Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Владимир Путиндың сығышын тыңларға сенаторҙар, Дума депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, төбәк башлыҡтары, дини конфессиялар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре – меңгә яҡын кеше саҡырылған ине. Дәүләт башлығы илдең социаль-иҡтисади үҫешен билдәләгән стратегик документта фәҡирлекте кәметеү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, демографияны хәл итеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, юғары технологияларға өлгәшеү, демократик институттарҙы камиллаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Сара ике сәғәткә яҡын барҙы. Ошоғаса Мөрәжәғәтнамә был тиклем оҙаҡ ваҡытты алғаны юҡ ине әле. Ил Президентының тәүге тапҡыр Ҙур Манежда сығыш яһауы ла яңылыҡ булды. Дәүләт башлығының фекере 60 тапҡыр алҡыштарға күмелде. Йәштәр, ауыл темаларына Владимир Путин ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтты.
Киләһе ун йыллыҡҡа
үҫеш планы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен ошолай атарға була. Дәүләт башлығы сығышында йәшәйештең бөтә өлкәләренә ҡағылды. Улар араһында иң мөһимдәренең береһе ғаилә килемен күтәреү булды. “Беҙ тарихта тәүге тапҡыр йәшәү минимумын уртаса эш хаҡы кимәле менән тиңләнек. Яңылыҡ 2018 йылдың 1 майынан ғәмәлгә инәсәк һәм яҡынса дүрт миллион кешенең килемендә сағылыш табасаҡ. Был мөһим аҙым, әлбиттә, әммә проблема тамырынан хәл ителде тигәнде аңлатмай”, — тине Владимир Путин. Был йәһәттән дәүләт башлығы аныҡ бурыстар ҡуйҙы: халыҡтың реаль килемен арттырырға һәм киләһе алты йылда фәҡирлек кимәлен кәм тигәндә ике тапҡырға кәметергә. Бының өсөн мәшғүллек структураһын яңыртыу шарт, социаль ярҙам системаһын да хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек принцибынан сығып камиллаштырыу фарыз. “Социаль ярҙамды ысынлап мохтаж булғандар ғына алырға тейеш”, — тине ил етәксеһе.
Демографияға —
3,4 триллион һумИлдә алып барылған демографик сәйәсәт үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, артабан ул камиллашасаҡ ҡына. Мәҫәлән, киләһе биш йыллыҡта ярты миллиондан ашыу ғаилә ташламалы ипотеканан файҙаланып, торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Шулай уҡ балалар поликлиникаларын төҙөкләндереү программаһы ғәмәлгә инә. Балалар баҡсаларындағы иң бәләкәс төркөмдәрҙә өҫтәмә 270 мең урын булдырыу ҙа — Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған төп маҡсаттарҙың береһе. “Дөйөм алғанда, киләһе алты йыл эсендә демографик үҫеш сараларына, балалыҡты һәм әсәлекте һаҡлауға кәмендә 3,4 триллион һум аҡса йүнәлтеү бурысы тора”, — тине Владимир Путин. Әйткәндәй, был сумма һуңғы алты йыл менән сағыштырғанда 40 процентҡа күберәк.
Һәр ауылда — дауахана“Ауылда йөҙ кеше йәшәһә лә, медицина пункты булырға тейеш”. Владимир Путин йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ошондай бурыс ҡуйҙы. Уның белдереүенсә, ике меңгәсә кеше йәшәгән барлыҡ ауылдарҙа ла 2020 йылға тиклем сифатлы медицина ярҙамы ойошторолорға тейеш. Ваҡ ауылдарға мобиль медицина комплекстары, төрлө диагностик ҡорамалдар булған автомобилдәр ебәрергә мөмкин, тине Владимир Путин. Был эш өсөн юлһыҙ урындарҙа ла үтә алырлыҡ автомобилдәр ҡулланыласаҡ.
Оҙағыраҡ йәшәй башлағанбыҙ Беҙҙең әхлаҡи бурысыбыҙ — илдең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән өлкән быуынға ярҙам итеү, тине үҙ сығышында ил етәксеһе. Әммә был бурыс эҙмә-эҙлеклелек талап итә. “Минеңсә, яңы Хөкүмәт өлкән быуындың йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән махсус программа әҙерләргә тейеш”, — тине Владимир Путин.
Оло йәштәгеләр әүҙем, сәләмәт тормош алып барһын өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу шарт. Иң мөһиме — пенсия күләмен арттырыу, уны даими индексациялау. Ғүмер оҙайлылығы ла — төп критерийҙарҙың береһе. Был йәһәттән системалы эш алып барыла. 2000 йыл менән сағыштырғанда, ирҙәр һигеҙ йылға оҙағыраҡ йәшәй башлаған – хәҙер уларҙың уртаса йәше 67,5 йыл, элегерәк иһә 59 йыл ине. Ҡатын-ҡыҙҙар илдә уртаса 77,5 йыл йәшәй, элек ни бары 72 йыл ине. Социологтар быны медицина, туҡланыу сифатының яҡшырыуы һәм кешеләрҙең спорт менән күпләп шөғөлләнә башлауы, үҙҙәрен хәстәрләүе менән аңлата.
Торлаҡ төҙөлөшө
яңы кимәлгә сыға Рәсәй Президенты торлаҡ мәсьәләһенә лә айырым туҡталды. Ул ипотека буйынса ставканы ете процентҡаса кәметергә тәҡдим итте. Әле беҙҙең илдә йыл һайын 80 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Владимир Путин алдағы йылдарҙа был һанды 120 миллион квадрат метрға күтәреү бурысын ҡуйҙы. Ошоға өҫтәп ипотека кредиты өсөн процент ставкаларын да кәметергә, ә халыҡтың реаль килемен арттырырға кәрәк. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә йыл һайын биш миллион кеше фатирлы буласаҡ, тине дәүләт башлығы.
* * *
Ғөмүмән, Мөрәжәғәтнамәлә өҫтөнлөклө проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында аныҡ әйтелде. Ул дәүләт идараһы системаһын тулыһынса яңыртыуға, властың йәмғиәт алдындағы яуаплылығын арттырыуға, халыҡ тормошон артабан яҡшыртыуға, коррупцияға ҡаршы көрәште көсәйтеүгә, йәмәғәтселек институттарын үҫтереүгә һәм граждандар башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, тиергә була. Владимир Путин Рәсәйҙе бай һәм имен ил итеү буйынса дөйөм бурыстарҙы атаны. “Йыһанға осоу, яңы ерҙәрҙе үҙләштереү, оло асыштар ваҡытындағы кеүек, бөгөн дә беҙҙең ил үҫешкә, яңырыуға һәләтле икәнен иҫбатланы. Рәсәй ауыр иҡтисади, социаль мәсьәләләрҙе хәл итте, ил берҙәмлеген һаҡлап ҡала алды, демократик йәмғиәт булараҡ ныҡлы аяҡ баҫты”, — тине ил башлығы Мөрәжәғәтнамәлә.