БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ИСЕМЕНӘН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КОНСТИТУЦИЯ СУДЫ ҠАРАРЫ07.03.2018
Рәйеслек итеүсе В.М. Крылов, судьялар Р.Р. Кәримова, Ф.Р. Моратшин составындағы Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, бәхәс тыуҙырған акттарҙы сығарған яҡ вәкилдәре – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының финанс, хужалыҡ һәм аграр ҡануниәт бүлеге мөдире Юлиә Фәһим ҡыҙы Әхмәтова, шулай уҡ ултырышҡа саҡырылған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең дәүләт-хоҡуҡ идаралығындағы суд вәкиллеге һәм ярлыҡау бүлеге мөдире С.С. Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының суд вәкиллеге бүлеге мөдире И.Й. Таҡтаев, Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары И.С. Әбсәләмов, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары З.М. Ғәләмов, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы Ф.Г. Нафиҡова, Башҡортостан Республикаһы Прокурорының республика вәкиллекле (закондар сығарыу) һәм башҡарма органдары, урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса ярҙамсыһы Р.Р. Исмәғилев, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының хоҡуҡи тәьминәт бүлеге начальнигы С.Б. Мережников, “Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль кадастр палатаһы” ФДБУ филиалының юридик бүлеге начальнигы И.О. Әхмәтшина, “Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль кадастр палатаһы” ФДБУ филиалының юридик бүлеге начальнигы урынбаҫары И.Ю. Чувашов, Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ҡануниәт, ведомство норматив-хоҡуҡ акттарын хоҡуҡи теркәү һәм уларға экспертиза бүлеге начальнигы Д.А. Мостафина, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһы субъекттарының норматив хоҡуҡ акттары һәм федераль регистрҙы алып барыу, муниципаль берәмектәр реестрын алып барыу, муниципаль берәмектәр уставы реестрын теркәү һәм алып барыу мәсьәләләре бүлеге начальнигы Э.З. Әхмәҙуллина, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү Аппаратының бүлек мөдире И.В. Яковлева, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының хоҡуҡи тәьминәт, дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте бүлегенең баш белгес-эксперты А.Т. Сәлихова, Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ҡануниәт, ведомство норматив-хоҡуҡ акттарын хоҡуҡи теркәү һәм уларға экспертиза бүлегенең төп белгес-эксперты М.З. Әҙелгилдина, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппаратының төп консультанты О.А. Герасимова ҡатнашлығында,
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 106-сы статьяһындағы беренсе өлөштө, “Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 3, 4, 38, 39, 42-се һәм 77-се статьяларын эштә ҡулланма итеп алып,
асыҡ ултырышта 2004 йылдың 5 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-сы Башҡортостан Республикаһы Законының 21-се статьяһындағы 2-се өлөштөң һәм 21.3-сө статьяһындағы 1-се өлөштөң, шулай уҡ 2014 йылдың 29 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6, 8-се һәм 9-сы пункттарҙың конституционлылығын тикшереү тураһындағы эште ҡараны.
Граждан Р.Х. Хафизовтың ялыуы эште ҡарауға сәбәпсе булды. Ул ялыуында билдәләнгән норматив хоҡуҡ акттары положениеларының конституционлылығын тикшереүҙе һорай.
Үрҙә әйтелгән нормаларҙың Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тап килеү-килмәүе мәсьәләһендә асыҡланған билдәһеҙлек эште ҡарауға нигеҙ булды.
Ғариза биреүсе ултырышҡа килмәне. Урында кәңәшләшкәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, “Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 56-сы статьяһындағы 4-се өлөштө эштә ҡулланма итеп алып, конституцион ялыу менән мөрәжәғәт иткән яҡ булмаһа ла эште тикшерергә ҡарар итте.
