Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә эш сәфәре ҡылды. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостан көндәре асылды. Мәскәүҙәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы бик күп осрашыу көтә. Улар башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы, Башҡортостандың төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән танышасаҡ.
Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһында республиканың сәнәғәт һәм инвестиция ҡеүәте, Башҡортостан ғалимдарының мөһим фәнни ҡаҙаныштары, шулай уҡ төбәгебеҙҙең һәм Мәскәүҙең туризм өлкәһендәге мөмкинлектәре менән таныштырыу сараһы булды. Башҡортостан менән Мәскәүҙең йәмәғәт ойошмалары, эшлекле даирәләре вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда төбәктәрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре, йәштәрҙе ошондай эшмәкәрлеккә йәлеп итеү алымдары, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән яңы проекттар тикшерелде.
Кисә республика менән Ҙур театр араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө. Документҡа Рөстәм Хәмитов һәм театрҙың генераль директоры Таһир Ихсанов ҡултамғаларын ҡуйҙы.
Эш программаһында Башҡортостан Президентының Мәскәү башлығы Сергей Собянин, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенттары менән осрашыуы күҙаллана.
Башҡортостан көндәренең мәҙәни программаһы ла бик бай. “Яңы манеж”да, мәҫәлән, республиканың Рәссамдар союзы күргәҙмәһе эшләй.
Сараның һуңғы көнөндә — 28 апрелдә — “Башҡортостан” киностудияһының “Еңмеш”, “Ел аулаусы”, “Ун өсөнсө раунд” нәфис фильмдары, “Һуғыш беҙҙе бала тип торманы!” документаль таҫмаһы һәм анимация фильмдары күрһәтелә. Башҡортостан киноһы көнө “35 мм” кинотеатрында була.
Л. ДӘҮЛИЕВА.