Үҙгәрештәр булырмы?15.05.2018
Инаугурациянан һуң Президент Владимир Путин Хөкүмәт Премьер-министры Рәйесе вазифаһына яңынан Дмитрий Медведевты тәҡдим итте. Дәүләт Думаһы депутаттарының 374-е (83,1 процент) кандидатураны хупланы, ә 56 депутат (12,4 процент) ҡаршы тауыш бирҙе. Икенсе көндө иһә Рәсәй Президенты Дмитрий Анатольевич Медведевты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, Владимир Владимирович был мәсьәлә буйынса ла “дилбегәне” ҡыҫҡа тотто.
Яңы Премьер-министр өсөн “Берҙәм Рәсәй” һәм Рәсәй Либерал-демократик партиялары тауыш бирҙе, ә “Ғәҙел Рәсәй” һәм Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партиялары иһә ҡаршы сыҡты. Тауыш биреү асыҡ рәүештә үткәрелде.
Владимир Путин, Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһағанда, Дмитрий Медведев Премьер-министр булып эшләгән ваҡыт ауыр осорға тура килһә лә, Хөкүмәт ҡуйған бурыстарға өлгәшеүе һәм илде үҫтереү перспективаларын һаҡлап ҡалыуы хаҡында белдерҙе.
Илдең иҡтисади тотороҡлоғон, үҫешен иҫәпкә алғанда, әлбиттә, был вазифа бик яуаплы. Ни тиһәң дә, халыҡ яҙмышы Министрҙар кабинеты ҡабул иткән ҡарарҙарға бәйле. Ә ундай хәл иткес закондар, реформалар беҙҙең киләһе алты йыллыҡта күп булыр, күрәһең. Депутаттар алдында сығыш яһағанда Дмитрий Анатольевич шуға баҫым яһаны.
“Беҙҙең алда юғары маҡсат тора – сифатлы ынтылыш. Ул – иҡтисадта, социаль тармаҡта, кешеләрҙең тормош кимәлендә, һәр кеше өсөн мөмкинлектәрҙә. Был ситләштерелгән төшөнсә түгел. Тулыһынса тормошҡа ашырырлыҡ ғәмәлдәр. Үҙенең, яҡындарының киләсәге өсөн ҡурҡмағандар ғына уңышлы була. Тимәк, был – түбән инфляциялы, эшһеҙлекле тотороҡло иҡтисад. Заманса дауаханалар, балалар баҡсалары, мәктәптәр. Уңайлы ҡалалар, яҡшы юлдар, таҙа һауа”, – тине сығышында Дмитрий Анатольевич. Рәсәй Президентының 7 майҙағы яңы Указы, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе, алдағы йылдарҙа Хөкүмәт эшенә төп йүнәлеш биргән документ буласағы тураһында ла белдерҙе ул.
Хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре асыҡ рәүештә әҙерләнәсәк, эштәрҙе эксперттар, граждандар йәмғиәте, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында тикшерәсәктәр. Указда күрһәтелгән бурыстарҙы үтәү өсөн, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, алдағы йылдарҙа кәмендә 25 триллион һум аҡса талап ителәсәк. Хәҙер яңы бюджет циклы башлана, йәғни был сығымдарҙың бер өлөшө федераль бюджетҡа алдағы өс йылға уҡ һалынасаҡ. Кадрҙар мәсьәләһе Президент менән килешеп хәл ителәсәгенә лә ишара яһаны Премьер-министр.
Алдағы йылдарҙа ла Хөкүмәт стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар кеүек механизмдар тәжрибәһенә таянып эш итәсәк. Был йәһәттән федераль проект офисы булдырылған. Уның структуралары министрлыҡ һәм ведомстволарҙа ла бар. Яңы Указда күрһәтелгән социаль-иҡтисади үҫештең 12 йүнәлеше буйынса төбәктәр үҙҙәре лә милли өҫтөнлөктәр, проекттар әҙерләргә тейеш. Артабан да Хөкүмәт торлаҡ төҙөлөшө, ҡала мөхитен яҡшыртыуҙы әүҙем ҡеүәтләйәсәк. Юлдар төҙөү һәм ремонтлау дауам ителәсәк. Фәнде үҫтереү һәм һанлы технологияларҙы индереү өсөн инфраструктура булдырыу күҙ уңында тотола. Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт йүнәлештәрендә эш әүҙемләштереләсәк.
Артабан да ауыр хәлдәге төбәктәр ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ. Шулай уҡ быға тиклем уларға вәкәләттәр биреп тә, матди мөмкинлектәре сикләнһә, киләсәктә был мәсьәләне яңынан тикшереп, хәлде яйға һалыу буйынса эш дауам итәсәген белдерҙе Хөкүмәт Рәйесе.
Пенсия сәйәсәтенә килгәндә, Премьер-министр бөгөнгө хәл-тороштан, демографик үҙгәрештәрҙән сығып, пенсия йәшенә ҡағылышлы закон ҡабул ителәсәге хаҡында әйтте. Алдағы йылдарҙа сит илдән килтерелгән дарыуҙарҙы алыштырыу буйынса эш дауам итеп, уны 90 процентҡа еткереү планы ҡуйылған. “Әммә был беҙ тулыһынса сит ил препараттарынан баш тартабыҙ тигәнде аңлатмай”, – тине ул.
Һуңғы ваҡытта физик шәхестәргә һалымды 13-тән 15 процентҡа арттырыу буйынса тауыш сыҡты. Был йәһәттән Хөкүмәт бер ниндәй ҡарар әҙерләмәй, тип тынысландырҙы Премьер-министр.
Әле Хөкүмәт составы формалаша. Финанс министры Антон Силуанов вазифаһын һаҡлай. Шулай уҡ ул Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары йөгөн дә тартасаҡ. Иҫәп Палатаһы рәйесе Татьяна Голикова социаль сәйәсәт, хеҙмәт өлкәһендә, пенсия тәьминәте, һаулыҡ һаҡлау сәйәсәте буйынса рәйес урынбаҫары итеп тәғәйенләнәсәк. Алексей Гордеев – ауыл хужалығы, Виталий Мутко – төҙөлөш буйынса, Максим Акимов – транспорт, элемтә, һанлы иҡтисад, Дмитрий Козак – сәнәғәт һәм энергетика, Ольга Голодец мәҙәниәт һәм спорт буйынса Хөкүмәт рәйесе урынбаҫарҙары йөгөн тартасаҡ. Хөкүмәт аппараты башлығы вазифаһы Константин Чуйченкоға тапшырыла.
Эйе, Хөкүмәттә әллә ни үҙгәрештәр күҙәтелмәй, шул уҡ йөҙҙәр, шул уҡ кешеләр. Тик күптәре урындарын ғына алыштыра. Илдә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булырмы-юҡмы ваҡыт күрһәтер...