Докладсы судья Ф.Р. Моратшинды, граждан Р.Х. Хафизов ялыуының йөкмәткеһен, акттарҙы сығарған яҡтарҙың аңлатмаларын, эксперттар – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы мөдире, юридик фәндәр кандидаты С.Б. Сафинаның, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтындағы финанс һәм экологик хоҡуҡ кафедраһы доценты, юридик фәндәр кандидаты Е.В. Балашовтың һығымталарын, саҡырылғандарҙың сығыштарын тыңлап, тәҡдим ителгән документтарҙы һәм башҡа материалдарҙы тикшергәндән һуң, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды билдәләне:
1. Ғариза биреүсе ризаһыҙлыҡ белдергән 21-се һәм 21.3-сө статьяларҙың әле ғәмәлдә булмаған положениелары 2004 йылдың 5 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-сы Башҡортостан Республикаһы Законының “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше” тигән V бүлеккә ингән.
Ошо Закондың (2010 йылдың 27 декабрендәге 346-сы Башҡортостан Республикаһы Законы редакцияһында) 21-се статьяһындағы 2-се өлөштә “Граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө, гараж төҙөлөшө, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, баҡсасылыҡ, малсылыҡ һәм йәшелсәселек өсөн бирелгән, шулай уҡ биналар, ҡаралтылар, ҡоролмалар биләгән ер участкаларынан тыш, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкалары 2006 йылдың 1 ғинуарынан хосусилаштырыла. Ошо Законға ярашлы граждандар тарафынан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыу 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем тормошҡа ашырыла”, тип билдәләнә ине.
21.3-сө статья (2005 йылдың 7 ноябрендәге 230-сы Башҡортостан Республикаһы Законы редакцияһында) ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларына дөйөм милек хоҡуғында ер өлөшө (пай) күләмен билдәләүгә, уларға бәйле килешеүҙәр төҙөү үҙенсәлектәренә һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаһына дөйөм милек хоҡуғындағы ер өлөшө (пай) иҫәбенә ер участкаларын айырып алыуға арналды. Ошо статьяның 1-се өлөшөндә (5-се пункт), атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятиелары файҙаланыуындағы ауыл хужалығы ерҙәрен хосусилаштырыуҙы тыйыу ҡарала ине.
Ғариза биреүсенең фекеренсә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын хосусилаштырыуҙың нигеҙһеҙ ваҡытын һәм ошондай хосусилаштырыуҙы законһыҙ сикләүҙе күҙ уңында тотҡан закон положениелары Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы килә һәм граждандарҙың бер тапҡыр бушлай ер бүлемен (пай) алыуға хоҡуғын боҙа.
Граждан Р.Х. Хафизов, бынан тыш, “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законындағы 21-се статьяның 2-се өлөшөн һәм 21.2-се статьяны көсөнән сыҡҡан тип таныған, шулай уҡ 21.3-сө статьяны яңы редакцияла биргән 2014 йылдың 29 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6, 8-се һәм 9-сы пункттарҙың конституционлылығын тикшереүҙе һорай.
Мәҫәлән, ғариза биреүсе граждандарға дөйөм милек хоҡуғында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай һәм бер тапҡыр биреү тәртибенең хоҡуҡи регламентацияһын үҙ эсенә алған “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының (2005 йылдың 7 ноябрендәге 230-сы Башҡортостан Республикаһы Законы редакцияһында) 21.2-се статьяһын ғәмәлдән сығарыуҙы Конституцияға тап килмәй тигән фекерҙә.
Р.Х. Хафизов шулай уҡ ошо Закондағы 21.3-сө статьяның атамаһын һәм йөкмәткеһен үҙгәртеүҙе лә конституционһыҙ тип иҫәпләй. Әгәр элегерәк был статья, башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаһына дөйөм милек хоҡуғында ер өлөшө (пай) күләмен билдәләү мәсьәләһен регламентлаһа, хәҙер иһә килешеүҙәр төҙөү һәм ошондай ер участкаһына дөйөм милек хоҡуғындағы ер өлөштәре (пайҙар) иҫәбенә ер участкаларын айырып алыу үҙенсәлектәренә генә ҡағыла.
