Йәшнәп йәшә, Төркөстан!24.04.2018
Йәшнәп йәшә, Төркөстан!Ҡаҙаҡ менән тәүләп ҡайҙа осраштым икән? Әлбиттә, беҙгә тиклем дә тарих булған, китап-журналдан уҡып беләбеҙ, ә шәхсән үҙемә ҡағылышлыһы... Үткән быуаттың 60-сы йылдарында беҙҙең Артҡы урамға Урта Азиянан бер ир килеп йөрөгәнен иҫләйем. Бәлки, ҡаҙаҡ та булмағандыр. Ул, яңғыҙ башҡорт ҡатынына өйләнеп, иленә алып ҡайтып китте. Хәҙерге аңым менән аңлайым: үҙҙәрендәге ҡатынға ҡалым түләмәҫ өсөн шулай итте, ә башҡорт ҡатыны өсөн берәү ҙә ҡалым һорамай. Шулай ҙа ҡайһылай осһоҙ баһаланғанбыҙ икән беҙ!


Улар беҙҙе туған күрә

Армия хеҙмәтендә ҡаҙаҡ сержанты эйәк тиремде йыртты. Үңәс төймәмде элеп йөрөмәгән өсөн! Тәүге айҙар... Аҙаҡ уны башҡа милләт сержанттары ла яҡлап сыҡты: йәнәһе, минең арҡала һуғыш суҡмары ҡаҙаҡты сержантлыҡтан мәхрүм иткәндәр! Кем ошаҡлашып йөрөй? Йәнәһе, сержанттар хәс тә офицерҙар кеүек ҡылана.
Бына шулай таныным мин ҡаҙаҡты. Әҙәби китаптарҙа ла уларҙың башҡорт йәйләүҙәренә йыш барымта яһағандарын белә инем. Әлбиттә, ҡаҙаҡ-башҡорт мөнәсәбәттәре ошо йоҙроҡ һуғышынан, барымта-ҡарымталарҙан ғына тормай. Ҡаҙаҡ менән башҡорт – ҡәрҙәш халыҡ, тел, дин яғынан да бик яҡын ҡәүемдәр: улар тел-лөғәт кенә түгел, икмәк-тоҙ бүлешеп, аяныс мәлдә бер-береһенә таяныс булып меңәр йыл йәнәш йәшәгән. Хәҙер ҙә...
Бөгөнгө беҙҙең көлкөлө ас-яланғас сағыбыҙҙа ҡаҙаҡ дуҫтар беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа: ТӨРКСОЙ хәрәкәте сиктәрендә яңы­раҡ Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһына төрки донъяһы яҙыусыларының ҡорол­тайына барып ҡайтырға насип булды.
Йәшнәп йәшә, Төркөстан!Бының өсөн Ҡаҙағстан хөкүмәтенә, ТӨРКСОЙ-ға, ҡаҙаҡ дуҫтарға ҙур рәхмәт. Шунда ҡаҙаҡ күңеленең йылыһын тойҙоҡ, ҡаҙаҡ ҡымыҙын да, дөйә ҡымранын да эстек, ҡаҙаҡ ҡоротон ейҙек, дастрханында сәй ҙә эсеп йыуандыҡ – ҡаҙаҡ башҡорт ише ҡунаҡсыл, ихлас, яҡшы, яҡты мөнәсәбәтле.
Ошолар хаҡында уйлайһың да, беҙгә, башҡортҡа, кем яҡшы, кем ихлас, тип ҡуяһың. Төрөк, ҡаҙаҡ халҡы – улар үҙҙәренә саҡыра, ҡунаҡ итә... Был һорауға һис икеләнеүһеҙ, төрки ҡәрҙәш халыҡтар беҙҙе үҙҙәренә туған күрә, тип яуаплайһың.
Делегациябыҙ Шымкентҡа килеп төшкәс, беҙҙе уларҙың ҡунаҡ өйө “Грант»ҡа тәғәйенләнеләр. Бәй, бер көн эсендә әкиәт донъяһына эләктекме ни тип торабыҙ: һый-хөрмәт, иркен бүлмәләр, аҡ мамыҡҡа төрөн дә ят.
Беҙ тигәнем, Татарстан вәкиле, “Ҡом сәғәте”, “Һаҡау кәкүк” романдары авторы, “Казан утлары” журналының проза бүлеге мөхәррире Камил Кәримов... Шымкентҡа килеп төшкәс тә, беҙҙе ҡаршы алыусы Аҡбәбә ханым: “Бына Татарстан килде, бына – Башҡортостан!..” – ти. Йәнәһе, беҙ ике республика вәкилдәре, үҙебеҙ менән илде, милләтте кәүҙәләндерәбеҙ. Был иң юғары баһа, иң оло хөрмәт! Хәҙер миңә ҡарап бында халҡым тураһында фекер йөрөтәсәктәр!
