Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Дмитрий Медведев үткәргән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
Ҙур Кремль һарайының Георгий залындағы ултырышҡа Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, Президент Хакимиәте, төбәк етәкселәре, Юғары судтар, парламенттың ике палатаһы рәйестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре йыйылды. Унда ил иҡтисадындағы хәл, халыҡты социаль яҡлау, эшһеҙлек, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, төбәктәр менән Федераль үҙәк араһында вәкәләттәрҙе һәм финанс ресурстарын айырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яңыртыу, инновацияларҙы һәм электрон технологияларҙы ғәмәлгә индереү, демография сәйәсәте мәсьәләләре тикшерелде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.