Яңы редакциялағы был статьяның 1-се өлөшө һылтанма норманы үҙ эсенә алған. Уға ярашлы “ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаһына дөйөм милек хоҡуғындағы ер өлөштәренә (пайҙарға) бәйле килешеүҙәр төҙөү үҙенсәлектәре, шулай уҡ ер өлөшөнә милек хоҡуғынан баш тартыу “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закондың 12-се статьяһына ярашлы көйләнә”.
21.3-сө статьяның 2-се өлөшөндә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаһына өлөшләтә милектә ҡатнашыусының йәки ҡатнашыусыларҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын киңәйтеү, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ойоштороу һәм уларҙы киңәйтеү, шулай уҡ ер участкаһын ҡуртымға биреү һәм, әгәр “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статьяһы, ҡаралған Башҡортостан Республикаһы Законының 22-се статьяһы талаптарын боҙмаһа, уны башҡа төрлө файҙаланыу өсөн үҙенең ер өлөшө йәки ер өлөштәре иҫәбенә (шулай уҡ теләк буйынса – ошо Закондың 21.3.1-се статьяһы менән ҡаралған тәртиптә) ер участкаһын айырып алыуға хоҡуғы нығытыла.
Ғариза биреүсе 2014 йылдың 29 декабрендәге 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының телгә алынған положениелары һылтанма характерҙа булғанға күрә билдәһеҙлек тыуҙыра, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы нормаларына ҡаршы килә һәм, һөҙөмтә булараҡ, республика халҡының түләүһеҙ нигеҙҙә үҙҙәренең ер бүлемдәрен (пайҙарын) алыуға конституцион хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен боҙа тигән фекерҙә.
Шулай итеп, 2004 йылдың 5 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-сы Башҡортостан Республикаһы Законының әле көсөн юғалтҡан 21-се статьяһындағы 2-се өлөш һәм 21.3-сө статьяһындағы 1-се өлөш, шулай уҡ 2014 йылдың 29 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6, 8-се һәм 9-сы пункттар ошо эш буйынса конституцион контроль предметы булып тора.
2. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары Рәсәй Федерацияһында тәғәйен биләмәлә йәшәгән халыҡтарҙың йәшәү һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана. Ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары хосуси, дәүләт, муниципаль һәм башҡа милек формаһында була ала (9-сы статья).
Ошо конституцион норманы үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары Башҡортостан Республикаһында уның күп милләтле халҡының йәшәү һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана тип билдәләнә. Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһындағы килешеүҙәргә ярашлы Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендә булған ергә, ер аҫты байлыҡтарына, һыу, урман һәм башҡа тәбиғәт ресурстарына идара итеү, уларҙан файҙаланыу тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы менән көйләнә (9-сы статья).
Ергә хужа булыу, унан файҙаланыу мәсьәләләре, шулай уҡ ер ҡануниәте Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһенә инә (72-се статья, 1-се өлөштөң “в” һәм “к” пункттары). Рәсәй Федерацияһы менән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса федераль закондар, уларға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары һәм башҡа норматив хоҡуҡ акттары сығарыла (76-сы статья, 2-се өлөш).
Рәсәй Федерацияһының ер ҡануниәте Рәсәй Федерацияһының Ер кодексынан, федераль закондарҙан һәм уларға ярашлы ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондарынан тора (Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 2-се статьяһындағы 1-се өлөш). Ер кодексы ер мөнәсәбәттәрен көйләгәндә ҡулланылған төп принциптар иҫәбендә ерҙәрҙе файҙаланыу буйынса мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән гражданлыҡ ҡануниәте нормалары менән ер ҡануниәте нормаларының эш итеү даирәһен айырыу принцибын, шулай уҡ ерҙе хосусилаштырыуҙы дәүләт көйләүе принцибын билдәләй (Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 1-се статьяһындағы 2-се пункт).
