7 майҙан илебеҙҙең иң юғары вазифаһына һайланған Владимир Путин Президент булараҡ эш башлаясаҡ. Ә ошо көндәрҙә ғәмәлдәге Президент Дмитрий Медведев, Дәүләт Советы ултырышында сығыш яһап, үҙенең дүрт йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны һәм буласаҡ Хөкүмәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.
Дмитрий Анатольевич телгә алған темалар араһында инфляция, фәҡирлек һәм эшһеҙлек менән көрәш иң мөһимдәре булды. Үҙенең төп бурысы тип Рәсәйҙә гражданлыҡ һәм иҡтисади азатлыҡты үҫтереүҙе күрә ул.
— Ярлылыҡ, иҡтисади артта ҡалғанлыҡ, коррупция, ғүмер оҙайлығының түбән булыуы — быларҙың барыһы ла азатлыҡтың дошмандары, — тине Дмитрий Медведев. — Рәсәй граждандарын иҡтисади көрсөктөң тәүге тулҡынынан яҡлап ҡала алыуыбыҙҙы, халыҡтың күпләп ярлыланыуына юл ҡуймауҙы дәүләттең ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләйем. Нимә генә тип әйтмәһендәр, беҙҙең иҡтисад һәйбәт темптар менән үҫешә, ә был — социаль маҡсаттарға өлгәшеүҙең төп сығанағы.
Ғөмүмән, Президент сығышының ҙур өлөшөн социаль проблемаларға һәм уларҙы бөтөрөү юлдарын эҙләүгә арнаны. Уның әйтеүенсә, бала тыуыу ғаиләнең фәҡирлегенә килтерергә тейеш түгел. Әммә ысынбарлыҡта тап шулай килеп сыға. Яңы Хөкүмәт был тенденцияны бөтөрөү өҫтөндә эшләргә тейеш. Шулай уҡ рәсәйҙәрҙең өстән бер өлөшө булһа ла үҙ аҡсаһына йәки заемға алып торлаҡлы булырға тейеш.
Халыҡты борсоған башҡа мөһим мәсьәләләр буйынса ла фекерен белдерҙе Дмитрий Медведев.
— Яҡын арала пенсия системаһының артабан нисек үҫеүен хәл итеп ҡуйырға кәрәк. Был еңел булмаған мәсьәләгә яуапты киң йәмәғәтселек һәм профессионалдар дискуссияһы ваҡытында табырға тейешбеҙ, — тине ул һәм һалым мәсьәләһенә ҡағылып:
— Беҙҙә һалымдарҙы күтәреү өсөн ихтыяж юҡ. Билдәләнгән бурыстарҙы һәм пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башҡа юлдар һәм сығанаҡтар бар, улар тәү сиратта бюджет сығымдарын ҡулайлаштырыуға бәйле, — тип өҫтәне.
Ғәмәлдәге Президенттың киләсәккә пландары ҙур. Был уның артабан Рәсәй Хөкүмәтенең Премьер-министры вазифаһын биләү мөмкинлегенә лә бәйлелер.
Дмитрий Анатольевич үҙе менән дүрт йыл дауамында бергә эшләгән командаһына рәхмәт әйтте һәм алда тағы ла мөһимерәк бурыстарға әҙер булырға саҡырҙы.
Әлфиә ӘЙҮПОВА