Ҡайһы саҡта ҡамсы нығыраҡ ярҙам итә...27.04.2012
Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – иң ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе. Ундағы проблемалар күптәрҙең үҙәгенә үткән инде. Ниндәй юлдар менән хәл итергә уларҙы — ошо турала баш ватыусылар байтаҡ. Һис шикһеҙ, шуның иң һөҙөмтәлеһе – был йүнәлештә ҡануниәтте камиллаштырыу. Ул өҙлөкһөҙ эшләгәндә генә, тармаҡтағы мәсьәләләргә нөктә ҡуйыу мөмкин буласаҡ.
“Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә граждандарҙың хоҡуғын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законы проектын тикшереү һәм уға тәҡдимдәр әҙерләү буйынса үткән “түңәрәк өҫтәл” дә ошоно маҡсат итеп ҡуйғайны. Унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе проект буйынса фекере менән уртаҡлашты һәм был тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙең ҡатмарлы булыуын аңғартты.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтаховтың белдереүенсә, был закон проектын ысынбарлыҡҡа ҡулайлаштырып әҙерләргә ынтылғандар. Ни тиһәң дә, бөгөн бөтөн социаль һорау алыуҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың Рәсәй халҡын борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булыуын дәлилләй. “Был проблеманы ашығыс хәл итергә кәрәк. Закон “күҙ буяу” өсөн генә ҡабул ителмәһен, ә ысынбарлығыбыҙға тулы рәүештә яуап бирһен, көндәлек тормошобоҙҙа ҡуллана алырлыҡ булһын өсөн көс һалыу зарур”, – тине ул.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров та торлаҡ-коммуналь хужалыҡты халыҡты иң борсоған мәсьәләләр рәтенә индерҙе. Ысынлап та, һәр кеше үҙенең мөлкәтенә кем һәм нисек идара итә – ошо турала асыҡ төшөнөргә тейеш. Бының өсөн ошо закон проектында аныҡ саралар ҡаралған: ул тармаҡтағы хеҙмәттәрҙең сифатлыраҡ булыуына, халыҡтан йыйылған түләүҙәрҙең асығыраҡ күренеүенә, ҡулланыусылар хоҡуғының нығыраҡ яҡланыуына булышлыҡ итәсәк. Бөгөн иһә хатта ҡайһы бер юристар ҙа был тармаҡ буйынса ҡануниәтте төшөнөп бөтә алмай икән, халыҡ үҙенең хоҡуғын нисек итеп яҡлаһын?! Шуға ла, Рафаил Зинуров фекеренсә, был закон проектының бөтәһенә лә аңлайышлы һәм асыҡ булыуына өлгәшергә кәрәк.
Башҡортостандың дәүләт торлаҡ инспекцияһы етәксеһе Илдар Замалетдиновтың да сығышы фәһемле булды. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бөгөнгө хәлен һандарға таянып иҫбатланы. Былтыр инспекция тарафынан был тармаҡта 14 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Ике меңдән ашыу иҫкәртеү яһалған, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса өс йөҙҙән күберәк эш ҡуҙғатылған, шулай уҡ Прокуратураға тикшереүгә тапшырылғандары ла байтаҡ. Етәксе белдереүенсә, 2007 йылдан алып халыҡтың хоҡуғын боҙоу тураһындағы мөрәжәғәттәр йыл һайын 40–50 процентҡа артып бара. Йәғни күрһәтелгән хеҙмәттәр менән ризаһыҙҙар күбәйә...
Йорт комитеттары торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы эштәрҙе яйға һалыу буйынса өр-яңы күренешкә әйләнде. Әммә, Башҡортостандың йорт комитеттары союзы рәйесе Арсен Нуриджановтың әйтеүенсә, улар менән иҫәпләшергә теләмәүселәр ҙә бар. Кемдәрҙер, мәҫәлән, идара компаниялары, ҡайһы бер мәсьәләне улар менән кәңәшләшмәйенсә хәл итеүҙән тартынмай. Йорт комитеттарының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр заказсыһы икәнен оноталар булһа кәрәк. Халыҡтан бөгөндән ялыуҙар килә башлауы ла ошоно дәлилләй. Килешеүҙәр үтәлмәгән осраҡтар ҙа булып тора икән, йыш ҡына улар ҡағыҙҙа ғына ҡала. Әле торлаҡ-коммуналь хужалығындағы асыҡлыҡ тураһында һөйләргә иртәрәк тигән фекерҙә Башҡортостандың йорт комитеттары союзы рәйесе.