Башҡортостан Республикаһында ерҙәрҙе файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса мөнәсәбәттәр 2004 йылдың 5 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-сы Башҡортостан Республикаһы Законы менән көйләнә. Уның 1-се статьяһына (1-се өлөш) ярашлы Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына, башҡа федераль закондарға нигеҙләнә һәм әйтелгән Закондан, Башҡортостан Республикаһының башҡа закондарынан һәм норматив хоҡуҡ акттарынан тора.
3. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларына хужа булыу, уларҙан файҙаланыу менән бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләү, ер участкалары һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларына дөйөм милек хоҡуғындағы өлөштәрҙең әйләнешенә – ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларына һәм ошондай участкаларға дөйөм милек хоҡуғындағы өлөштәргә хоҡуҡтарҙың барлыҡҡа килеүе йәки туҡталыуы кеүек һөҙөмтәгә килтергән килешеүҙәргә ҡарата ҡулланылған ҡағиҙәләрҙе һәм сикләүҙәрҙе билдәләү, дәүләт йәки муниципаль милектә булған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын биреү, шулай уҡ уларҙы дәүләт йәки муниципаль милеккә тартып алыу шарттарын билдәләү өсөн федераль кимәлдә 2002 йылдың 24 июлендә “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы 101-се Федераль закон ҡабул ителгән.
Был Федераль закон, башҡалар иҫәбендә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын хосусилаштырыуҙың ҡайһы бер мәсьәләләрен дә көйләне. Уның 1-се статьяһындағы 4-се пунктта дәүләт йәки муниципаль милектә булған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкалары ошо Федераль закон, Рәсәй Федерацияһының Ер кодексы һәм башҡа федераль закондар менән билдәләнгән тәртиптә хосусилаштырыла тип нығытыла.
Ауыл хужалығы ерҙәрен хосусилаштырыу ваҡытына килгәндә, “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закон дөйөм ҡағиҙәне нығытты – Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә урынлашҡан бындай ер участкалары Рәсәй Федерацияһы субъекты законы менән билдәләнгән мәлдән алып хосусилаштырыла. Әгәр “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закон көсөнә ингән көнгә Рәсәй Федерацияһы субъекты тарафынан ошо Федераль законды тормошҡа ашырыуҙы тәьмин иткән закон ҡабул ителмәһә, бындай субъект биләмәһендә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкалары 2004 йылдың 1 ғинуарынан хосусилаштырыла (1-се статьяның 4-се пункты һәм 19.1-се статьяның 1-се пунктындағы 1-се ярҙамсы пункт).
Рәсәй Федерацияһы субъекты биләмәһендәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын хосусилаштырыуҙың башланыу ваҡытынан айырмалы уның тамамланыу срогын Федераль закон регламентламаны.
Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тикшергән материалдарҙан күренеүенсә, “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закон көсөнә ингән көндә Башҡортостан Республикаһында уны тормошҡа ашырған республика Законы ҡабул ителмәгән була. Тимәк, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан ауыл хужалығы ерҙәренә ҡараған ер участкаларын хосусилаштырыу федераль ҡануниәт тарафынан билдәләнгән көндә – 2004 йылдың 1 ғинуарында башланған, тип иҫәпләргә кәрәк.
Ғариза биреүсе килешмәгән “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 21-се статьяһындағы 2006 йылдың 1 ғинуарын, граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө, гараж төҙөлөшө, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, баҡсасылыҡ, малсылыҡ һәм йәшелсәселек өсөн бирелгән, шулай уҡ биналар, ҡаралтылар, ҡоролмалар биләгән ер участкаларынан тыш, үрҙә телгә алынған ер участкаларын хосусилаштырыуҙың башланыу һәм 2012 йылдың 1 ғинуарын граждандар тарафынан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыуҙың тамамланыу көнө булараҡ билдәләгән 2-се өлөшөнөң конституционлылығын баһалағандан һуң, Башҡортостан Республикаһының Конституция суды, был осраҡта “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль законға ярашлы ер участкаларын хосусилаштырыу хаҡында түгел, ә ҡануниәт буйынса дөйөм милек хоҡуғында ер өлөшө (пай) алыуға хоҡуҡлы граждандар тарафынан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай һәм бер тапҡыр хосусилаштырыу тураһында һүҙ бара, тигән фекерҙә.
Ул осорҙа ғәмәлдә булған федераль ҡануниәтте тикшереү бәхәс тыуҙырған 21-се статьяны үҙ эсенә алған “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителгән мәлгә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай хосусилаштырыуҙың Рәсәй Федерацияһы субъекттарының бурысы түгел, ә хоҡуғы булыуын күрһәтте. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 28-се статьяһындағы 2-се пунктта “Ошо Кодекс, федераль закондар һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән ҡаралған осраҡтарҙа ер участкалары граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең милкенә түләүһеҙ тапшырыла” тип билдәләнә. “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закондың 10-сы статьяһындағы 4-се пункттың өсөнсө абзацына ярашлы, “Ауыл хужалығы ойошмаларына даими (срокһыҙ) файҙаланыуға тапшырылған ауыл хужалығы ерҙәре Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 28-се статьяһына ярашлы Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән ҡаралған осраҡтарҙа граждандарға дөйөм милек хоҡуғында бушлай бирелә ала”. Ер кодексының һәм телгә алынған Федераль закондың был нормалары 2014 йылдың 23 июнендәге “Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 171-се Федераль закон менән көсөнән сыҡҡан тип танылды.
Был иһә Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһының иң элек республикала ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыуға йүнәлтелгән “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше” тигән V бүлекте үҙ эсенә алған “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Законды ҡабул итеү ярҙамында үҙе теләгәнсә, мөмкинлектәренән, шул иҫәптән финанс мөмкинлектәренән сығып, ер өлөшө (пай) алырға хоҡуҡлы граждандар өсөн Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай хосусилаштырыуҙы ғәмәлгә индереүҙең федераль ер ҡануниәте талаптарына нигеҙләнгән хоҡуғынан файҙаланыуын аңлата.
Шул уҡ ваҡытта республика закон сығарыусыһы тарафынан ғәмәлгә индерелгән һәм ошо Башҡортостан Республикаһы Законы менән ҡаралған Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бер тапҡыр бушлай хосусилаштырыу, федераль ҡануниәт тарафынан билдәләнгән ошондай ерҙәрҙе түләүле нигеҙҙә хосусилаштырыу менән бер рәттән, асылда иһә республикалағы ауыл халҡының күпселегенә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан уның финанс һәм башҡа мөмкинлектәрен иҫәпкә алып тәьмин ителгән өҫтәмә социаль ярҙам сараһы булды.
Үрҙә әйтелгәндәр нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Конституция суды ғариза биреүсенең хосусилаштырыуҙы тормошҡа ашырыу срогының (2006 йылдың 1 ғинуарынан 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем) Конституцияға тап килмәүенә ҡағылышлы дәлилдәре менән килешә алмай. Рәсәй Федерацияһы субъекты биләмәһендәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын түләүһеҙ нигеҙҙә хосусилаштырыуҙы ғәмәлгә индереүҙең Рәсәй Федерацияһы субъектының бурысы түгел, ә хоҡуғы булыуын иҫәпкә алғанда, хосусилаштырыуҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын билдәләү ҙә Рәсәй Федерацияһы субъектының вәкәләттәренә ингән.
Башҡортостан Республикаһы Конституция суды фекеренсә, ошондай уҡ сәбәп буйынса ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай хосусилаштырыу хоҡуғы бирелгән граждандарҙың ғәмәлдәренә лә ҡайһы бер өҫтәмә талаптар ҡуйылыу мөмкинлеге лә республика закон сығарыусыһы ҡарамағында булған. Атап әйткәндә, был “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының бәхәс тыуҙырған 21-се статьяһындағы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай хосусилаштырыуҙың бер тапҡыр ғына булыуы кеүек квалификация үҙенсәлегенә ҡағыла.
