Өйгә ҡайтығыҙ...27.04.2018
Рәсәй хеҙмәттәшлеге ил студенттарын “дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған” илдәрҙән ҡайтарыу буйынса “Highly Likely Welcome Back, йәки өйгә ҡайтырға ваҡыт!” тигән проектты тәҡдим итте. Уға ярашлы, сит илдә белем алған студенттарҙың күпселеге, “сәйәси сәбәптәр” арҡаһында, тыуған илгә ҡайтыр, тип ышана.
Уларға Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәр институтында уҡыуҙарын дауам итеү йәки эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Әммә Англияла белем алған студенттар әлегә ундай баҫым тоймауҙарын белдергән. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ундағы илселектә уҡыу йә ял итеү маҡсатында килгән Рәсәй граждандарына һәр саҡ шат булыуҙарын белдергәндәр.
Рәсәй хеҙмәттәшлеге иһә ундағы йәштәребеҙ өсөн борсолоу белдерә. “Сит илдә уҡыған йәштәребеҙ хәүефһеҙлеге мәсьәләһе киҫкен тора. “Дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған” илдәрҙә уларға ҡарата насар эштәр ҡылыуҙары ихтимал”, – тип белдерҙе проекттың модераторы Оксана Буряк.
Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты деканы Генри Сардарян әйтеүенсә, сит илдә бакалавр белеме алған студенттар, был уҡыу йортона күсеп, тиҙләтелгән ысул менән магистратураға уҡырға инә ала. Вуз бындай маҡсатта бер нисә йөҙ студентты ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә. Быйыл уҡыуҙарын тамамлағандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итәсәктәр. Ҡайһы берәүҙәр илгә ҡайтып, Алыҫ Көнсығышта проекттарын ғәмәлгә ашырыр, тип өмөтләнә проектты әҙерләүселәр.
Былтырғы күрһәткестәр буйынса, сит ил вуздарында 60 меңдән ашыу Рәсәй студенты белем алған. Бакалавр белеме алғандарҙың яҡынса 60–70 проценты Тыуған илгә ҡайта, сөнки, Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, уларға эш табыуы еңелдән түгел икән.