Бүтән ҡәүемдәр менән бергә Украина биләмәләрен башҡорт яугирҙәренең ҡаны ла һуғарған. Оло әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрендә “Украина” атамаһы әүәл-әүәлдән йөрәкһеп әйтелгән. Бына килеп ошо изге ер беҙҙең арттан килеүселәр өсөн ысындан да “окраина”, ҡыр урын булып ҡалырмы икән?
Дәүләттәр араһында ваҡыт-ваҡыты менән бәхәстәрҙең хасил була тороуы — тәбиғи хәл. Бер-береһенән алыҫта йәшәгән кешеләр, донъя ваҡсыллыҡтарының шаһиты булмау сәбәплелер, юҡ-барға сыйышып бармай.Күршеләр менән иһә мәсьәлә бүтәнсәрәк: бында мөнәсәбәттәр яңылыш ултыртылған бағана, аҙғын әтәстән алып юғары сәйәсәт тураһында уртаҡ фекергә килә алмай дошманлашыуға хәтлем барып етә. Низағтың ғәмәлдә нимәнән килеп сыҡҡанын һис кем дә белмәй, уның тәрәнтен сәбәптәре тураһында ғәҙәттә уйланыусы ла булмай. Ә аңлашылмаусанлыҡ, ҡыу үләнгә төшкән үрт һымаҡ, илдәрҙең — дәүләтселеген, халыҡтарҙың — мәртәбәһен, кешеләрҙең намыҫын һәм яҙмышын да аямай, ҡыҙа, киңәйә, дошманлыҡ яһиллығы менән тула бара.
Рәсәй илем, һабаҡташтарым, дуҫтарым, ҡәләмдәштәрем тулы Украина тураһында, икеһен дә йәнәш ҡуйып, хәҙер йыш уйланыла. Өмөт иң һуңғы булып өҙөлә, тиһәләр ҙә, шул өмөттөң һүнеүен йөрәк ҡабул итмәҫ һымаҡ. Ике дәүләттең яҙмышын ҡулдарында тотоусылар, оҙайлы һаташыуҙарынан бер мәл уянып китеп, халыҡтарын, илдәрен ни хәлгә дусар итеүҙәренә үкенешеп, ҡылған ғәмәлдәре өсөн ғәфү үтенешеп, һәүетемсә йәшәй башламабыҙмы икән ни?
Ҡасан, тарихтың ҡайһы боролоштарында Рәсәй менән Украина араһында “ҡара бесәй” йүгереп үтте һуң әле? Тәрәнгә соҡоусы тарихсылар, әлбиттә, хан заманғы сәбәптәрҙе табыр ҙа уны бөгөнгө бәхәстәр дәлиле итеп күтәреп сығыр. Ләкин сәбәптәрҙең күптәнән йыйыла килеүе, шуларға илтифатыбыҙҙың етмәүе, бөгөн бәғзе мәсьәләләрҙә тар баҫмала ҡаршы осрашҡан, береһе икенсеһен үткәрергә теләмәгән ҡусҡар тәкә рәүешендә булыуыбыҙ мәғлүм. Бәс, ошо хәҡиҡәтте аңлағас, ихлас күршеләрсә йәшәү юлдарын эҙләйек. “Күршеңдә эт булһа булһын, күршең үҙе эт булмаһын”, — тигәнерәк әйтемдең нигеҙендә, барыбер йәшертен асыу һаҡланған һымаҡ.
Украиналағы бына нисәмә йыл дауам иткән көрсөк Рәсәй менән АҠШ-ты сәйәси йәһәттән, һәм бер ни ҡәҙәр хәрби яҡтан да, бәрелешеүгә килтерҙе, Рәсәйҙе Европа Союзы илдәренән алыҫлаштырҙы. Мәғлүмдер, Рәсәй Федерацияһы Евро-Атлантика берекмәһендә урын табырға күп мәртәбә тырышты. Ниәт бойомға ашҡан хәлдә илебеҙ “Киңәйгән Көнбайыштың” айырылғыһыҙ өлөшө була ине. Был уйҙан хәҙер ваз кисергә тырышһаҡ та, заманында ғорур ҡиәфәт менән матур хыял йөрөткәнбеҙ бит!
Украина көрсөгө Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте өсөн ҡырыҫ һынау булды. Беҙҙең өсөн мөһим һабаҡтарҙың береһе шулдыр: Украинаға етди, комплекслы мөнәсәбәт кәрәк булған, аралашыуҙа эмоциялар эшлеклелектән өҫтөнлөк алған. Тәүҙәрәк, СССР тарҡалып киткәс, Украина йүнәлешендә Рәсәйҙең сәйәсәте көнүҙәк ике-өс мәсьәлә тирәһендә уранғыланы. Был — Украинанан элекке Союздыҡы булған ядро ҡоралын алып сығыу (ул хәҙер Украинала хаттин ашҡан радикалдар һәм баймабаш милләтселәр ҡулына эләкһә, ни хәл итер инек?), Ҡара диңгеҙ хәрби флотын бүлеү һәм артабан — Рәсәйҙән килә торған газ өсөн хаҡтар, Европа Союзы илдәренә уны Украина биләмәләре аша үткәреү шарттары. Уйынлы-ысынлы әйткәндә, Украина мәсьәләһе ракеталар, караптар һәм газ торбаһы дәүмәлдәренә тиклем ҡожорайҙы. Шул уҡ ваҡытта ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең тәрәнтен проблемаларына беҙҙең яҡтан илтифат етмәне.
Гәзит уҡыусының хәтерендә булһа, 1997 йылғы договор Украинаның мөстәҡиллеген элекке УССР сиктәрендә нарыҡланы. Шуға ҡарамаҫтан Мәскәүҙә, Украинаны һүҙҙә айырым дәүләт итеп таныһалар ҙа, уны сит, Рәсәй менән күп төрлө бәйләнештәр һаҡлаусы, әммә нәҡ сит ил тип иҫәпләүгә оҙаҡ ваҡыт йөрәктәре етмәне. Улай ғына түгел, Украина күптәрҙең аңында тарихи Рәсәй үҙәгенең бер өлөшө булып һаҡланып ҡалды, мөстәҡиллек үтер ҙә китер тип иҫәпләнелде. Нәҡ Рәсәйҙәге уҡыусыларға төбәп һәм әлеге ҡараштар менән бәхәскә инеп, Украинаның икенсе президенты Леонид Кучма китабын “Украина Рәсәй түгел” тип исемләгәйне. Өҫтәүенә китап тышында “түгел” тигән һүҙ ҡыҙыл төҫтә бирелгәйне. Был иҫкәртеүҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, абайлаусы булманы.
2004—2005 йылдарҙағы “хәнәүәт инҡилап” Рәсәйҙең Украиналағы сәйәсәтендәге тәүге ҙур уңышһыҙлыҡ булды. Мәскәүҙә һәммә нәмәне тиерлек алыҫ киләсәккә төбәлгән геосәйәси маҡсаттарҙы ситтән ҡыҫылыуҙың һөҙөмтәһе тип баһаланылар. Беҙҙәге аналитиктар фекеренсә, украин һәм “төҫлө” бүтән инҡилаптарҙың американ режиссерҙары Украина етәкселегендәге эске низағты файҙаланды, уның бер өлөшөн йә һатып алды, йә үҙ яғына ауҙарҙы, бер юлы халыҡтың илдәге социаль-иҡтисади хәл менән ризаһыҙлығын файҙаланды һәм, ниһайәт, Көнбайыштан килеп торған гранттарға таянып үҫкән әүҙем йәштәрҙе алышҡа йәлеп итте. Был тезис менән ризалашмаҫҡа ла мөмкин, әммә Мәскәү телеканалдары һәм гәзиттәре ошондай фаразлауға әле булһа сат йәбешкән көйө ҡала. Киевтағы хәлдәр, шулай итеп, АҠШ-тың Рәсәйҙе Советтар Союзынан ҡалған биләмәләрҙән “ҡыҫып сығарырға” тырышыу һәм, әгәр Украинала ошо ниәт бойомға аша ҡалһа, уны Мәскәү урамдарында ла һынап ҡарау маҡсатында ойошторолдо, тип баһаланды.
“Хәнәүәт” еңеүселәр араһында тиҙ үк ваҡыт эсендә башланған янъяллашыу баяғы хәүефтәрҙе йомшарта төштө, Мәскәү сәйәсмәндәре йәнә бошмаҫ хәлгә ҡайтты. Әммә, хәйерсенең онон ел осорор тигәндәй, 2008 йылдың башында Киев хакимдары Украинаға НАТО ағзалығына инеү планын биреү үтенесен ғәмгә еткерҙе. Яр аҫтынан яу сыҡты, тигән һымаҡ. Вашингтон иһә шуны көтөп кенә торған — шунда уҡ әйҙүкләп ебәрҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо шарттарҙа дипломатияла һирәк була торған аҙымға барҙы: ул НАТО-ның Бухареста үтә торған апрель саммитына килеп төштө. Маҡсаты альянс лидерҙарын, Киев блокка ҡарай ыңғайлаған хәлдә Украинала бола ҡубыу һәм илдең тарҡалыу ихтималы тураһында киҫәтте. Һәр хәлдә, беҙҙең Президент альянс илдәре етәкселәрен шуға ышандырырға тырышты. Мәскәү ғәмәлдә Көнбайышты Рәсәй менән низағлашыуҙың хәүефле булыуы, ә Киевты — ил Атлантик альянсҡа ҡушылыу мәсьәләһендә бүлгеләнә ҡалһа, Украинаның бөтөнлөгөн хөрмәт итеүҙән тыйыласағы хаҡында ҡәтғи рәүештә иҫкәртте. Ошо уҡ йылдың авгусында Көньяҡ Осетияла башланған һуғыш Рәсәй фекеренең бик етди булыуын раҫланы. Шулай итеп, Украина менән Грузияның НАТО ағзалығына юл әлегә ябылып торҙо.
Мәскәүҙең Ҡушма Штаттарға ҡарата ныҡ тороуы һәм Киев етәкселегенә айыҡ мөнәсәбәте емешле һымаҡ тойолғайны. 2010 йылда Виктор Януковичтың Украина президенты итеп һайланыуы биш йыл әүәлге еңелеү өсөн ҡон ҡайтарыу, геосәйәси быйтанлауҙан ҡотолоу һәм Украинаның киләсәктә Рәсәй менән бер иҡтисади, сәйәси һәм стратегик йыйынға интеграцияланыуы тип баһаланғайны. Владимир Путиндың президент программаһындағы тышҡы сәйәси өлөштә Украинаға бик ҙур урын бирелде. Баҡтиһәң, тотош Евразия интеграцияһы проектының өлөшө ғәмәлдә Киевтың иҡтисади һәм сәйәси йүнәлешенә бәйләнгән булып сыҡты.
Рәсәйҙең Украина йүнәлешендә 2013-2014 йылдар алдындағы сәйәсәтен йыш ҡына харап тип баһалайҙар. Ысындан да, ул Януковичты Киевтағы Майҙан тарафынан ҡолатылыуҙан аралай алманы. Яңы хакимлыҡҡа илдең көньяҡ-көнсығышында йәшәүсе күпселек рус телле халыҡ йөҙөндә лайыҡлы ҡаршы көс ойоштороу барып сыҡманы.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең украин сәйәсәтендәге уңышһыҙлығы өлгәшелмәгән еңеүҙән отошлораҡ булып сыҡты. Мәҫәлән, хәл ошолайыраҡҡа китте, ти: Янукович һис һүҙһеҙ Рәсәй яғын һайлай һәм Украинаның Евразия Союзында тулыһынса ҡатнашыуына ризалыҡ бирә. Ҡырҡ биш миллионлыҡ илде матди, беренсе нәүбәттә — финанс йәһәтенән, тәьмин итеү Рәсәй иңенә төшөр ине. Ә был хәл оҙаҡҡа китһә? Киев Союз эсендәге һәр ҡарар өсөн үҙенең ризалығына ҡиммәт хаҡ талап итеү хоҡуғын алыр ине. Һәм, түҙемлегенең сигенә сығып, күрһәткән ярҙамына төкөрөп, Рәсәйгә Украинаны, янъялдар аша булһа ла, ысҡындырырға тура килере хәҙер инде көн кеүек асыҡ, сөнки Кучма яҙғанынса, “Украина Рәсәй түгел”.
Йәнә шуны ла күҙ алдына килтерәйек: Янукович 2014 йылдың башында, Мәскәүҙә күптәр көткәнсә, Майҙанды ҡыуып таратты, ғәҙәттән тыш хәл индерҙе, ти. Һөҙөмтәлә Украинала граждандар һуғышы барыбер башлана ине. Тик көнсығышта, Донбасста түгел, ә илдең көнбайышында. Унда үҙенең партизандары менән яңы Көнбайыш Украина халыҡ республикаһы хасил булмаҫына кем ант итә ала? Уларҙы баҫыр өсөн Янукович ғәскәр ебәрер ине. Бында ла уңышҡа өлгәшеүе — ай-һай... Заманында хатта Сталинға ла Галициялағы партизандарҙы ҡоротоу мөмкин булманы. Польша менән НАТО, асыҡтан-асыҡ ҡыҫылмаған хәлдә лә, баш күтәреүселәргә һүҙ менән генә ярҙам итеп ҡәнәғәтләнмәҫ ине.
Украина, юл ыңғайында Көнбайыштың санкцияһына эләгә, юғалтыуҙарҙы Рәсәйгә ҡапларға тура килә, өҫтәүенә Рәсәй үҙе лә санкцияларға дусар ителә. Әлеге режимдың хәлен нығытыу өсөн Мәскәү Украинаға именлек буйынса белгестәр, шул иҫәптән махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр ебәрә. Ә был киң ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм Галицияла йә Волынь тирәһендә генә түгел, бүтән төбәктәрҙә лә ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтен уята. Һөҙөмтәлә Рәсәй ғәйәт ҙур юғалтыуҙар менән генә ҡотола алырлыҡ тоҙаҡҡа эләгә. Нисек кенә ҡатмарлы күренмәһен, эштәрҙең бөгөнгөһө Рәсәй өсөн уңай.
...Күршеләр беҙҙе үҙебеҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә шул.