“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 21.3-сө статьяһы 1-се өлөшөндәге ғариза биреүсе килешмәгән Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятиелары файҙаланыуындағы ер участкаларын бер тапҡыр түләүһеҙ хосусилаштырылырға тейешле ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәбенән сығарыу тураһындағы положениеһына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Конституция суды, бындай норманың ғәмәлгә индерелеүе федераль ҡануниәт талаптарына бәйле, тип билдәләне. 2002 йылдың 14 ноябрендәге “Дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелары тураһында”ғы 161-се Федераль закондың 2-се статьяһындағы 1-се пункттың дүртенсе абзацы менән унитар предприятие хужалыҡ алып барыу хоҡуғында йәки оператив идара хоҡуғында эйә булған мөлкәтте (Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 130-сы статьяһына ярашлы ер участкалары ла бындай мөлкәт иҫәбенә инә) вкладтар (өлөштәр, пайҙар) буйынса, шул иҫәптән унитар предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында бүлеү тыйыла. Бынан тыш, 2001 йылдың 21 декабрендәге “Дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте хосусилаштырыу тураһында”ғы 178-се Федераль закондың 3-сө статьяһындағы 2-се пункттың 9-сы ярҙамсы пунктына ярашлы, телгә алынған Федераль закон хужалыҡ алып барыу йәки оператив идара итеү өсөн беркетелгән мөлкәтте дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар тарафынан үҙҙәренә алғанда барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәргә ҡағылмай. Ошоға бәйле республика закон сығарыусыһының Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятиеларына файҙаланыуға тапшырылған ер участкаларын хосусилаштырылырға тейешле ауыл хужалығы ерҙәре иҫәбенә индерергә хоҡуҡи нигеҙҙәре булмаған.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының Конституция суды, Р.Х. Хафизовтың дәлилдәренә ҡарамаҫтан, ул ризаһыҙлыҡ белдергән “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 21-се статьяһындағы 2-се өлөштө һәм 21.3-сө статьяһындағы 1-се өлөштө Конституцияға тап килмәй тип таный алмай, сөнки уларҙағы Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бер тапҡыр түләүһеҙ хосусилаштырыу тураһындағы положениелар, атап әйткәндә, хосусилаштырыу сроктары һәм хосусилаштырыуҙа ҡатнашыусыларға һәм хосусилаштырылған ерҙәргә талаптар тураһындағы нормалар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы килмәй һәм ул иғлан иткән граждандарҙың ерҙән файҙаланыуға конституцион хоҡуғын боҙмай.
4. Р.Х. Хафизов килешмәгән 2014 йылдың 29 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6, 8-се һәм 9-сы пункттарға бәйле “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 21, 21.2-се һәм 21.3-сө статьялары йөкмәткеһендәге үҙгәрештәргә Башҡортостан Республикаһы Конституция суды яһаған анализ дөйөм алғанда был үҙгәрештәр асылының 2006 йылдың 1 ғинуарынан 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем республикала үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай бер тапҡыр хосусилаштырыу тураһындағы закон положениеларын көсөнән сыҡҡан тип таныуға ҡайтып ҡалыуын күрһәтте.
Мәҫәлән, 2014 йылдың 29 декабрендәге 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6-сы пункт менән Башҡортостан Республикаһы Конституция суды ошо ҡарарында тикшергән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай бер тапҡыр хосусилаштырыу срогының башланыуы һәм тамамланыуы тураһындағы норма (“Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 21-се статьяһындағы 2-се өлөш) көсөнән сыҡҡан тип танылды. 8-се пункт менән иһә “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законының ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын дөйөм милек хоҡуғында граждандарға бер тапҡыр бушлай тапшырыу тәртибен билдәләгән 21.2-се статьяһы көсөнән сыҡҡан тип танылды. 9-сы пункт менән Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тарафынан ошо ҡарарында шулай уҡ ҡаралған “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларына дөйөм милек хоҡуғында ер өлөшө (пай) күләмен билдәләү алымын регламентлаған 21.3-сө статьяның атамаһы һәм йөкмәткеһе үҙгәртелде.
