Эшһеҙ булған өсөн түләргәме?15.05.2018
Эшһеҙ булған өсөн түләргәме?Хеҙмәт урынынан ниндәй ҙә булһа сәбәп нигеҙендә ҡолаҡ ҡаҡҡан кешегә эшһеҙлек буйынса пособие түләп барыу барлыҡ донъяла ҡабул ителгән, сөнки эш тапҡансы нимәгәлер йәшәп торорға кәрәк бит. Уның күләме, тәбиғи, төрлө илдәрҙә төрлөсә. Совет власы осоронда ундай түләү булманы, киреһенсә, әрәмтамаҡлыҡ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ла ихтимал ине. Хәҙер мәшғүллек һәм уны көйләү – үҙе бер сәйәсәт. Был даирәлә ниндәй үҙгәрештәр бар?

Күптән түгел Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы эшһеҙлек өсөн пособиены йәшәү минимумы кимәленә саҡлы күтәрергә тәҡдим итте. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан уны түләү тәртибе һәм шарттары ла үҙгәрергә тейеш. Бөгөн эшһеҙлек буйынса пособиеның иң аҙ кимәле – 850 һум, иң юғарғыһы 4 900 һум тәшкил итә. Ә йәшәү минимумы Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнә, әле ул хеҙмәткә ярашлы халыҡ өсөн 11 160 һумға тиң.
Министрлыҡ ошо ҡануни проектта эшһеҙлек буйынса пособие түләү осорон ике тапҡырға ҡыҫҡартырға тәҡдим итә. Хәҙерге мәлдә йылына 26 аҙнанан да кәм эшләмәгәндәр 12 ай буйы түләү алырға хоҡуҡлы. Яңы редакцияла ул ярты йылға саҡлы ҡыҫҡартылған. Кемдәр беренсе тапҡыр эш эҙләй йәки 26 аҙнанан да кәмерәк тир түккән – түләү өс ай ғына башҡарыла. Уларҙың тәүге осрағында – беренсе өс айҙа эшһеҙгә уның һуңғы урынындағы хеҙмәт хаҡының 75 проценты, артабанғы өс айҙа 60 проценты күләмендә түләнә.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәшғүллек органдарында иҫәптә торған эшһеҙҙәр һаны быйылғы февраль аҙағына бер миллион тәшкил итә ине, шуның 0,8 миллионы эшһеҙ статусына эйә булған, шул иҫәптән 0,7 миллионы пособие алған. Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса иҫәпләгәндә, эшһеҙҙәрҙең дөйөм һаны 3,8 миллионға етә. Ошо уҡ мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, февралдә эш эҙләп табыуҙың уртаса ваҡыты һигеҙ ай икәнен күрербеҙ. Был иһә тәҡдим ителергә ихтимал булғаны эшһеҙлек пособиеһы түләү осоронан байтаҡҡа күберәк.
Күрәһең, Хеҙмәт министрлығы хәҙер рәсми эшһеҙҙәрҙең пособиены өс ай алыуы, ә яңы хеҙмәт урыны табыу өсөн ярты йыл самаһы ваҡыт сарыф итергә тейешлегенән сығып ҡарар ҡабул итәлер. Закон проектындағы аңлатмала түләүҙең уртаса оҙайлығы – 87 көн, ә эшһеҙлектең уртаса осоро 114 көн булыуы күрһәтелгән. Нигеҙҙә, ул шуға бәйле: ағымдағы пособиеның күләме бик бәләкәй һәм уны оҙағыраҡ ваҡыт алыу отошло түгел.
– Рәсәйҙә рәсми теркәлгән эшһеҙлек бик аҙ – бер процент ҡына. Пособие ла эшһеҙ ҡалғандарҙы һис тә ылыҡ­тырырлыҡ түгел, – ти Мәскәү дәүләт университетының география факультеты Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль географияһы кафедраһы профессоры Наталья Зубаревич. – Юғары пособиеға юғары эш хаҡынан киткәндәр генә лайыҡ, ә күпселеккә икешәр мең генә бирәләр.
Уның әйтеүенсә, пособие күләмен арттырыу уға тиҙ арала “күләгәләге” секторҙа эшләгәндәрҙе күпләп йәлеп итә башлаясаҡ. Ысынлап та, рәсми теркәлмәй генә эшләп йөрөп тә бер юлы мәшғүллек органында сиратҡа баҫҡан һәм аҙмы-күпме пособие ла алып йөрөгән граждандар байтаҡ. Тик күпме һуң улар? Яуап юҡ. “Һеҙ ундайҙарҙы нисек “фильтрларға” уйлайһығыҙ?” – тип мөрәжәғәт итә профессор Хеҙмәт министрлығына.
Ҡаҙнанан эшһеҙҙәргә пособие түләүгә быйыл 39,2 миллиард, киләһе йылда – 40,5 миллиард, 2020 йылда 41,3 миллиард һум бүлеү ҡаралған. Әгәр ҙә бөгөн рәсми теркәлмәй эшләгәндәр ҙә, пособиеның арттырылыуына ҡыҙығып, хеҙмәт биржаларына ашыҡһа, был сумма, әлбиттә, етмәйәсәк.
Хеҙмәт министрлығы үҙенең сайтында “Эшһеҙлек буйынса пособиены арттырырға кәрәкме?” тигән һорау алыу үткәргән. Яуап биргәндәрҙең 70 проценты: “Эйе, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итергә кәрәк”, – тигән, 24 проценты: “Юҡ, был уларҙы эш табыуға дәртләндермәйәсәк”, – тип яҙған, алты проценты: “Белмәйем” – тип кенә ҡуйған.
– Министрлыҡтың был проекты тәҡдим кимәлендә генә ҡалырға ла мөмкин, – ти Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше комитеты етәксеһе Ярослав Нилов. – Хөкүмәттең фекере әйтелмәгән бит әле, ә ул – һәр саҡ финанс даирәһенең социаль блок менән ыҙғышыу урыны. Бындай тәҡдимдәрҙең дәүләт өсөн күпмегә төшөрөн Финанс министрлығы ғына белә...


Вернуться назад