Бәй, ҡараһам, Ләйлә Аралбаева ханым менән Рәхмәтуллин туған йөрөп ята. Улар ҙа Ҡаҙағстанға ТӨРКСОЙ саҡырыуы буйынса килеп төшкән икән. Ләйлә әле бар ай элек кенә бында ТӨРКСОЙ ойошмаһы йыйынында ҡатнашҡайны. Улай булғас, беҙ ҡаҙаҡ дуҫтар менән аралашып торабыҙ, араларҙы һыуытмайбыҙ, тим. Бында Саҡтаған Башиев исемендәге Аҡтүбә университеты, Жубанов исемен­дәге Аҡтүбә университеттары менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғилми хеҙмәттәшлек итә, студенттар менән алмаша. Хәйер, бәйләнештәребеҙ һис кенә лә тынып торғаны юҡ. Ҡаҙаҡ яҙыусыһы, драматург, тарихсы Еркинбек Турысов Мирас Иҙелбаев менән Гөлфиә Юнысоваларҙы хәтергә төшөрҙө. Улар ҙа бында йыш ҡунаҡ икән.
Йәшнәп йәшә, Төркөстан!Шымкентта өс миллион тирәһе кеше йәшәй. Рус драма театры, А.С. Пушкин исемендәге Шымкент өлкәһе китапханаһы эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл ыңғай шуны ла әйтмәй булмай – бында айырым башҡорт әҙәбиәт бүлеге булмай сыҡты, татар, хатта поляк, немец бүлектәре бар.
Ҡаҙағстан 14 өлкәгә бүленгән, Шымкент өлкәһе Көньяҡ Ҡаҙағстанда иң ҙуры. Шымкент аты элек Чимкент тип атала ине. “Шым” тигән һүҙ ҡаҙаҡса “йәшеллек” тигәнде аңлата: Йәшел ҡала. Ҡаҙаҡ теле менән башҡорт теле айырмаһын, ана, шул айырым һүҙҙәрҙә генә таныйһың. Мәҫәлән, шампунде улар сусабын тип йөрөтә. Әлеге китапхана Ҡазыбек урамында урынлашҡан, алыҫ та түгел Ҡонаев һәйкәле, проспекты бар. Динмөхәмәт Ҡонаев заманында ҡаҙаҡтың ғына түгел, Совет иленең шөһрәтле етәкселәренең береһе ине, хәҙер исеме – хөрмәттә, иҫтәлеге – яҡты. Ҡаҙаҡта, башҡа төркиҙәрҙәгесә, әҙәп, тәрбиә тигән нәмә бар. Әммә урыҫса әйтһәк, вождизм тигән әкәмәтте лә осратаһың: һәр бағанала – әлеге юлбашсы Нурсолтан Назарбаевтың портреты... китаптары... Был беҙҙең, төркиҙәрҙең, бөтәһенә лә хас сифат. Беҙ ҙә етәкселәребеҙҙе юғары күтәрәбеҙ, хөрмәт итәбеҙ, улар властан киткәс тә төкөрөп ҡуймайбыҙ. Һәр хәлдә, ҡаҙаҡтар дөрөҫ эшләй, бик тә мәслихәт.

Төркөстан саҡыра!

Нурсолтан Назарбаев тигән уйҙар беҙҙең ҡаҙаҡ хандары, батырҙарына барып олғаша. Бына күрегеҙ, ҡаҙаҡтарҙа үҙ хандары, үҙ батырҙары исемлеге хатта Хужа Әхмәт Йәсәүи мавзолейының таш диуарына теркәп ҡуйылған. Күрше ил, ҡәүемдәр, белегеҙ: ҡаҙаҡтың меңәр йыллыҡ тарихында дәүләтселеге булған, юғалған, әле яңынан тергеҙелгән; ҡаҙаҡ халҡы бөтә донъя һоҡланырлыҡ, баш ҡалаһы Астана булған заманса дәүләт – үҙаллы Ҡаҙағстан мәмләкәте төҙөнө. Бында, әлбиттә, Нурсолтан Назарбаев ише сәйәсмәндәрҙең хеҙмәте ҙур. Ҡаҙағстанда урыҫтар күп, бигерәк тә Төньяҡ Ҡаҙағстанда... Шуға Ҡаҙағстанда урыҫ теле лә – дәүләт теле, телевидениела ла – ҡаҙаҡ, урыҫ каналдары, уҡытыу ҡаҙаҡ, урыҫ телендә бара.
