, өлгәшелгәндәрҙе тотороҡло һаҡлап ҡына ҡалмай, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы дөйөм күрһәткестәргә йоғонтоһон йылдан-йыл арттыра, тип билдәләнде.
Билдәле ҡаҙаныштарға ҡарамаҫтан, эшлекле даирәләр вәкилдәре эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡамасаулаған ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Административ ҡаршылыҡтар, дәүләт заказында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың һүлпән ҡатнашыуы, кредиттарҙың ҡиммәт булыуы, уларҙы алыу шарттарының ҡәтғилеге, бәләкәй предприятиеларға ликвид залогтың ҡағылмауы, кредиттарҙы ҡайтармау хәүефе тап шулар иҫәбенә инә.
Башҡортостан Республикаһының инвестиция хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров әйтеүенсә, инвестиция процесында ыңғай күренештәрҙең барыһы ла өҫтөнлөккә эйә, шуға күрә Башҡортостан тәүгеләрҙән булып инвестиция мөхитен тәьмин итеү буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарттарын ғәмәлгә индерә башланы.
“Түңәрәк өҫтәл” эшенән һуң Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Мәскәү көндәрен үткәрергә тәҡдим итте.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад