“Башҡортостан” гәзите журналисы Гүзәлиә Балтабаева хәбәр итеүенсә, бөгөн Рәсәй Президентын Һайлау көнөндә, тауыш биреү участкалары менән бер рәттән баш ҡалабыҙ Өфөлә “Һайлау – 2018” Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Ул “Башҡортостан” ҡунаҡхана үҙәгенең конференц-залында урынлашҡан. Матбуғат үҙәгенең маҡсаты – Башҡортостандың матбуғат саралары вәкилдәренә квалификациялы эксперттарҙың комментарийҙарын, комиссияһы ағзаларының һайлау барышы тураһындағы мәғлүмәттәрен еткереп тороу өсөн ойошторолған.
Матбуғат үҙәгенең эш барышында шулай уҡ Рәсәй Президентына кандидаттарҙың штабы, власть органдары вәкилдәре, сәйәсәт белгестәре, эксперттар менән брифингтар, шулай уҡ Үҙәк Һайлау комиссияһы менән тура бәйләнештәр ойоштороласаҡ, республикалағы һайлау барышы менән таныштырып тороласаҡ.
Бында журналистар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Йәмәғәт күҙәтеүе буйынса Колл-үҙәктең “ҡыҙыу линия”һы тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Уның телефоны – 8 (347) 280-95-43.