Иртәгәһенә, әйтә башлағанымса, беҙҙе Шымкенттан 200 саҡрымдарҙағы Төркөс­тан ҡалаһына – ҡаҙаҡ аҡындары иленә – алып киттеләр. Мин әлбиттә, Мәүлит Ямалетдин, Розалия Солтангәрәева, Әхмәт Сөләймәнов, Мирас Иҙелбаев, Гөлфиә Юнысова яҙғандары буйынса күҙ алдыма баҫтырам: ҡалаға барып еткәнсе юл буйында ҡаҙаҡ аҡындарына һәйкәлдәр теҙелгән, имеш. Ысынбарлыҡ барыбер хыял иленән ҡайтышыраҡ икән. Әлбиттә, һәйкәлдәр бар, ләкин улай уҡ бихисап түгел, һәр тапҡырҙа ҡыҫҡаса яҙыуҙар, ҡаҙаҡса магазин, ойошма атамалары. Төркөстан ҡалаһына – 1500 йыл. Элекке исеме Яссы һәм Шәвһәр... Ҡаҙаҡ ханлығының баш ҡалаһы, бында илселәрҙе ҡабул иткәндәр. Ҡалаға илткән шыма юлдар – Ҡаҙағстандың йөрәк тамырҙары, шунан ғына ла был илдең көсө, ҡеүәте ташып торған дәүләт икәнен таныйһың. Ҡарағанда күмер шахталарының даны совет дәүерендә лә яңғырап торҙо, кемдер был илде алтын кешеләр иле тип атаған, бында алтын, көмөш, баҡыр рудниктары, электр уты етештергән быуалар бихисап, Ҡаҙағстан ҡаҙылма байлыҡтарға ла бай ил, туризм да үҫешкән.
Юл буйындағы баҫыуҙар беҙҙәгесә һөрөп ташланмаған, күренеүенсә, бында малсылыҡ, йылҡысылыҡ алға киткән, ҡаҙаҡтар әле лә дөйә малына бағына, уны үҙҙәренең һынлы сәнғәттәрендә киң сағылдыра. Ҡырғыҙ театры күп төрлө, бында һаман Мостай Кәрим, Азат Абдуллин пьесаһы буйынса спектаклдәрҙе иҫләйҙәр. Ҡаҙаҡтарҙа әҙиптәрҙән ҡырғыҙ Сыңғыҙ Айытматов исеме ныҡ таныулы. Сыңғыҙ Айытматов ҡаҙаҡҡа ҡаҙаҡ кеүек, татар юлдашым, уның әсәһе Нәғимә ханым татар бит, тип маҡтанып та алды. Шулай инде: нәҡ рус теле арҡаһында Айытматов исеме элекке илебеҙҙең һәр халҡына яҡын һәм аңлайышлы.
Ҡаҙаҡтарҙың үҙҙәренең бик күп профессиональ яҙыусылары бар. Беҙгә Ибрай Алтынсарин, Абай Ҡонанбаев, Мәғжан Жумабаев, Жамбыл Жабаев, Әнүәр Әлимжанов, Абдижамил Нурпеисов, Ғәбит Мусрепов, Сабит Моҡановтар исеме билдәле, бөгөн беҙҙең менән осрашыуҙа ҡатнашҡан Ҡаҙағстандың дәүләт премияһы лауреаттары Мохтар Шаханов менән Дулат Исабәковтың исемдәре лә яңғырауыҡлы.
Төркөстан – аҡындар төбәге, тигәйнек... Был юлы бында 51 ҡаҙаҡ аҡыны, яҙыу­сыһы, журналисы йыйылған. Төркиәнән яҙыусы Зәкиә Чомаҡлы, Ҡырғыҙстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре яҙыусы Көлөн Садиҡова, Бишкек ҡалаһының китапханалар системаһы директоры Көлсара Дандыбаева, Венгриянан (улар үҙҙәрен Маджарстандан тип таныштырҙы) төркиәтселәр Ҡара Давид Шомфай, Адам Молнар килгән. Азербайжандан балалар яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Заһит Хәлил бар. Уларҙы ҡаҙаҡ яҙыусылары аҡындар Зәкир Асанбаев, Исраил Сапарбай, Косалы Һатыбалды, Көлзифа Палымбәтова, Жарлыҡасын Буранбаев, Мохтар Шерим, Смайыл Ыбыраҡкүлле, Батыржан Алдияр, Момбәк Әбдәкимулы, Мәрхәбәт Байгүт, Рәхим Балабиев, Нармахан Бегалыулы, Биржан Байтуов, Ханбиби Есенҡара ҡыҙы, Мәржән Есжанова, Нурхан Есенҡоловтар ҡаршыланы.
Тәүге һүҙҙе Шымкент өлкәһе хакимы Жан­сәйет Туймәбаев ала. Уны урын­ба­ҫары Оласбәк Сәдибәков менән Төркөстан хакимы Әлипбәк Осербаев ҡеүәтләй. Был ҡоролтайҙы әҙерләүгә шулай уҡ ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошма­һының генераль директоры Дюсен Касеинов менән өлкә башҡармаһы башлығы Нурболат Әхмәтжановтар ҙур көс һалған. Әлбиттә, Ҡаҙағстан яҙыусылар ойошмаһының хеҙмәткәрҙәре Ғәлим Жайлыбай менән Аян Нысаналы ла ситтә ҡалмаған.
Шөһрәтле ҡаҙаҡ яҙыусыларынан бигерәк тә оҙаҡ итеп Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты Дулат Исабәков һөйләне. Драматург, пьесалары беҙҙә, Стәрлетамаҡта, Өфөлә лә ҡуйылды. Икенсе бер данлыҡлы әҙип Мөхтәр Шаханов... Ул да респуб­ликаның дәүләт премияһы лауреаты – шағир, драматург, Рәсәй киңлектәрендә лә билдәле әҙип. Сыңғыҙ Айытматовтың яҡын дуҫы, элекке СССР халыҡ съезы депутаты. Сығышы был юлы ла борсоулы, ҡәтғи ине. Әүәл дә ул ҡырҡыу сығыш яһаған, хатта Сыңғыҙ Айытматов менән Михаил Горбачевҡа барып республи­каларҙа дәүләт телдәре иғлан итәйек тип һорап йөрөгән, “Төрки республикаларында Наурыз байрамдарын үткәреүгә лә беҙ рөхсәт алдыҡ”, – тип әйтә. Был юлы ла Дулат Исабәков менән Ҡаҙағстанда ла, ниһайәт, латин графикаһын индерәйек тип сығыш яһаны, сөнки был графика төрки телдәренең тәбиғәтенә тура килә, бүтән төрки дәүләттәре лә күптән шуға күсеп бөттө бит. Беҙҙәге кириллица графикаһы улар менән тығыҙ аралашыуға ҡамасаулай! Билдәле булыуынса, күршебеҙ Татарстанда ла бындай ынтылыштар булды, хатта “Казан утлары” журналында айырым әҫәрҙәр латин графикаһында баҫылды, ләкин Дәүләт Думаһы был теләк-ынтылышҡа киҫкен ҡаршы ҡарар ҡабул итте.
Төркөстандағы ҡоролтайҙа йәнә тәржемә мәсьәләләре ҡәтғи ҡуйыртылды, был төрки халыҡтар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыр ине, беҙ бөтәбеҙ ҙә, уҡыусыларыбыҙ ҙа шуға ынтыла. Һүҙ ҙә юҡ: тәржемә мәсьәләһе үтә етди, үтә ҡырҡыу. Заманында төрки халыҡтары өсөн уртаҡ тел дә булдырайыҡ, әйҙә, яңы велосипед уйлап сығарып маташмайыҡ, ул тел төрөк теле булһын да ҡуйһын тигәйнеләр, әммә был теләк ҡабул ҡылынманы. Әле Октябрь түңкәрелешенә тиклем дәүерҙә бөтә туғандаш төркиҙәр өсөн уртаҡ әҙәби тел булараҡ – иҫке төрки китап теле хеҙмәт иткән, бөтә төрки зыялылары уны белгән, хәҙер заманалар үҙгәрҙе, сиктәр ныҡ, төрки дәүләттәр һәр береһе ныҡ айырымланды, ә күптәре, Башҡортостан менән Татарстан кеүек, Рәсәй Федерацияһы эсендә ҡалды.
Шулай ҙа тәржемә мәсьәләһе етди һәм ҡырҡыу. Ул төрки халыҡтарының бер-береһе менән аралашыуы, аңлашыуы тигәнде аңлата. Әүәле ошо Совет илендә был бурысты урыҫ теле үтәне, әлеге ҡоролтайҙа ла Азербайжан иле вәкиле, беҙ төркиҙәрҙең уғыҙ теле тармағына ҡарайбыҙ, ә бында күпселек ҡыпсаҡ тармағына ҡарағандар йыйылған... Шуға мин барыбыҙға ла аңлайышлы урыҫ телендә сығыш яһайым, тине.
Был оло әҙәбиәт ҡоролтайында миңә, Башҡортостан вәкиленә лә, һүҙ бирҙеләр.
– Беҙ, башҡорттар, ҡаҙаҡ дуҫтарға һоҡланып та, көнләшеп тә бағабыҙ. Илегеҙ ҡайһылай үҫеп, ҡеүәтләнеп китте, заманса Астананы – баш ҡаланы төҙөнөгөҙ, Ҡаҙағстан сәйәси юҫыҡта оло уйынсы, уның менән бар тирә-яҡ дәүләттәр иҫәпләшә, хатта Америка етәкселәре уның фекере менән килешә, – тинем.
ТӨРКСОЙ хәрәкәте башлығы Дюсен Касеинов былай тип белдерҙе:
– Ринат әкә, беҙ Башҡортостанды онотмайбыҙ, үҙебеҙҙең һәр сарабыҙға һеҙҙән вәкилдәр саҡырып торабыҙ. Яңыраҡ ТӨРКСОЙ-ҙа Заһир Исмәғилев менән Нәжип Йыһанов көндәрен үткәрергә килештек.
