Халыҡ һайлауҙа бик ихлас ҡатнаша. Ғаиләләр менән бергәләп киләләр. Ошо хаҡта белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт Палатаһы рәйесе Ольга Юрьевна Панчихина “Һайлау- 2018” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистарға биргән интервьюһында.
Әле Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт Палатаһынан һәм Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһынан һайлау участкаларында 10 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй, уларҙың 70 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә.
Тѳбәк Йәмәғәт Палатаһы ағзалары һайлау участкаларында дѳйѳм хәл менән даими танышып тора. Улар белдереүенсә, әле участкаларҙа эшлекле мѳхит булдырылған, президентлыҡҡа кандидаттарҙан килгән бѳтә күҙәтеүселәр ҙә һайлау барышынан ҡәнәғәт. Әйткәндәй, Йәмәғәт Палатаһы ойошмаһы бер сәйәси партияның да мәнфәғәтен яҡламай, ул һайлауҙың ғәҙел үтеүе яҡлы.
Рәмилә МУСИНА,
“Башҡортостан” гәзитенең махсус хәбәрсеһе.