Ауыл һайлаусылары әүҙемлек күрһәтә18.03.2018
"Башҡортостан" гәзитенең махсус хәбәрсеһе Рәмилә МУСИНА Йәмәғәт матбуғат үҙәгенән хәбәр итә:
Республикала Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау ваҡытының “экваторы” күптән үтте. Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кѳндѳҙгѳ сәғәт 3-кә ҡарата тѳбәктең һайлау хоҡуғына эйә булған граждандарының 51,6 проценты үҙенең конституцион хоҡуғынан файҙаланған. Дѳйѳм алғанда, 2012 йылдағы ил президенты һайлау осоро менән сағыштырғанда, был күрһәткес 15 процентҡа юғарыраҡ.
Шул уҡ ваҡытта яңы технологиялар менән йыһазландырылған КОИБ-тар файҙаланған участкаларҙа халыҡтың 65 проценты ҡатнашыуы хаҡында мәғлүмәт бар.
Әйткәндәй, һәр ваҡыттағыса, республикабыҙҙың ауыл ерендә йәшәүселәр һайлауҙа әүҙемлеге менән айырылып тора.