Быныһы ла хуп, әлбиттә, минең тел төбөмдө әллә аңлап бөтмәне, әллә йомшартырға тырышты түрә. Шулай ҙа быныһына ла рәхмәт әйтәйек, аңлы кеше аңлағандыр, был оло йыйында бер ул ғына ҡатнашмай бит, бөтәһе лә ауыҙ асып, ҡолаҡ ҡарпайтып тыңлап ултыра.

Әхмәт Йәсәүи йорто

Ҡасандыр Әхмәтзәки Вәлиди Төркөстан тип нәҡ шул яҡтарға сәфәрҙәр ҡылған. Беҙ ҙә сәфәр барышында уның исемен бер генә әмәлгә лә иҫтән сығарманыҡ – ул тел особоҙҙа, уйҙарыбыҙ уртаһында булды.
Төркөстанға барыуыбыҙҙың бер маҡсаты – нәҡ шул Хужа Әхмәт Йәсәүи йортон күреү. Уны ысын мәғәнәһендә Төркөстандың бер гәүһәре тип атарға мөмкин. Бында тарих, бында беҙҙең үткәнебеҙ. Әле Төркөстанға килә ятҡанда уҡ юлда бәләкәй генә ҡаласыҡ – Тимерлан осраны. Бәләкәй ҡала, район үҙәге, уртаһында алтындан ҡойолған Тимерлан – Аҡһаҡ Тимер һәйкәле. Был күренеш беҙҙе әүәлге, Аҡһаҡ Тимер дәүерҙәренә алып ҡайта. Урта Азия әмире, донъяны баҫып алыусы йыһангир. Сыңғыҙ хан, Александр Македонский, Наполеон, Гитлерҙар кимәлендәге шәхес, үҙенә күрә түгел, Һиндостанға барып еткән, Төркиә­нең ханы Баязитты баш һалдырған, урыҫ ҡалаларын буйһондорған һәм, ниһайәт, XIV быуат һуңында беҙҙең империябыҙ – Алтын Урҙа дәүләтен тар-мар иткән. Алтын Урҙаны, Туҡтамыш ханды эҙәрлекләгән. Алтын Урҙа ғәскәрҙәре эсендә башҡорт атлылары ла күп була, шуның арҡаһында илебеҙгә олоғара һәләкәт ябырыла; Аҡһаҡ Тимер артынан харабалар ғына ятып ҡа­ла. Әлбиттә, Туҡтамыш хан үҙе лә ғәйеп­ле, ул осорҙағы ҡатмарлы сәйәси мөнәсәбәттәр ҙә үҙ ролен үтәй, әммә, нисек кенә булмаһын, нәҡ шунан һуң Алтын Урҙа иле ҡеүәтләнә, ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алмай, был, үҙ сиратында, Урыҫ дәүләтенең көсәйеүенә, төбәктә яңы гегемон барлыҡҡа килтерә. Ошо юҫыҡтан әйтәм, Аҡһаҡ Тимергә мәскәүҙәр һәйкәл ҡуйһа ла фарыз, ул уларға бер йыһангир ҙа булышмағанса игелектәр эшләй.
Теге замандарҙа элекке уғыҙ-ҡаҙаҡ иле лә Аҡһаҡ Тимер империяһы эсендә булып сыға. Аҡһаҡ Тимер Төркөстанға килә, Хужа Әхмәт Йәсәүи хөрмәтенә нәҡ ул ошо ҡорамды – мавзолейҙы төҙөргә бойора. Әлбиттә, мавзолейҙы аҙағынаса төҙөп бөтөрә алмай. Шулай ҙа уның аҡылы етеп олуғ дин әһеле, халҡының рухи юлбашсыһы Хужа Әхмәт Йәсәүигә шундай хөрмәт күрһәтеүе фәһемле, был – аҡыл, дәрәжә, хатта мәҙәниәтлек билгеһе.
Был урында әүәл, Тимерланға ҡәҙәр 1105 – 1166 йылдарҙа Хужа Әхмәт Ибра­һим улы Йәсәүи йәшәгән, бында әүәл ыҡсымат мәсет торған. Мәсет янында мәҙрәсәһе лә, мөриттәре лә... тип фараз итергә кәрәк. Хужа Әхмәт Йәсәүи шунда мөриттәренә белем бирә, шунда йәшәй, ижад итә: әҙәби әҫәрҙәр яҙа, дини, фәлсәфәүи трактаттар баҫтыра. Хужа Әхмәт Йәсәүи үҙенең ижады, даны менән бөтә төрки донъяһының билдәле әһеленә әүерелә, уны һәр ерҙә үҙенеке итеп ҡабул итәләр. Хужа Әхмәт Йәсәүи – боронғо шиғриәттең дә бер вәкиле. Ул әүлиә – шәйех, шиғри һүҙ оҫтаһы. Төрки шиғриәтендә суфыйсы­лыҡҡа нигеҙ һалыусы. Әҙәби мираҫы башлыса “Диуани хикмәт” йыйынтығында тупланған.
