Был аҙнала Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын рәсми ҡабул итте. Шулай итеп, ул донъялағы иң ҙур, күп милләтле ил менән идара итеүҙе дүртенсе тапҡыр үҙ иңенә алды.Граждандарҙың 76,69 проценты – 56 миллион 430 мең 712 һайлаусы – ил президенты вазифаһында Владимир Путинды күрергә теләк белдерҙе. Ҡатмарлы сәйәси осорҙа бындай ышаныс – ил башлығы өсөн ҙур еңеү, сөнки алдағы йылдар менән сағыштырғанда, ул байтаҡҡа күп тауыш йыйыуға өлгәште. Донъяла, илдә барған хәл-ваҡиғалар күҙлегенән сығып баһалағанда ла, Рәсәй халҡының күпселеге тыныс һәм тотороҡло тормошто һайланы.
Инаугурация – Президент өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн мөһим тарихи ваҡиға. Шуға ла уға әҙерлек барышында һәр нескәлеккә ҙур иғтибар бирелә. Бөтә нәмә аныҡ мәғәнәгә эйә, һәр бер символ сараның тантаналылығын сағылдыра. Һәм ошо мөхит бөтә илде ялмап ала.
Быйылғы инаугурацияла, алдағыларынан айырмалы, Владимир Путин төп ваҡиға үтәсәк урынға Кремлдең беренсе корпусындағы эш кабинетынан йүнәлде. Ул, ил тарихында беренсе тапҡыр Рәсәйҙә етештерелгән “Берҙәм модулле платформа” тип аталған кортежда Ивановская майҙаны аша үтеп, Ҙур Кремлгә барҙы. Кремлдә уны оркестр ҡаршы алды. Артабан алҡыштар оҙатыуында Андреевский залына йүнәлде. Владимир Путин уң ҡулын Рәсәй Конституцияһына һалып, Рәсәй Федерацияһының 82-се статьяһына ярашлы, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Конституция Суды судьялары алдында Рәсәй халҡына ант бирҙе. РФ Конституция Суды Рәйесе дәүләт башлығының вазифаға инеүен иғлан итте. Дәүләт гимны башҡарылғандан һуң, Рәсәй Президенты ил халҡына мөрәжәғәт итте.
Владимир Путин граждандарға мөрәжәғәтендә халыҡ һәм Рәсәй алдында ғәйәт ҙур яуаплылыҡты аңлауын, тыныс һәм сәскә атҡан ил киләсәге өсөн бөтәһен дә эшләйәсәген, “кешеләргә һәм Ватанға хеҙмәт итеү” бар тормошоноң мәғәнәһе булыуы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау ил өсөн өҫтөнлөклө бурыстар булыуын да билдәләне.
“Быйыл Рәсәй Конституцияһының 25 йыллығын билдәләйбеҙ. Ул граждандар хоҡуғы һәм иреклелеге ҡиммәттәренең, өҫтөнлөклөгө сикләнмәгән булыуын күрһәтте. Ирекле граждандың, яуаплы граждандар йәмғиәтенең һәм көслө, эшкә һәләтле, демократик дәүләттең гармониялы берҙәмлеген Рәсәй үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ итеп күрәм”, – тине ул.
Артабан В.В. Путин Собор майҙанында Президент полкы парадын ҡабул итте.
Әйткәндәй, сараға төбәктәрҙән алты мең ҡунаҡ саҡырылһа, уларҙың бер мең ярымы йәштәрҙән, ирекмәндәрҙән, төрлө милли үҙәктәр, профсоюз лидерҙарынан тора ине. Быйыл беренсе тапҡыр төбәк һайлау комиссиялары рәйестәре лә саҡырылған.
Инаугурацияла республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.