Халыҡҡа килгән иҫәптәрҙә “ҡараңғы урындар” етерлек. Мәҫәлән, электр, ағымдағы ремонт һәм башҡа хеҙмәттәр буйынса айырым суммалар ғына күрһәтелә, ә улар ҡайҙа, ҡасан һәм ни сәбәпле сарыф ителгән – быға бер ниндәй аңлатма юҡ. Аҡсаһының ниндәй маҡсатта сарыф ителеүен төшөнмәгәнлектән, халыҡта ризаһыҙлыҡ арта.
“Тикшеренеүҙәрҙән асыҡланыуынса, беҙҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр баҙарында конкуренция бөтөнләй юҡ. Беҙҙә эшләгән идара компанияларының күбеһе халыҡ тарафынан һайланылмаған”, – тине Арсен Нуриджанов. Етәксенең фекеренсә, бөгөн уларҙың күбеһе халыҡ мәнфәғәтен яҡламай, киреһенсә, йыш ҡына алдау менән шөғөлләнә. Баҡһаң, был тармаҡта халыҡ мәнфәғәтен яҡларға тейешле чиновниктар йыш ҡына үҙҙәре йә тулыһынса, йә өлөшләтә ошо идара компанияларына етәкселек итә. Йәғни беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса чиновниктарға зарланғанда, йыш ҡына ошо идара компанияларының етәкселәренә барабыҙ икән! Шулай булғас, ниндәй асыҡлыҡ һәм һөҙөмтәлелек тураһында һүҙ алып барырға мөмкин? “Бөгөн беҙҙә “күрһәткән” аңлайышһыҙ хеҙмәттәре өсөн аҡса йыйып ултырыусы система барлыҡҡа килде”, – тине Арсен Нуриджанов, әсенеп.
Идара компанияларына төбәлгән был һорауҙарға “Өфө ҡалаһының Октябрь районы буйынса торлаҡ хужалығы идаралығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Илдар Ғөбәйҙуллин яуап бирергә маташты. Уларҙың иңендә бөгөн 486 йорт икән. “Беҙ бөгөн халыҡтан килгән аҡсаға ғына эш башҡара алабыҙ. Ләкин ҡайһы бер хеҙмәттәр өсөн түләргә теләмәгәндәр ҙә табыла. Шуға ла йыш ҡына зыян күрәбеҙ”, – тип аңлатырға тырышты ул.
Силәбе, Калининград өлкәләрендә урам таҙартыусының эш хаҡы 35-40 мең һумға етә икән. Ә беҙҙә ул 2600 һумдан башлана. Был тиклем айырманың сәбәбе лә ҡыҙыҡһындырҙы “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙы. Идара компанияһы етәксеһе аңлатыуынса, хеҙмәткәрҙәргә, шул иҫәптән урам таҙартыусыға ла түләү күләмен халыҡ үҙе раҫлай. Уларҙың эш хаҡы юғарыраҡ булһын өсөн торлаҡ хужаларының үҙҙәренә күберәк түләргә тура киләсәк.
Әммә, Альберт Мифтахов әйтеүенсә, идара компаниялары юҡҡа зарлана. Кеше үҙенең түләгән аҡсаһына башҡарылған эштең һөҙөмтәһен күрмәй – халыҡтың ризаһыҙлығы ла ошонан. Бөтә күрһәтелгән хеҙмәт килгән иҫәптә аныҡ күрһәтелергә тейеш – шул саҡта мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителәсәк. Шулай уҡ йорт комитеттары менән дә идара компанияларына әүҙемерәк эшләргә кәңәш ителде. Элегерәк улар торлаҡ хужаларын йыйып булмауға зарланһа, хәҙер йорт комитеттары был мәсьәләне тулыһынса хәл итте бит. Әгәр эш былай һүлпән барһа, тиҙҙән идара компаниялары етәкселәрен дисквалификациялау сараһы ла ҡулланыла башлаясаҡ. Бәлки, шул ваҡытта һөҙөмтәлелек һәм асыҡлыҡ барлыҡҡа килер, кем белә? Ҡайһы саҡта ҡамсы нығыраҡ ярҙам итә бит...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад