Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика парламентының сираттағы 52-се ултырышы булды. Унда республика прокуроры Андрей Назаров “Башҡортостан Республикаһында законлылыҡ торошо тураһында”ғы, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин “2017 йылда Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында”ғы докладтар менән сығыш яһаны. Андрей Назаров билдәләүенсә, былтыр республикала граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын боҙоу буйынса 56 меңдән ашыу осраҡ асыҡланған, 25 меңдән ашыу мөрәжәғәт һәм ғариза судҡа ебәрелгән. Хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу ҙа етди борсолоу тыуҙыра. Прокуратура 600 миллион һумдан ашыу эш хаҡын түләттереүгә өлгәшкән. Бер меңдән ашыу вазифалы кеше – административ, 856-һы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, 32 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Күҙәтеү органы торлаҡҡа хоҡуҡты тергеҙеү буйынса ла һөҙөмтәле эшләгән, иҡтисад өлкәһендә былтыр 18 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. Улар араһында законһыҙ балыҡ тотоу, коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте боҙоу, сифатһыҙ торлаҡ төҙөү, етем балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын, инвалидтарҙың дарыу алыуға хоҡуҡтарын һәм социаль инфраструктура объекттарына ҡаршылыҡһыҙ инеү мөмкинлеген боҙоу осраҡтары киң таралған.
Рафаил Ғибәҙуллин әйтеүенсә, әле республикала 140 меңгә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй, шул иҫәптән былтыр улар 12 меңгә артҡан. Бәләкәй бизнес тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшө тирәһен тәьмин итә.
Ул контроль-күҙәтеү органдары тарафынан ойошторолған тикшереүҙәрҙә Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы тураһында ла билдәләне. Шулай уҡ яңы эш башлаусыларҙың хоҡуҡи белемдәренең етмәүе хаталаныуҙарға алып килеүе хаҡында белдерҙе.
Депутаттар ултырышта 20-нән ашыу республика законы проектын тикшерҙе. Уларҙың күбеһе беренсе уҡыуҙа тәҡдим ителде. Улар араһында “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында” Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында” Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” Башҡортостан Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проекттары ҡаралды.