Барса эште камил тотоп шәриғәттә,
Баштан кисеп, аяҡ ҡуйып ишанлыҡҡа,
Йән үә телен ынтылыусы итеп
мәғрифәткә,
Хәҡиҡәтте асырарға йүне булыр.
Аҡһаҡ Тимер нәҡ бына ошо кешене үҙенең дәрәжәһенә тәңгәл итеп хөрмәт күрһә­тә лә инде, уның исеменә быуаттарға етерлек олуғ ҡорам ҡора, яугирҙәрен ошо төҙөлөш мәшәҡәтенә – таш эшенә йәлеп итә.
Һөйләүҙәренсә, Хужа Әхмәт Йәсәүи ошо мәсеттә йәшәй, хатта бында бөгөнгө сәйәхәтселәргә уның табыныу, доға ҡылыу урындарын да күрһәтәләр. Имеш, Йәсәүи бөтә ғүмерен тиерлек ошо мәсеттә үткәрә, яҙыша, мөриттәрен уҡыта... Аҙаҡ, алтмышты уҙғас, ер аҫтына 4 метр тәрәнлегендә ҙур баҙ ҡаҙҙыра; шул баҙға төшөп ултырып, унан һис сыҡмай тағы шул саҡлы ғүмер кисерә. Шул мәсеттә үк был яҡты донъя менән хушлаша. Бында унан башҡа ла бик күп дини эшмәкәрҙәр, аҡындар, йыраусылар ерләнгән. Уларҙың ҡәберҙәре хәҙер айырым бүлмәне биләй, таш менән көпләнгән.
Айырым аш бүлмәһен дә ҡараныҡ. Уртала, усаҡ өҫтөндә – дәү ҡаҙан. Шул заман кешеләре бешкән былауҙы өс метр оҙонлоғондағы ағас ҡоштабаҡҡа (ул да бар) һоҫа, шунан уны ваҡ ҡына касаларға һалып тарата. Сит ил илселәрен, дәүләт эшмәкәрҙәрен ҡабул итеү бүлмәһе лә шунда, төп яҡта – хан тәхете. Уның тирәһен алтын-көмөштән семәрләп матурлап ҡуйғандар, ә һарай эсе зауыҡлы, төрлө төҫтәргә буялған. Аҡһаҡтан һуң был, моғайын, хан һарайына әйләнгәндер. Иңе утыҙ-ҡырҡ метрлыҡ олоғара һарай, бейек-бейек семәрле күркәм көмбәҙҙәр күҙҙең яуын ала. Иң юғары көмбәҙҙең бейеклеге 18 метр, диаметры – 40 метр, ә үҙәк залдың көмбәҙе 31 метрлыҡ. Һарай стеналарына (хәҙерге заман тарихсылары эшелер) ҡаҙаҡ халҡының хандары, батырҙары исемдәре теркәлгән. Был һарай-мавзолей әүәл-әүәлдән төҙөклән­дерелә, ремонтлана килгән, ул ысын мәғәнәһендә ҡаҙаҡ халҡының таш сәнғәте гәүһәре. Унда әле лә ремонт эштәре бара, ете быуатҡа яҡын ағас тупһа булып ятҡан тубал-тупһа, әүәлге төп ишектәр яңыһы йәнәшенә һөйәп ҡуйылған. Был һарайҙан ысынында тарих еҫе аңҡый, боронғо ваҡиғалар күҙ алдына баҫа. Бында йыш ҡына ҡаҙаҡ фильмдары төшө­рәләр, тирә-яҡтан, бар донъянан тикше­реүселәр, сәйәхәтселәр ағыла.
Һарай-мавзолейҙан тышҡа сыҡҡас та, һуш ала алмай тораһың. Һарай тирәһендә ярҙамсы биналар теҙелгән, ат һарайҙары, ризыҡ келәттәре... Һарай таш ҡоймалар менән уратылған, хәс тә был мавзолей үҙе үк таш ҡәлғә. Ә, бәлки, ысынлап та, заманында был һарай кешеләргә ҡәлғә булып та хеҙмәт иткәндер, ул тирә-яғынан таш менән уратылған, күҙәтеү өсөн нөктә-тишектәр бар. Иҫте-һушты алырлыҡ ҡоролма, ҡаҙаҡ халҡының, төрки халыҡтарының даһилығын кәүҙәләндергән һарай. Һәм, иң ҡыҙығы, ул йыһангир, илдәр баҫып-талап йөрөүсе кеше – Аҡһаҡ Тимер аҡылы, уйы менән төҙөлә башлаған. Оло аҡыл, ғилем, әҙәбиәт әһеле Хужа Әхмәт Йәсәүи хөрмәтенә, бөгөнгө заман кешеләренең күҙенә, һоҡланыуына лайыҡ әйбер. Төрки халыҡтарының бер хазинаһы. Уны төҙөүҙә, ысынлап та, бик күп ҡәүем вәкилдәре ҡатнашҡандыр.

