Париж башҡорттарҙы ҡаршылай20.04.2018
Париж башҡорттарҙы ҡаршылайБашҡортостан вәкилдәре Францияға ЮНЕСКО ойошмаһы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен хәл итергә юл тотто. Делегацияны республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев етәкләй.

Быйыл был хеҙмәттәшлекте булдырыуға 20 йыл тула. Шул айҡанлы көн үҙәгендә мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү тора. Мәҫәлән, Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү буйынса эште дауам итеү, Салауат районындағы “Янғантау” шифаханаһы нигеҙендә илдең тәүге геопаркын асыу эшен тамамлау.
Башҡортостан вәкилдәре Франциялағы ошондай уҡ музей комплекстарында һәм геопарктарҙа буласаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ.


Вернуться назад