Тормошто яҡшыртыу хаҡына04.05.2018
Тормошто яҡшыртыу хаҡынаРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә Яҙ һәм хеҙмәт байрамына, Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнөнә арналған митингта ҡатнашты. Спорт һарайы алдында ойошторолған сарала профсоюз вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, республика халҡы ҡатнашты.

— Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше эшләй. Улар һәр көн хеҙмәт урынында республикабыҙҙы үҫтерә. Был бик мөһим, — тине төбәк етәксеһе. — Әммә эш кешеһенең хеҙмәт хаҡы ла лайыҡлы булыуы әһәмиәтле. Эшсәндәребеҙ үҫеү, ғаиләһен туйындырыу ғына түгел, ял итеү, фатирҙар, автомобилдәр һатып алыу мөмкинлегенә лә эйә булһын ине. Бының өсөн лайыҡлы эш хаҡы кәрәк. 1 майҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумы менән тигеҙләште. Тимәк, меңдәрсә кешенең эш хаҡы артасаҡ, матди хәле яҡшырасаҡ. Республикабыҙҙа был йәһәттән байтаҡ эш башҡарыла, әммә хәл ителәһе проблемалар, тормошҡа ашыраһы бурыстар бар. Берәү ҙә тынысланмай, тормошобоҙҙо яҡшыраҡ һәм күркәмерәк итеү өсөн күберәк һәм көйлөрәк эшләргә кәрәклеген барыһы ла аңлай.


Вернуться назад