Һуңғы йылдарҙа ил һәм төбәк башлыҡтарының тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына яуап биреүе яҡшы йолаға әүерелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов менән сираттағы һөйләшеү 19 апрелдә үтте. Тапшырыуҙы БЮТ, “Башҡортостан-1”, “Вся Уфа” телеканалдары, “Спутник FМ”, “Рәсәй радиоһы – Башҡортостан” радиостанциялары трансляцияланы. Конгресс-холда үткән тура эфирға республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан төбәк йәшәйешенә битараф булмаған йәмәғәт вәкилдәре сыҡырылғайны. Улар ҙа эфир барышында үҙҙәренең һорауҙарын биреү мөмкинлеге менән файҙаланды. Шулай уҡ Мәскәү, Силәбе тарафтарынан бәйләнешкә сыҡтылар. Дөйөм алғанда, быйыл республика Башлығына 8 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, былтыр был һан 10 мең тирәһе ине.
“Статистика беҙҙең граждандарҙың, республика халҡының Башҡортостандағы ваҡиғаларға битараф булмауы хаҡында һөйләй. Төрлө йүнәлештә көнүҙәк һорауҙар яңғыраны, уларҙың күпселеге кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Ғөмүмән, минең адресҡа һорауҙар йыл дауамында килеп тора. Ул һандар, әйтәйек, 2012 йылда 20 мең хат булһа, 2017 йылда 12 мең самаһы алдыҡ. Әле йәнә һигеҙ мең мөрәжәғәт, аҙна эсендә йыллыҡ норманың дүрттән өс өлөшөн йыйҙыҡ”, – тине Рөстәм Зәки улы, тура эфирҙы башлап. Ул үҙе менән 1000 һорау тупланған папканы алып килгәйне. “Мин уларҙы уҡыным, билдәләнем. Һәр мөрәжәғәт иғтибар үҙәгендә. Тормошта ауыр хәлгә ҡалған һәм реаль ярҙамға мохтаждарға, әлбиттә, тәү сиратта ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине.
Йыл һөҙөмтәләренә туҡталып, былтыр килемдең сығымдан юғары булыуы, әле лә уның 200 миллиард һумға яҡынлашыуы хаҡында белдерҙе Башлыҡ. Илдә бындай килемле төбәктәрҙең аҙ булыуы ла телгә алынды. Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Зәки улы төҙөлөшкә, ҡорамалдарға, машиналарға, механизмдарға инвестицияларҙың кәмеүенә борсолоу белдерҙе. Былтыр инвестициялар 70 миллиард һумға кәмегән. Был эре нефть эшкәртеүсе нефть химияһы, химия предприятиеларының яңы ҡулайламалар төҙөү өлөшөндә күләмде ҡыҫҡартыуына, башҡа ойошмаларҙың эшлекле әүҙемлеген кәметеүгә бәйле. Демографик хәл дә телгә алынды: 2016 йыл менән сағыштырғанда, тыуым 10 процентҡа төшкән.
Быйылғы йыл финанс йәһәттән яҡшы башланған. “Башнефть” предприятиеһынан 16,5 миллиард һум килем ингән. Дөйөм алғанда, мартта килемгә һалым 33,5 миллиард һумға еткән, былтыр иһә 16-17 миллиард һум самаһы булған. Быйыл республика адреслы инвестиция программаһы 20 миллиард һум тәшкил итәсәк. Һуңғы 15-20 йылда бындай күләмдәге адреслы инвестиция программалары булмаған. Юлдар төҙөү һәм ремонтлау өсөн 20 миллиард һум бүленәсәк.
Алып барыусы Стәрлетамаҡ мәктәбендә булған хәлгә ҡағылышлы һорау бирҙе. Ишембай ҡалаһынан килгән видео мөрәжәғәттә Алексей Костарев яҡын арала һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын реконструкциялау буйынса республикала ниндәй программалар ҡабул ителәсәге хаҡында ҡыҙыҡһынды. Ғөмүмән, яңы дауаханалар, поликлиникалар, ФАП-тар төҙөү тураһында мөрәжәғәттәр күп килгән. Башлыҡ әйтеүенсә, “Башнефть” компанияһының суд аша “Система” ойошмаһынан ҡайтарып алған аҡсаһының ҙур өлөшөн һаулыҡ һаҡлау учреждениелары объекттарын төҙөүгә йүнәлтеү ҡаралған. “2019 йылда, мәҫәлән, тәүгеләрҙән булып Онкология диспансеры файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Кардиология үҙәге лә яңыртыуҙы талап итә. Быйыл Дүртөйлө һәм Туймазыла балалар поликлиникалары төҙөлә башлаясаҡ, уларҙың һәр береһе 400 миллион һумға торошло. Киләһе йыл Бөрөлә акушер корпусы менән поликлиникаға нигеҙ һалырбыҙ тип ышанам”, – тине Рөстәм Хәмитов. Шулай уҡ быйыл Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһын төҙөү һәм башҡа объекттар тураһындағы һөйөнөслө яңылыҡтар яңғыраны.
Дөйөм алғанда, республика Башлығына төҙөкләндереү, транспорт менән тәьмин итеү, балалар баҡсаларында урындар етмәү, өлөшсөләр мәсьәләһе, дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү, Шихандарҙың яҙмышына ҡағылышлы һорауҙар күп килгән. Милләттәштәребеҙ өсөн изге булған тауҙар яҙмышы Санкт-Петербургта йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы ла борсой.
– Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау – улар тәбиғәт ҡомартҡылары, республиканың байлығы. Был йәһәттән уларҙы яҡлау буйынса борсолорға ярамай, сөнки тауҙар ҡануниәт менән һаҡлана. Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр үҫкән, тарихи, археологик, геологик, йәмәғәт ҡиммәттәренә эйә булған тауҙарҙан был статусты алыу мөмкин түгел, – тине Рөстәм Зәки улы һәм эзбизташҡа мохтаж булған предприятиеларға башҡа мөмкинлектәрҙе эҙләргә кәңәш итте.
Мәскәүҙән Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университеты аспиранты Азат Ҡаҙаҡбаев ситтә белем алған студенттарҙы “баш ҡалала ҡалырғамы, әллә республикаға ҡайтырғамы” тигән һорау борсоуы хаҡында белдерҙе. Шулай уҡ Башлыҡты Мәскәүҙә белем алған студенттар менән осрашыуға саҡырҙы. Ә “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге вәкиле Юлиә Әхмәтова сәхнә костюмдары, музыка аппаратураһы менән ярҙам итеүҙәрен һораны. Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә барғанда Мәскәү студенттары менән мотлаҡ осрашасағын, шулай уҡ “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәгенә лә костюм, аппаратуралар менән ярҙам итәсәктәрен әйтте.
Өфөнән Резеда Зарипованы көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе борсой. “Сүп-сарҙы айырым йыйырға өйрәнергә кәрәк, быны үҙебеҙҙән башлау мөһим”, – тип Башлыҡ республиканың ҡалдыҡтарҙы яндырыу юлын һайламаясағын, ә сорттарға айырып эшкәртеү юлына өҫтөнлөк биреүҙәре хаҡында белдерҙе.
Күмертауҙан Денисты республика Башлығының ҡасан хаҡлы ялға китеүе ҡыҙыҡһындыра. “Әгәр “кәрәк” тип әйтһәләр, тимәк, эшләйәсәкбеҙ. “Етте”, тиһәләр, башҡа ҡарарҙар буласаҡ. Пенсияға йыйынмайым”, – тине Рөстәм Зәки улы.
Һорауҙар араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауға ҡағылышлылары ла булды. Нефтекаманан Татьяна Афанасьевна ҡаланың “Европейский”, “Көнсығыш” кеүек яңы ҡалҡып сыҡҡан биҫтәләрендә мәктәп булмауына, балаларҙың ике сменала уҡыуына зарланды. Ул Нефтекамала 1100 һәм 550 урынға иҫәпләнгән ике мәктәпте төҙөү проектта барлығы хаҡында яуап алды.
Адвокат Артур Мамяшев Әбйәлил районында йәшәгән йәш әсәйҙәрҙең, Магнитогорск ҡалаһында бала табыуы арҡаһында, әле беренсе балаға вәғәҙә ителгән 300 мең һумды ала алмауҙары хаҡында һөйләне. Рөстәм Зәки улы ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йүнәлешендә Хөкүмәт ҡарарына төҙәтмәләр индереләсәге хаҡында белдерҙе.
Иң йәш шылтыратыусы Элмир Сәғитов булды. Ул: “Мин Элмир Сәғитов. Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы мәктәбенең 8-се класында белем алам. Үҙем бынан 13 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәйем. Унда Интернет үткәрелмәгән. Ә мин информатика дәресен яратам һәм яңы технологиялар менән ҡыҙыҡһынам. Күп ваҡытымды информатика кабинетында үткәрәм. Әммә элек грант аҡсаһына алынған компьютерҙар һәм интерактив таҡта иҫкерҙе. Улар заман талаптарына яуап бирһә, уҡыуы еңелерәк булыр ине. Һеҙ беҙгә ярҙам итерһегеҙ, тип ышанам. Һорауымды тыңлаған өсөн рәхмәт”, – тип башҡортса мөрәжәғәт итте. Уҡыусы ыңғай яуап алды. Тимәк, тиҙҙән уның хыялы тормошҡа ашасаҡ.
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан да бер төркөм милләттәштәребеҙ бәйләнешкә сығып, телде һаҡлау мәсьәләһе, үҙҙәрендә билбау көрәше буйынса тренерҙар етешмәүе хаҡында һөйләп, ярҙам һораны.
Тура эфирҙа һорау биреү мөмкинлеген алған күп балалы әсә республикала шифаханаларҙың ҡиммәтлегенә зарланды, “Индюшкин” предприятиеһы эшселәре ойошманы ауыр хәлдән сығарыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны. “ИнваҮҙәк” инвалидтар ойошмаһы етәксеһе тейешле предприятиеның насар шарттарҙағы бинала эшләүе хаҡында һөйләне.
Республика Башлығы менән тура эфир – йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырған сара. Иң мөһиме – халыҡ быға тиклем ниндәйҙер сәбәптән әйтә алмаған һүҙен, теләген, борсоған мәсьәләләрен еткереү моратына өлгәшә.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе
Константин ТОЛКАЧЕВ: — Республика халҡының төбәк Башлығы менән ошо рәүешле аралашыуы яҡшы йолаға әүерелде. Ул сираттағы тапҡыр иҡтисад, социаль именлек, экология, биләмәләрҙе төҙөкләндереү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирҙе. Ҡатмарлы, киҫкен темалар байтаҡ булды, әммә республика Башлығы бөтә мәсьәләләрҙә компетентлыҡ күрһәтте, бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы, ғәмәлдәге проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта төбәк Башлығының “ҡыҙыу элемтә”һенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күплеге (10 меңдән ашыу) ғәжәпләндерә. Был кешеләрҙең йыш ҡына үҙ проблемаларын башҡа юлдар менән хәл итә алмауы, төбәктәге иң юғары вазифалы кешегә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булыуы хаҡында һөйләй. Был урындағыларға сигнал булып тора — граждандарҙың мөрәжәғәттәрен иғтибарлыраҡ ҡабул итергә, уларҙы ваҡытында хәл итергә кәрәк.