Үҫеш юлдары билдәләнде16.02.2018
Стәрлетамаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Күсмә ултырыш барышында министрлыҡтың 2017 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.
– Уҙған йыл йомғаҡтары хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтәйем. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр ыңғай. Хеҙмәт хаҡы артты. Милли инвестиция шарттары рейтингында республиканың позицияһы яҡшырҙы. Беҙҙә бюджет профициты күҙәтелә. Инфляцияның әлегәсә күрелмәгән түбән кимәле теркәлде. Рәсәй Президентының бюджет һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын республика буйынса уртаса кимәлгә еткереүҙе күҙ уңында тотҡан “май” указдары үтәлде, – тине Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында. – Процент нисбәтен алғанда, ватан иҡтисадында беҙҙең өлөшөбөҙ үҙгәрешһеҙ ҡала – илдәге сәнәғәт етештереүенең 2,6–2,8 проценты. Һуңғы йылдарҙа ярайһы уҡ әүҙем үҫкән, заманса производстволарҙы сафҡа индергән төбәктәр бар. Беҙгә ҡалышырға ярамай, Рәсәйҙәге сәнәғәт етештереүе күләменең 3 процентына яҡынайырға кәрәк. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар.
Беҙгә нимә ҡамасаулай һуң? Һуңғы йылдарҙа предприятиеларҙың инвестиция әүҙемлеге түбәнәйә. Ошо осорҙағы ыңғай динамика республикала нигеҙҙә нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм машиналар эшләү тармағындағы ҙур проекттар иҫәбенә тәьмин ителде. Был проекттарҙың төп өлөшө тамамланған йә тамамланып килә. Яңы проекттар кәрәк. Был йәһәттән “Газпром Нефтехим Салауат”, “Өфөоргсинтез”, Белорет металлургия комбинаты, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе кеүек ойошмаларҙа киләһе бер ике йылға проекттар бар. “Газпром” йәмғиәте менән тәбиғи газ эшкәртеү буйынса мега проектты тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ. Әлегә, әлбиттә, был йәһәттән эш бик ауыр бара.
Киләһе бурыс – республика предприятиеларының инновация әүҙемлеген арттырыу. Донъя дүртенсе сәнәғәт революцияһы шарттарында йәшәй. Белеүебеҙсә, ошо өлкәлә тәүге революция 200 йыл элек булғайны. Ул дәүерҙә пар машиналары файҙаланыла башланы. Икенсе революцияла электр энергияһы һәм заманса йылылыҡ машиналары сафҡа инде. Артабан – электроника, иҫәп-хисап техникаһы, әле иһә – бөтә нәмәне глобаль цифрлаштырыу.
– Инновацияларһыҙ хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләһен хәл итә алмаясаҡбыҙ, әлбиттә. Стәрлетамаҡ предприятиеларының төп күрһәткестәре хаҡында хәбәрҙармын. Төп предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге әлегә заман талаптарына яуап бирмәй, – тип билдәләне республика Башлығы.
Башҡортостан сода компанияһында етештерелгән продукция күләме 40 миллиард һум самаһы тәшкил итә, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һаны – 9 мең кеше самаһы, йәғни йылына бер кеше 4,5 миллион һумлыҡ, “ТАУ НефтеХим” компаниялар төркөмөндә – 8,2 миллион һумлыҡ, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводында 6,4 миллион һумлыҡ продукция сығара. 43 мең кеше эшләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары әйләнешен алһаҡ, унда был күрһәткес 84 миллиард һум тәшкил итә, бер кешегә 2 миллион һумлыҡ продукция тура килә тигән һүҙ. Әлбиттә, һандар беҙ көткәнсә түгел. Бындай етештереүсәнлек менән әллә ни алға китеп булмай.
Бынан тыш, республика етәксеһе кадрҙар мәсьәләләренә, махсус инвестициялы контракттарға ҡул ҡуйыуға, социаль партнерлыҡҡа туҡталды.
Былтыр тармаҡтағы төп эш йомғаҡтары һәм яҡын киләсәккә бурыстар тураһында республиканың сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министры Алексей Корпухин һөйләне. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев иһә сәнәғәт предприятиеларына бирелгән мөмкинлек, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙа ярҙам күрһәтеү хаҡында әйтте. Республика Башлығы сәнәғәтселәрҙе әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Башҡортостан бүленгән аҡса күләмен арттырырға әҙер.