Шымкент – ҡаҙаҡтың ҡунаҡсыл йөҙө

Башҡорт менән ҡаҙаҡ мөнәсәбәттә­ре­нең сал тарих төпкөлөнә киткән тарихы бар. Был аңлашыла ла: улар ҡәрҙәш, диндәш халыҡтар, ғүмер баҡый күршеләш ғүмер иткән. Әүәл, әле Ибн Фаҙлан заманында, улар уғыҙ (огуз) ханлығы, ә баш­ҡорттар (истәктәр) үҙ дәүләтселеге була­раҡ билдәле. Ҡарт тарих башҡорттарҙың бәшәнәктәр менән бер булып уғыҙҙарҙан еңелгән сағын да хәтерләй; эйе, ошо яуҙар, бихисап дәғүәләр һәр күрше араһында була торған ғәмәл; ҡаҙаҡ менән башҡорт араһында барымта-ҡарымталар ҙа йыш ҡабатланған, әммә башҡорт менән ҡаҙаҡ низағлашып ҡына йәшәмәгән, тел-лөғәт алмашынған, беҙҙең зыялылар ҡаҙаҡ далаларына сығып ҡаҙаҡ балаларына белем эстәшкән, ҡыҙ алмашып ғүмер һөргән.
Ҡаҙаҡтар араһында башҡорт ҡыҙҙары үҙҙәренең тоғролоғо менән айырылып торған, башҡорт килендәре ҡаҙаҡта юғары баһаланған. Алдар ише батырҙарыбыҙ ҡаҙаҡтарҙан хәләлен кире ҡайтарып алырға ла йөрөгән икән; XVII – XVIII быуаттарҙағы урыҫ баҫҡынсыларына ҡаршы һәр яуҙа башҡорттар ҡаҙаҡтарға йөҙ төбәгән, яҡлау көткән, хатта Бәпәнәй етәкселегендә XVIII быуатта ҡаҙаҡ ханы Абулхайырға ризалатыу йөҙөнән башҡорт ҡыҙын кейәүгә лә биреп ҡарағандар, хатта ханды башҡорт яғына ауҙарғандар, әммә Татищевтың мәкерле хәйләһе бөтә был ғәмәлдәрҙе аңдып, уларға яуабын әҙерләп ҡуйған... Аҙаҡ Ҡараһаҡал яуында ла урыҫтан еңелгән башҡорттар ҡаҙаҡҡа һыйынған, һыйынып ҡараған...
Хәҙер башҡа замандар. Ҡаҙаҡ менән беҙ дуҫ, ҡәрҙәш халыҡтар, төркиҙәр. Ҡаҙаҡтар башҡорт һымаҡ ҡуңыр йөҙлө, ҡарасман, башҡорт һымаҡ үтә ҡунаҡсыл. Быны беҙ үҙ сәфәребеҙҙә лә яҡшы татыныҡ: алға ҡаҙаҡ йылҡы ҡымыҙы, ҡаҙаҡ дөйә ҡымраны килә, ҡаҙаҡтың ваҡ ҡына ҡорото ла шунда. Рәхмәт ҡаҙаҡтарға, рәхмәт Шарбаныу апайға, Бахтыжан шофер энекәшкә! Сәләм Шымкент өлкәһенең “Казыгүрт” әҙәби журналы баш мөхәррире Бахытжан Алдияр туғанға!
Беҙҙе Шымкент буйлап сәйәхәттә йөрөттөләр, ҡаланың яңы биҫтәһендәге өлкә комитетына, өлкә китапханаһына, дендропаркка алып барҙылар, ә кисен ҡаҙаҡ сәйе, балығы менән һыйландыҡ. Ҡаҙаҡ халҡы иркен көн итә, йәштәре шат, күңелдәре көр. Улар ниңә һөйөнмәһен – илдәре азат, бөгөн тулы мөстәҡил, Урта Азияла иң хөрмәтле дәрәжәлә. Урамда – һәйкәлдәр, үҙ шәхестәренең исеме менән аталған парктар, майҙандар... Ғөмүмән, хөрриәт, азатлыҡ! Ошо тәңгәлдә теге азербайжан яҙыусыһы менән әңгәмә хәтергә төшә.
– Муса Ғәли үлдеме?
– Үлде.
– Ә Мостай Кәрим?
– Үлде.
– Элек бергә йөрөй торғайныҡ, һеҙ – йәштәр, совет осорон бик белеп, яҡшы яҡтарын аңлап та бөтмәйһегеҙҙер, – ти етмеш бишен уҙған аҡһаҡал әҙип Заһит Хәлил.
Эйе, Ҡаҙағстанда башҡорттарҙы белә­ләр, әҙәбиәт әһелдәре менән хәбәрҙарҙар. Шымкентта уларса ҡунаҡ өйө – “Гранд”та, халыҡ-ара кимәлдәге ҡунаҡханала йәшәйбеҙ.
Йәнә шул да иҫкә килә. Әүәл, мәҫәлән, бер быуат элек кенә, 1917 – 1918 йыл­дарҙа башҡорт Вәлиди менән ҡаҙаҡтарҙан Чоҡай менән Байторсондар, Бүкәйхандар азатлыҡ, ирек, бергә дәүләт төҙөйөк тип күтәрелгән, хатта улар бер Башҡорт-Ҡаҙаҡ республикаһы төҙөргә лә килешә, аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла башҡорттар армия төҙөп, ҡаҙаҡтар армия төҙөп һуғыша... Бер үк маҡсат, бер уйҙан була халыҡтар, ҡаҙаҡ менән башҡорт типә-тиң хәлдә була, ә хәҙер... Хәҙер ҡаҙаҡтар үҙ республикаларында 12 мил­лионға яҡынлаша, ә беҙ – ике миллионлы халыҡ, ер менән күк айырмаһы! Ғалимдар әйтеүенсә, 10 миллионлы халыҡҡа бер ниндәй ҙә юғалыу ҡурҡынысы янамай. Шымкент гөрләй, Төркөстанда тормош күкрәп сәскә ата, йәшнәп йәшәй ҡаҙаҡ ҡәрҙәштәребеҙ.
Шөкөр, ҡәрҙәштәр менән күрешәбеҙ, осрашып торабыҙ. Хәҙер ара тигәнең дә шартлы, күңелдәрҙең бер-береһенә тартылышын бер ни менән дә һүндереп булмай. Шулай ҙа мәсьәләләр етерлек, уларҙың береһе – йәштәребеҙҙе сит илдәрҙә, хатта баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә уҡытыу... Заманында башҡорт балала­рының Төркиәгә китеп уҡыуына бер данлы әҙибебеҙ ҡаршы төшкәйне. Бик тә хаҡлы булған икән ул: башҡорт яҙыусыһының ҡыҙы бөгөн төрөктә кейәүҙә, башҡорт артисының ҡыҙы Францияла йәшәй, бай французға кейәүгә сыҡҡан – ни фәтүә? Татар әҙибе ҡыҙы, Төркиәлә белем эстәп, азербайжан егетенә кейәүгә барҙы... Бәхетлеме ул, бәхетлеләрме, үҙ яҙмыш­тарынан ҡәнәғәтме балаларыбыҙ, ни хаҡына унда төпләнеп йәшәп яталар? Башҡортҡа уларҙан ни файҙа? Мәскәүҙә уҡыйҙар, Мәскәүҙә тороп ҡалалар, дан яулайҙар, башҡорт егете ҡайһылай шәп тигән шаңдауҙары илгә ҡайта-ҡайтыуын, ни фәтүә?
Башҡорт ансамблендә бейеүсе яңыраҡ төрөккә кейәүгә сыҡты, Төркиәлә йәшәй. Етмәһә, Баймаҡтағы туғандары, шуның менән маһайып, гәзиттә мәҡәлә баҫтыра: вәт беҙҙекеләр ҡайҙа, кемдә кейәүҙә! Ә башҡорт егеттәренә буласаҡ кәләш кем ҡулында бөгөн, бәхетлеме ул, тормошонан ҡәнәғәтме, тип уйлаусы юҡ. Төркиәлә йәшәй, төрөктә кейәүҙә! Шул данмы, фәһемме башҡортҡа? Шуның менән генә беҙ мәртәбәбеҙҙе арттырабыҙмы?
Быны Төркөстандағы Көньяҡ Ҡаҙағстан университеты менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты араһындағы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тотоп та әйтәм. Ярай, аралашыу, бәхәсләшеү, ғилми бәйләнештәр кәрәк, ә ғаилә ҡороп, Төркөстанда төпләнеүҙе барыбер аң ҡабул итмәй. Ҡәрҙәштәребеҙ ошолар хаҡында ла иҫтәренән сығармаһын ине. Һәр хәлдә, башҡорт үҙ илендә генә башҡорт, үҙ илендә генә кеше! Бары үҙ Уралында ул үҙе булып ҡала, үҙ илендә генә халыҡ булып хисапланасаҡ!

Ринат КАМАЛ,
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


Вернуться назад