Дәүләт Йыйылышы теләктәшлек белдерә27.04.2012
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы ултырышы булды. Унда марттағы һайлау йомғаҡтары һәм партияның сираттан тыш съезына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.
Төбәк сәйәси советы “Берҙәм Рәсәй” Рәйесе Владимир Путиндың Дмитрий Медведевты партия етәксеһе итеп һайлау тураһындағы башланғысын хупланы. Өҫтәүенә яңы Президент уны Премьер-министр итеп тәғәйенләргә ниәтләй.
— Дәүләт Думаһында күпселекте тәшкил иткән партияға ил Хөкүмәте Рәйесенең етәкселек итеүе һөҙөмтәлелеген күрһәтте, — тине ултырышта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, партияның төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев. — Дмитрий Медведев партияның үҫешенә күп көс һалды.
Әгәр ул “Берҙәм Рәсәй”гә етәкселек итергә ризалығын бирһә, съездың был тәҡдимде хуплаясағына ышанам, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад