Рөстәм Хәмитов: “Көслө армия хәрби комиссариаттарҙан башлана”13.04.2018
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хәрби комиссариатының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙе ошо ваҡиға менән ҡотлап, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
— Был иҫтәлекле дата хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре йәки погон йөрөткәндәр, армия мәктәбен үткәндәр өсөн генә түгел, бөтә республика халҡы өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һәр ғаиләлә һуғыш йылдарында Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкән йәки тыныс осорҙа ил сиген һаҡлаған кешеләр бар. Кемдер беҙҙең көндәрҙә хеҙмәт иткән улдарын, ирҙәрен йәки ағай, энеләрен көтә.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика Хәрби комиссиариаты граждандарҙы сроклы йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәһәтенән Үҙәк хәрби округ Штабы ҡуйған бурысты уңышлы үтәй. Йыл һайын Башҡортостандан 10 меңдән ашыу егет Ҡораллы Көстәргә ебәрелә. Улар Калининградтан алып Владивостокка тиклем бөтә ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.
Хәрби комиссариаттарҙың хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы хәрби иҫәпкә ҡуйыуҙы ойоштороу, территориаль оборона, кешеләрҙе һәм транспорт ресурстарын мобилизацияға әҙерләү буйынса мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Мәҫәлән, республика Хәрби комиссариаты 2011 һәм 2015 йылдарҙа “Үҙәк” уҡыуҙары барышында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте, ә былтыр иһә иң яҡшы мобилизацион әҙерлек базаһын ойоштороуға арналған Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында еңеп сыҡты.
Республика Хөкүмәте хәрби комиссариаттарға һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункттарына матди ярҙам күрһәтә. Йыйылыу пунктының матди базаһын нығытыуға, хеҙмәткә саҡырылғандарҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Бында ашхана, клуб, спорт комплексы, уйын майҙансығы, тренажер залдары бар.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, хәрби комиссариаттар Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр һәм локаль конфликттар ветерандарына медицина реабилитацияһы үткәреү, уларҙың торлаҡ-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, мәрхүмдәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү, ҡәберҙәрен тәртиптә тотоу, запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлау йәһәтенән ҙур эш башҡара.