Анализ күрһәтеүенсә, республика закон сығарыусыһы тарафынан “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына күрһәтелгән үҙгәрештәрҙе индереү зарурлығы федераль ер ҡануниәтенең үҫешенә бәйле булған. Мәҫәлән, 2014 йылдың 23 июнендәге “Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 171-се Федераль закондың 1-се статьяһындағы 18-се пункты менән Рәсәй Федерацияһы Ер кодексының 28-се статьяһы көсөнән сыҡҡан тип танылды. Уның 2-се пункты шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән ҡаралған осраҡтарҙа ла ер участкаларын граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең милкенә бушлай тапшырыу мөмкинлеген нығыта ине. Ошо уҡ Федераль закондың 13-сө статьяһындағы 4-се пункт менән “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закондың 10-сы статьяһындағы 4-се пункттың өсөнсө һәм дүртенсе абзацтары көсөнән сыҡҡан тип танылды. Улар Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ауыл хужалығы ойошмаларына даими (срокһыҙ) файҙаланыу хоҡуғында тапшырылған ауыл хужалығы ерҙәрен дөйөм милек хоҡуғында граждандарға бушлай биреү хоҡуғын нығытты, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекты законы менән ер өлөшө күләмен асыҡлау тәртибен һәм уны алыуға хоҡуҡлы граждандар исемлеген билдәләүҙе күҙ уңында тотто.
Шулай итеп, федераль ер ҡануниәтендәге ошо үҙгәрештәр “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡараған ер участкаларын бушлай бер тапҡыр хосусилаштырыу хаҡындағы нормаларҙы артабан һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген юҡҡа сығарҙы һәм ошо Башҡортостан Республикаһы Законына тейешле үҙгәрештәр индереүгә килтерҙе. “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының әле ғәмәлдә булған редакцияһы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе аҡса түләп кенә хосусилаштырыуҙы күҙаллаған заманса редакциялағы “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы Федераль закондың концептуаль нигеҙҙәренә тулыһынса тап килә.
Үрҙә әйтелгәндәр нигеҙендә ғариза биреүсе килешмәгән 2014 йылдың 29 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6, 8-се һәм 9-сы пункттары Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы талаптарына ҡаршы килә, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын боҙа тип ҡарала алмай.
“Башҡортостан Республикаһы Конституция суды тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһындағы 1-се өлөштө, 75, 76, 77, 78, 81, 82-се һәм 83-сө статьяларын эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Конституция суды
ҡарар итте:
1. 2004 йылдың 5 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-сы Башҡортостан Республикаһы Законының 21-се статьяһындағы 2-се өлөштө һәм 21.3-сө статьяһындағы 1-се өлөштө, шулай уҡ 2014 йылдың 29 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6, 8-се һәм 9-сы пункттарҙы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тап килә тип танырға.
2. 2004 йылдың 5 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы 59-сы Башҡортостан Республикаһы Законының 21-се статьяһындағы 2-се өлөштөң һәм 21.3-сө статьяһындағы 1-се өлөштөң, шулай уҡ 2014 йылдың 29 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 177-се Башҡортостан Республикаһы Законының 1-се статьяһындағы 6, 8-се һәм 9-сы пункттарҙың ошо ҡарарҙа асыҡланған конституцион-хоҡуҡи мәғәнәһе дөйөм мәжбүри булып тора, тимәк, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһында уларға бүтән төрлө аңлатма бирелеүе мөмкин түгел.
3. Ошо ҡарар башҡа суд тарафынан ҡайтанан ҡарала алмай, иғлан ителгәндән һуң көсөнә инә, туранан-тура эш итә һәм бүтән органдар, вазифалы кешеләр тарафынан раҫлауҙы талап итмәй.
4. Ошо Ҡарар “Ведомости Государственного Собрания – Курултая, Главы и Правительства Республики Башкортостан”да, “Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталы”нда (www.npa.bashkortostan.ru), “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫылырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы Конституция суды.
№ 35-П.